Рәсәй Рус түгелмен, ләкин россиянмын,*
Был һүҙҙәрҙән кемдер ниңә сәсәй?
Башҡортостан — изге ватаныбыҙ,
Һынмаҫ ҡалҡаныбыҙ әммә — Рәсәй.
Был — аманат ата-бабаларҙан,
Был — быуаттар заңы, был — зарурлыҡ.
Сикләнеүҙә, сик белмәүҙә түгел,
Ҡанда йәки ҡында түгел ҙурлыҡ.
Был тиңлек һуң аҙһынырлыҡмы ни,
Килдек уға үтеп һынауҙарҙан.
Өнәмәй тик доллар, һала ҡотҡо,
Беҙме ҡаушар зат ул янауҙарҙан?!
Ниңә әле, тимен, барлыҡ донъя
Уға бөгөн баш эйергә тейеш?
Бик тә хәләл миңә үҙ илемдә,
Үҙ көнөмдә ҡулға тейер өлөш.
Юҡ, ҡымшанмаҫ Рәсәй ҡаялары,
Өркөтөрмө ҡоҙғон ыласынды?
Рәсәй бит ул! Беҙгә ҡаныҡҡандың
Бөттө өнө, юҡҡа ул ҡырсынды.
Был — мәртәбә. Ил яҙмышын уйлап
Айбарланыу уйҙы ҙурға һала.
Ниҙәрҙер бит көрһөндөргәндә лә,
Йәндә ышаныс һәм өмөт ҡала.
Рус түгелмен, ләкин россиянмын,
Был хаҡ һүҙҙәр телдән-телгә күсә.
Башҡортостан — изге ватаныбыҙ,
Һынмаҫ ҡалҡаныбыҙ әммә — Рәсәй.
Ябайлыҡ Моңдар тәрәнлеге әшкәрткәнме —
Ҡурайға ул мотлаҡ нисә уйым?
Шул асылды асҡан ҡанбабаға
Быуаттарҙан аша етһә буйым,
Бер кем алдында ла булмағанса
Баштарымды эйер инем ихлас.
Ябайлыҡта — бөйөклөк, ти затым,
Ҡурай ябайлығы халҡыма хас.
Йәмғиәттә Йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән
Азат булып булмай, тигән Маркс.
Йәмғиәтте ҡай саҡ, ил-ҡәүемде
Килтерә бит кемдер арҡыс-торҡос.
Булмаһасы яңы тетрәнеүҙәр —
Ғәмлеләрҙә бөгөн шул теләктер.
Йәмғиәт һәм Шәхес… Уйландыра.
Ҡайһыһы һәм ҡасан төп терәктер?
“Һин тышаулы түгелһең дә!” тиер
Үҙ көнө, үҙ йүне өҫтөн заттар.
Азатмы һуң улар йәмғиәттән?!
Улар ҙа бит — өйөрҙәге аттар.
Торатау Көн матур. Хәл дә арыу.
Торатау буйына, гүйә,
Йыйылған ете ырыу.
Мәж килә ҡарты-йәше.
Кинәнә халыҡ ял алып,
Көйлө ғәмәле, эше.
Йәшәгеҙ, ти, иҫән-һау!
Ошо фатихала тора
Был милли тау, изге тау.
Яҡты рухлы телмәрҙәр.
Шулай бында әүәлдән үк
Кәңәш ҡорған элгәрҙәр.
Юрап һәр саҡ хаҡ яҙмыш,
Байраммы, хәлдәр хайранмы,
Алғандар бында алғыш.
Аҫабаларға — алҡыш:
Бында — Салауат Кәримдәр,
Һәр кем йөҙөндә — балҡыш.
Арала иң олоһо
Мин булғанға тейҙе, ахыры,
Мәртәбәнең йылыһы.
Башҡортостан әләмен
Тапшырҙылар минең ҡулға,
Был — аманат, беләмен.
Тотоноп таштарына,
Үрмәләйбеҙ Әфтәх менән
Торатау баштарына.
Күңелдә беҙҙең — ҙурлыҡ,
Күңелде биләй ғорурлыҡ,
Бына — һырт! Һай, хозурлыҡ!
Елберҙәй әләмебеҙ!
Күпме киңлектәргә етә
Сәмебеҙ, сәләмебеҙ!
Көн матур. Хәл дә арыу.
Торатау буйында, гүйә,
Гөр килә ете ырыу.
Иманыбыҙ өндәшә:
Туплап беҙҙе, хуплап беҙҙе,
Йәшә, Торатау, йәшә!
Интернет Замандың бер ғилләһелер инде:
Интернетта фекер алышалар.
Шиғыр-миғыр унда яҙышалар,
Интернетта хатта ҡауышалар.
Арбап, ҡармап алыр соңғол, гүйә,
Бар донъяны үҙенә упҡан һымаҡ.
Арын унан — үҙе бер йылылыҡ
Сәхнәләрҙә сәсән ҡойған һамаҡ.
Аһ, йәл миңә бөгөн ҡапланыуы
Йәш-елкенсәктең шул интернетҡа.
Ҡарасҡылар мәхшәрҙәрен ҡарап,
Әйләнмәҫтәр, тимә, шул роботҡа.
Беләм, мәғлүмәтле бәйләнештә
(Әгәр торһа бары игелектән)
Ул да ҡулайҙыр ул. Тик ни ҡәҙәр
Мохтаж икән уға иген иккән?
Көн һәм төн самаһын оноттора,
Тилерткестән былай ҡаныҡтыра.
Хуплаһаң, вай, хупламаһаң да, вай,
Бына хикмәт, бына бер аптыраҡ.
Ҡаплана бит шуға заман ҡоло,
Тәбиғәттән китә һаман йыраҡ —
Әллә инде минән аҡыллыраҡ,
Әллә инде рухын юйыр һармаҡ.
Шулай инде, тағы ла ни булыр,
Интернетҡа хәҙер ауышалар.
Шиғыр-миғыр унда яҙышалар,
Интернетта хатта ҡауышалар.
Мужик Жив, жив курилка!
Пушкин.
Туҡталышта аллы-артлы тартып,
Уңлы-һуллы бырғай төпсөктәрҙе.
Шелтәләгәс кемдер, тозорайып,
Хаяһыҙын һүҙҙең атып бәрҙе.
Аһ, аҙмы ни беҙҙә тупһыҙлыҡтар!
Иҫән мужик! Телде тешләттерер.
Йүгән йүнләйме сығынсы атты?
Тибешкәклек уны кешнәттерер.
Кешнәп кенә ҡалһа… Ат — ат инде,
Меңдән берәү — был һуң кеше бит, тим.
Был ил, бер ҡараһаң — ир солтаны,
Бер ҡараһаң — мужик ише бит, тим.
Чехов һүрәтләгән мужик — иҫән!
Үҙгәрткеһеҙ микән был булмыштар?
Мужик эстән ҡала шул көйөнсә,
Үҙгәрһә лә хатта ҡоролоштар.
Елгәрелә бары иген генә,
Ни тип әйтмәк инде шунан ары?
Урам ҡай саҡ йәнгә буран, тимен,
Ҡараңғыла сыҡма яңғыҙ-яры.
Власть биргәс, шул мужиктың заты
Әллә кемгә хатта әйләнде бит.
Әйләнгәндәр юғарыла бөгөн
Башбаштаҡтар итеп иләнде бит.
Иҫән мужик! Рәсәй, шөкөр, иҫән —
Тәрбиәнән өҫтөн, әллә түбән.
Етмәйме шул — йәшәп ятам әле,
Теймәһә лә бер ҙә күккә түбәм.
Бара тормош. Булмышынса һәр кем.
Бөтөнөһө лә бит тиң хоҡуҡта.
Туҡталышта, ана, һалмыш мужик,
Тәмәкеһен һаман ул борҡота.
Ҡазанда Халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинға.
Бер дуҫым бар минең, Роберт дуҫым,
Мәшһүрҙәрҙән шәһри Ҡазанда.
Иң беренсе уны хәтерләнем,
Ҡазан тиеп шиғыр яҙғанда.
Юҡтыр унда бары ошо һорау:
Ҡайтаһымы, әллә бараһы.
Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы! Шулай
Ҡәрҙәштәрҙең беҙҙә араһы.
Илеш тупрағынан был затлы зат,
Шәжәрәһе әйтә — беҙҙеке.
Ҡазан ҡайнар ине, әйтмәй ҡара,
Һеҙҙеке ул, тиеп, һеҙҙеке.
Ҡазан — Өфө, Өфө — Ҡазан юлы…
Роберт уны бөттө ҡыҫҡартып.
Ғәмәлдәре уның игелекле,
Еңел уның, еңел ҡул арты.
Һүҙҙәрендә уның, йөҙҙәрендә
Тәбиғәттән килгән яҡтылыҡ.
Бындай шағир ниндәй тарафта ла
Күренһен ул нисек ят булып?!
Шундай бер дуҫым бар, Роберт дуҫым,
Мәшһүрҙәрҙән шәһри Ҡазанда.
Иң беренсе уны хәтерләнем,
Ҡазан тиеп шиғыр яҙғанда.
ИсемдәрИсемдәр ҙә кемгә — исем генә,
Һеңдер генә, хәтер ялҡмай.
Исемдәрҙән былай есемдәре
Етәме һуң барып халыҡҡа?
Уҡыймы һуң халыҡ? Мосафирҙай
Гиҙеп сыҡ һин ҡала-ауылды —
Күпме күңелдә ул китап нуры,
Ни ғәләмәт һуң был, ни булды?
Был — быуаттар буйы килгән теләк:
Булһасы бар халыҡ зыялы.
Ғәйепләүҙән түгел — кем берәүгә
Ҡәҙерле тик балыҡ ҡыуалы.
Әҫәрҙәрҙән ҡайҙа әҫәрләнеү,
Рухланыуҙар ҡайҙа уларҙан?
Шиғриәт һуң хасилмы ни бары
Һәр уңайға ҡулай юлдарҙан?
Күҙҙе көсләп асыр заманмы был?!
Асырғанам ҡайһы саҡтарҙа.
Бәйгеләрҙә нисек еңеп була
Дағалары бушаҡ аттарҙа?!
Ә исемдәр? Тик ятлаулы ғына —
Баш ҡоҙалай барса туйҙарҙа.
Үрҙәрҙе үр итеп сағылдырған
Күпме түбәләр бар тауҙарҙа!
Әйтәм тағы: тик исемдәр түгел,
Ҡаҙнаһы бит аса асылын.
…Һин, ҡәрҙәшем, диңгеҙ тип ҡапайма,
Тапап ярҙа бары ҡырсынын.
Бәлә Күпме бәлә башы — шешәлә шул…
Тыңла һүҙем, булһаң һин егет.
Сирылырһың, бәлки, тағы берәү
Йүнкетә тип ныҡып йә өгөп.
Булманы тип бер ҙә сатаҡлыҡтар,
Минме күтәреүсе түшәмде?
Шарап еңгәс, аҙаҡ толҡа тапмай,
Ризыҡ ҡапмай йәнем өшәнде.
Аһ, кемдәрҙер шарап ҡынамы ни,
Аҡылдарын, гүйә, эсәләр.
Һин бит, туған, ярай, ир затынан,
Алйый хатта ҡай бер бисәләр.
Һин ҡояшҡа ҡара, күҙҙәреңдә
Сағылтыр ул яҡты хистәрең.
Киҫекһеҙҙәр өсөн, ахырыһы,
Ул шомланып байый кистәрен.
Иң ҡыйыны — үҙ-үҙеңде еңеү,
Аҫтыртын ул шомбай шойҡаны.
Күҙеңде ас: кемдер ут йотҡанда,
Кемдер йөрөй эстән шатланып.
Һин имәнгә ҡара — һәр япрағы
Өҙөлмәҫтән уны матурлай.
Милләт олононда бер япраҡһың,
Ниңә иртә ҡыурап ятырға?!
Төбөнә төшөп булмаҫ нәмәләр бар,
Береһе уның, ләғин, шешәлер.
Ул, Бахусҡа* табындырмаҡ булып,
Ихтыярың менән еңешәлер.
Самаһыҙҙар, ғазап ҡына түгел,
Ғазраилға табан ашығыр.
Баштан үткән бәлә булмаһа ул,
Яҙылмаҫ та ине был шиғыр.
––––––––––
*Бахус — антик мифологиялағы йөҙөм һәм шарап аллаһы
Сағыштырыу
Шиғыр яҙыу, гүйә, йорт һалыу ул,
Бағланамы бары ҡул һәм күҙ?
“Һипләйһе лә мүкләйһе” ти әйтем,
Был — шаярып ҡына әйткән һүҙ.
Йортто яңғыҙ күтәреп һин ҡара!
Өмәселәр юҡта — мең бәлә.
Шиғырға ла өмәселәр кәрәк —
Аҡыл менән йөрәк өмәлә.
Әммә йортто күтәрептәр генә,
Башланамы унда тормош, тим.
Ҡот ҡунырмы уға — мең хәстәрҙә
Булмаһаң һин ҡара тырыш, тим.
Шиғырҙа ла шулай: “бура”ны бит
Күтәрә ул хис һәм фекерең.
Камиллыҡҡа ашҡындырған ҡомар
Ҡуя уға тамам йән өрөп.
Дүрт юллыҡтар Кешеләрҙе билдәләйҙер
Холоҡ, һәләт, зауыҡ, аң.
Кешеләр тәбиғәт һымаҡ:
Кем — көн, кем — төн, кемдер — таң.
***
Башлыҡ дәрәжәһе ниҙә?
Әйтәһең:
— Башлыҡ булыуҙа.
Ниҙә башлыҡ дәрәжәһе?
Әйтәмен:
— Башлы булыуҙа.
***
Марста ла яраҡлашыр әҙәм,
Марста ла әгәр һыу булһа.
Ә моң?.. Тик ул ҡорғаҡһытмаҫ йәнен,
Ерҙән күскән йөрәк һау булһа.
***
Кемдәрҙелер аҡлап була,
Кемдәрҙелер яҡлап була.
Ҡотолғоһоҙ бары намыҫ,
Уны бары һаҡлап була.
***
Ят телдә һөйләшкән — таныш,
Үҙеңсә һөйләшкән — туған.
Икеһен дә ботарлаусы —
Әйтеп булмай: кемдән тыуған?
***
Мәҙәнилек беҙҙә ни кимәлдә?
Сағыла ул хатта юҡ-барҙа.
Күптәр — ҡарап туймаҫ йорттарҙа, тик
Сыҡһа тышҡа, урам сүп-сарҙа.
***
Эт аҫрай өйҙә. Бәрәс ҙурлыҡ.
Үпәсләшә хатта. Үҙ мәйеле.
Сирҡанып мин ситләшәмен өнһөҙ,
Теймәһен тип эт йәнленең еле.
***
Бер ҡатлылыҡ менән ылығыуҙар,
Кем алдында сиселгәнде белмәү —
Хәйерһеҙгә. Йомоҡлоҡ та — насар.
Аҙаҡ шулар — йәнде игәр беләү.
***
Ир һәм ҡатын — икеһе бер шайтан.
Раҫтыр, буғай, урыҫтың был һүҙе.
Икеһе бит ике шайтан булһа,
Йәшәмәк һуң бергә нисек түҙеп?
***
Ыҙғыш ҡойононда ике күрше,
Сәбәпсеме нәфсе йә көнсөллөк?
Ҡулдарына тоттораһы ине
Үҙ-үҙҙәрен һыҙырырҙай селек.
***
Һин үҙең дә хатта белмәгәнде
Һинең хаҡта һөйләү ғәйбәттер ул.
Һин иғтибар үҙәгендә икән,
Был да әле, бәлки, һәйбәттер ул.
***
Ирҙе алтын иткән — ҡатын,
Сепрәк баш булмаһа әгәр.
Ул ир йәнен бағлар уға
Һуңғы һулышҡаса ҡәҙәр.