Тапалып торһон һуҡмаҡ...27.06.2015
Тапалып торһон һуҡмаҡ... Ҡарттың өс улы булған, ти. Бер көн улдарын саҡырып ала ла, урманға барып, ағас ҡырҡып килтерергә ҡуша. Аталарының теләген үтәй былар.
“Хәҙер, – ти ҡарт, – килтергән ағастарығыҙҙан үҙегеҙгә кәрәк әйбер эшләгеҙ”. Өлкән улы – һабан, уртансыһы – уҡ-һаҙаҡ, кесеһе һыбыҙғы эшләй.
Аҡһаҡал улдарына былай ти: “Һин һабан һөрөрҙән алда – ил һаҡларға, һин ил һаҡларҙан алда – һабан һөрөргә, ә һин һыбыҙғы уйнарҙан элек һабан һөрөргә һәм ил һаҡларға тейешһең...”
Күпте күргән ҡарт рухиәт юлын һайлаған кесе улына ғына башҡаларҙың һөнәрен үҙләштерергә ҡуша.

...Беҙҙе “Әҙәби нағыш” марафоны Федоровка районына алып китте. Туҡ башаҡтар бә­үелгән иркен баҫыуҙарға ҡа­рап, һабан­сы­ларыбыҙҙың хеҙ­мәте күңелдә ғорурлыҡ уятты. Баш осонда күгебеҙ аяҙ, тимәк, “уҡ-һаҙаҡ” тотҡан ир-егеттәребеҙ ил һағында уяу тора.
Шағирә Гүзәл Ситдиҡова етәк­се­легендәге яҙмыштарын “һы­быҙ­ғы” менән бәйләгән төр­көмдө – Ғ. Сәләм исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты, шағир Хисмәт Юлдашевты, ошо төбәктә тыуған драматургтар Мөҙәрис Багаев менән Хәмит Ирғәлинде, журналист Миңниса Баһуманованы, ша­ғирә Любовь Колоколованы, Баш­ҡорт­ос­тандың милли музейы хеҙмәткәре Радмил Абдрах­мановты, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәре Мөнирә Фәт­тә­хованы федоровкалар район сигендә икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы.
Тапалып торһон һуҡмаҡ...Өфө ҡунаҡтарын мәҙәниәт һарайы алдында башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш милләттәре вәкил­дәре үҙ телендә сәләмләп, милли ризыҡтарын тәмләткәндән һуң, район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эдуард Сәлишев төбәктең ҡәләм тирбәтеүселәре менән осрашыу­ға саҡырҙы. Төбәктә әҙәбиәт һөйөү­селәрҙең күплеген күреп ҡыуан­дыҡ. Гөлназ Хәлитова, Һәҙиә Зәйнәғәбдинова, Әлиә Атйетәрова, Алена Пирковская, Василий Мингалов, Ольга Шкребель, Илүсә Исмәғилевалар әҫәрҙәре менән бында танылыу яулаған. Әлбиттә, өлкән ҡәләмдәштәре уларҙың ижадына ҡарата фекерҙәрен әйтте, кәңәш бирҙе. Әле телгә алған исемдәрҙең киләсәктә сағыуыраҡ яңғырауына ла шаһит булырбыҙ тип өмөтләнәйек.
Артабан әҙиптәр Бөйөк Ватан һуғышында, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды.
Мәҙәниәт һарайында ойош­торолған китап күргәҙмәһе менән танышҡандан һуң, әҙәбиәт байрамының тантаналы өлөшө башланды. “Урал батыр” эпосынан яңғыраған өҙөк йөрәккә үтеп инде, башҡорт ҡыҙҙарының бейеүе күңелде елкендерҙе. “Был – минең Башҡортостаным” йырын төрлө милләт вәкилдәренең башҡарыуы – республикабыҙҙың сәскә гөллә­мәһе кеүек ҡабул ителде.
Стәрлебаш районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфиянова:
– Йәмғиәттә әҙип һүҙенең әһәмиәте бик ҙур. Яҙыусыны юҡҡа ғына “күңел инженеры” тимәй­ҙәр. Ул кешенең рухи донъяһын ҡора, һүнгән өмөттәрҙе ҡабыҙа, көрәшкә әйҙәй, йәшәү дәрте бирә, – тип, әҙәби марафондың символы булған “Йылъяҙма-китап”ты күрше райондан коллегаһы Эдуард Сәлишевкә тапшырҙы.
– “Иң күп уҡыған ил” тигән даны бар ине Ватаныбыҙҙың. Бөгөн китап уҡыусылар һаны кәме­гән­дән-кәмей. Был йәһәттән башҡа­раһы эштәр бихисап әле. Әлбиттә, рухиәтебеҙҙе күтәреү буйынса Әҙәбиәт йылында ғына түгел, артабан да шөғөллә­нәсәк­беҙ, – тине Эдуард Наил улы, ра­йон хакимиә­те башлығы Радик Ғилметдин улы Ишмөхәмәтовтың сәләмен еткереп.
Стәрлебаштар күстәнәс тә алып килгән ине. Рөстәм Ғәлиев баш­ҡарыуындағы “Кил һин” йыры тамашасы күңеленә май булып яғылды.
Өфө ҡунаҡтары ла тулы күңел хазиналары алып килде байрамға. Гүзәл Ситдиҡова мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡот­лауын уҡып ишеттерҙе, Яҙыу­­сы­лар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаевтың сәләмен тап­шырҙы. Шағирәнең әҙәби күстә­нәсе лә бик танһыҡ булып ҡалды.
Миңниса Баһуманова район китапханаһына китаптар бүләк итте:
– Балаларыбыҙ китап уҡымай, тиергә хаҡыбыҙ юҡ. Үҙебеҙ ҡы­ҙыҡ­һыныу уятырға тейешбеҙ, – тине ул.
Шағир Хисмәт Юлдашевтың фәлсәфәүи лирика менән һуға­рылған шиғырҙары тыңлау­сылар­ҙың күңеленә хуш килде. Уның “Һуҡмаҡ” тигән әҫәрен гәзит уҡыусыларға ла еткерге килә.

Һуҡмаҡ юлға килеп сыҡты,
Юл торманы ла туҡтап –
Ашҡынды йыраҡ офоҡҡа,
Бар иғтибарын туплап.

Ашҡынды ул йыр булырға,
Ҙур ҡалаларға барып.
Һуҡмаҡ ҡасты ҡыуаҡлыҡҡа,
Юл шауҙарынан арып.
Йырып сығып шырлыҡтарҙы,
Килде баҫыу ситенә.
Тәмен, һутын биргән ер бит
Икмәгенә, һөтөнә.

Йүгерҙе ул шишмә буйлап,
Менде тау баштарына,
Тау-шишмәле тыуған ергә
Йыр арнап башҡарырға.

Тау башында тамғаланған
Таштар алды ул табып.
Уҡый алһаң тамғаларҙы,
Һәр таш – тарих китабы.

Тыңлап торҙо ла тынлыҡты,
Йыраҡтағы юл шауын,
Йүгереп барып туғайҙа
Систе аттың тышауын...

Эй ат сапты һуҡмаҡ буйлап,
Йөрәгем типте хуплап:
Тап булһын танһыҡ
табыштар,
Тапалып торһон һуҡмаҡ!
“Әҙәби нағыш” – халыҡ йөрәгенә табан һалынған рухи һуҡмаҡ ул. Тапала-тапала оло юлға әйләнер бер саҡ. Үрҙәге риүәйәттәге кеүек “һыбыҙғы” яһаусылар ҙа артыр. Улар иһә ерен дә һөрә, илен дә һаҡлай ала.








Вернуться назад