Тыуған илемҺәр кешенең тыуған йорто була,
Тамырҙары — тыуған яғында,
Тыуған йортом, тамырҙарым минең,
Һиндә, Ҡыйғым, Әйҙең ярында!
Һәр кешенең тыуған ере була,
Тыуған иле була донъяла.
Башҡортостан — тыуған
ерем, илем,
Күк Уралда балҡып нурлана.
Донъя гиҙҙем, күпме һыуҙар кистем,
Тик ҡайҙарҙа ғына булһам да,
Гел ашҡынып ҡайтам илкәйемә,
Тыуған нигеҙ, тыуған тупһама!
Бында бары ғәзиз, ҡәҙерле ул,
Тыуып-үҫкән ер бит бер генә,
Имен-аман булһын ватандаштар,
Башҡортостан — тыуған илгенәм!
Һыҡрап ҡуя йөрәгем…
Ҡаһарман шағир Фәтих Кәримгә бағышлана.
“Мулла улы”, “халыҡ дошманы” тип,
Бер гонаһһыҙ аҙмы тешләнгән?
Үлем баржалары, төрмә, һөргөн —
Яҙмышына ниҙәр төшмәгән?!
Тик өмөтө генә өҙөлмәгән,
Ауырлыҡтарҙан ул көймәгән,
Яҙмыш михнәттәрен иңгә һалып,
Аҙмы хәсрәт, ҡайғы һөйрәгән?!
Күпме ғазаптарҙы еңгән шағир,
Өйрәнгән ул йырлап йәшәргә,
Көслө рухы ярҙам иткәндер гел
Ил күгендә балҡып йәшнәргә!
Мылтыҡ, ҡәләм менән яуға барған,
Алыштарҙа батыр көрәшкән,
Тыуған илен һәм ватанын яҡлап,
Оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән.
Окоптарҙа мылтығына ҡуйып
Яҙған бит ул утлы йырҙарын,
Яугир-шағир изге йырҙар менән
Яҡынайтҡан Еңеү таңдарын!
…Батырлығы, даны ҡайтты илгә,
Йыры — һаман халҡым терәге.
Ник һуңланыҡ хөрмәт күрһәтергә?
Әрнеп-һыҡрап ҡуя йөрәгем!
Әрнеп-һыҡрап ҡуя йөрәгем!
Тормош ҡәҙерле беҙгә 1941 йылда тыуған ҡорҙаштарыма.
Атайҙарын күрмәй үҫкән быуын
Беҙ бит ҡырҡ берҙә тыуғандар.
Ҡәһәр, ауыр һуғыш афәттәрен
Беҙ үҙебеҙ күрҙек, туғандар.
Яман һуғыш күпме яҙмыштарҙы
Ватты, ҡырҙы, утта яндырҙы,
Әсә ҡарынында ятҡанда уҡ
Беҙҙе етем итеп ҡалдырҙы.
Беҙ тыуғас та ҡояш һүрәнләнде,
Көндөң яҡтылығы кәмене,
Шатлыҡтар ҙа ташлап китте беҙҙе,
Әллә былар яҙмыш инеме?!
Икмәк, бәрәңгегә зар(ы)ғып үҫтек,
Төрлө үләндәрҙе ашаныҡ.
Бала саҡ ул беҙҙең булманы ла,
Үҫмер килеш эшләй башланыҡ.
Һуғыш осоро балалары өсөн
Етемлек гел алдан йөрөнө.
Атай наҙын тоймай үҫкәнгәлер,
Был тормошта бик тиҙ өлгөрҙөк!
Тиҙ үтмәне һуғыш михнәттәре,
Яҙмыш беҙҙе аҙмы һынаны?
Атайҙар бит яуҙа ауһалар ҙа,
Йәшәүгә дәрт, ҡөҙрәт һынманы.
Юлыбыҙҙа маяҡ булды һәр саҡ
Намыҫ, иман, дуҫлыҡ, ғәҙеллек.
Тау-үрҙәргә юлды үҙебеҙ ярҙыҡ,
Шуға беҙгә тормош ҡәҙерле!
Әсәйҙәргә терәк булып үҫтек,
Ил-ватанға булдыҡ таяныс.
Тыуыр таңдарыбыҙ аяҙ булһын,
Һәр кем тойһон шатлыҡ-ҡыуаныс!
…Беҙ тыуғанда туптар
шартлағандар,
Дары еҫе килгән донъянан,
Төштә күрһәк ауыр үткәндәрҙе,
Тертләп уянабыҙ һаман да!
Тертләп уянабыҙ һаман да!
Яҡшыға юрайыҡТыуған яҡтың һәр бер үләне лә
Минең өсөн шундай ҡәҙерле.
Балтырғаны, ҡаҡы, кесерткәне
Һаҡлап ҡалған сабый йәнемде.
Еркәйемдең бар һуттарын йыйған
Ысыҡтарҙа улар ҡойоноп.
Ошо ризыҡтарҙың әскелт тәме
Йөрәгемә ҡалған уйылып.
Ул тәмдәрҙе оноторлоҡ түгел…
Беҙҙең яҙмыш — илдең яҙмышы,
Һуғыш ғәрәсәте — мәңге йәндә,
Әрней һаман хәсрәт-һағышы.
…Был донъяла, их, йәшәһәк ине,
Тулып наҙға, тулып шатлыҡҡа.
Гел яҡшыға юрайыҡ киләсәкте —
Ана, күктә ҡояш яҡтырта!
Ана, күктә ҡояш яҡтырта!
Йондоҙло ҡапҡалар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк
булған ауылдаштарымдың яҡты иҫтәлегенә.
Ауылымдың урамдарын үтәм
Иркен һулап шәрбәт һауаһын.
Тирә-яҡҡа гөлдәр хуш еҫ бөркә,
Йәнгә табам сихәт-дауаһын.
Ҡарап барам таныш өй-йорттарҙы,
Шатлыҡ тула барса күңелгә.
Яҡташтарым һеҙҙе һағ(ы)нып
ҡайттым,
Ауылым ҡапҡаларын күрергә!
Һаҡта торған ауылым ҡапҡалары
Һыҡрап ҡуя хәтер еленән,
Яуҙа ҡалғандарҙың иҫтәлеге,
Йондоҙ итеп шунда эленгән.
Шул ҡапҡалар хәтирәләр һөйләй:
Үткәндәрҙе, һуғыш йылдарын,
Биш йөҙ батыр яуҙа ятып ҡалған —
Ауылымдың аҫыл улдары!
Һиҫкәнеп тә китә уйҙарым!
Ҡапҡаларҙа янған йондоҙҙар ул —
Яҡташтарҙың яуҙа ҡалғаны…
Бер нигеҙҙән дүрт-биш яугир
мәрхүм —
Ошо ҡәһәр һуғыш ҡорбаны!
Шығыр-шығыр килә ник ҡапҡалар?
Йәнде өтә әрнеү тауышы.
Әллә елдәр алып ҡайтҡан микән
Ятып ҡалғандарҙың һағышын?!
“Онотмағыҙ беҙҙе, онотмағыҙ”!
Ҡайҙан килә икән ҡайтауаз?
“Беҙ үҙебеҙ ҡайта алмаһаҡ та,
Йәндәребеҙ илгә ҡайталар”!
Был йондоҙҙар — батырҙарға
хөрмәт,
Ауылдаштарҙың ул хәтере,
Тын баҡсала яугирҙәргә һәйкәл,
Яндарында гөлдәр гел тере!
…Мәңге шулай балҡып торһон ине
Батырҙарҙың йөрәк нурҙары.
Онотмаһын яңы килгән быуын
Ғәрәсәтле һуғыш йылдарын!