Шиғриәт26.06.2015
Намаҙлығым — ап-аҡ ҡағыҙ,
Йырҙарым — доға минең.
Табынғаным — әҙәбиәт,
Шиғриәт — тотҡан динем.
Салауат Әбүзәр.

О шиғриәт! Фани донъяла
Бөтәһе лә килде-китмәле:
Йөрәк етте һиңә килергә,
Ә китергә аҡыл етмәне.
Назар Нәжми.

Берәүгә һин — нан,
Берәүгә һин — нам,
Берәүгә һин — дан,
Берәүгә һин — ҡан...
Нан да һин миңә,
Нам да һин миңә,
Дан да һин миңә,
Ҡан да һин миңә...
Рәми Ғарипов.

Шиғриәт ул хайран ҡалыуҙан башлана ла бүтәндәрҙе хайран итеп йәшәп китә.
Ғайса Хөсәйенов.

Шиғриәттә дан артынан ҡыуыусылар —
Алтын тиеп, баҡыр ташын йыуыусылар.
Рәшит Шәкүр.

Башҡорттар бигерәк тә шиғриәткә һәләт­ле, уларҙың ижады, ғөмүмән, иғтибарға, ә башҡа халыҡтарҙыҡы менән сағыш­тырғанда, айырым иғтибарға лайыҡлы.
С. Г. Рыбаков.

Шиғриәт — кеше рухын ғәжәп матур илаһи донъяға алып бара торған изге көс!
Кирәй Мәргән.

Һәр кем донъяла үҙенсә шағир, һәр кеше күңелендә шиғриәт осҡоно йәшәй. Берәү­ҙәрҙә төптәрәк, берәүҙәрҙә өҫтәрәк. Күп­тәрҙә шундай шиғриәт осҡоно булмаһа, поэзияны уҡыусы ла, һөйөүсе лә булмаҫ ине. Поэзия һөйөүселәр — улар шиғри тәбиғәтле кешеләр.
Ғайса Хөсәйенов.

Шиғриәт минең өсөн, Туҡай һүҙҙәрен үҙгәртеберәк әйткәндә, кескәй саҡтан аңла­шылған һәм әле лә аңлашылып бөтмәгән шатлығым, ҡайғым ине.
Әнғәм Атнабаев.
Шиғриәткә мин инәмен,
Ғибәҙәтханалай күреп.
Өмөттәрем, хафаларым
Алҡымдан алған бөрөп.
Фәнил Күзбәков.

Һин — тәбиғәтем,
Һин — тәғлимәтем,
Һин — хөкүмәтем,
Һин — хакимиәтем,
Һин — әкиәтем,
Һин — мөхәббәтем:
Йөрәктә йәшәр
Йән — шиғриәтем!
Риф Мифтахов.
Шиғриәтем минең — тормош моңо, ул – аҡыл һәм йөрәк хәтере.
Хәсән Назар.
Шиғриәт донъяһы ниндәй?
Белмәй бер кем,
Ул үҙенә йыйған бөтә йәшәү күркен.
Инеп батһаң ошо даръя ағышына,
Үлгәндә лә үкенмәҫһең яҙмышыңа.

Рәсих Ханнанов.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.



Вернуться назад