Бә-ә-әй! Ҡайҙа килеп эләктем ул мин?! Ана, журналист Сибәғәт Рахманғолов ҡырғыҙ кейемендә ҡалай килештереп тыпырлата! Ә Белорет районының “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажетдинованы һинд һылыуынан бөтөнләй айырырлыҡ түгел. Уның дәртле итеп бейегәнен күреп, үҙең дә сәхнәгә менерҙәй булып китәһең. Диктор Әхәт Мортазин бөтөнләй килештергән! Көньяҡ Африка халҡының бейеүен ҡайҙан отоп алған икән?..Ошондай ҡабатланмаҫ тамашаны яңыраҡ Оло Эйек буйында үткән журналистар фестивалендә күреп кинәндек. Үҙенсәлекле сара йыл һайын республикабыҙҙың төрлө төбәгендә уҙғарыла. Бығаса ул Салауат, Архангел, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы райондарында ойошторолғайны. Быйыл иһә хозур тәбиғәтле Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығы Башҡортостандың гәзит-журнал, радио, телевидение хәбәрселәрен ҡабул итте.
Ижад әһелдәрен Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ихлас сәләмләне. Шулай уҡ иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Быйылғы йыйын ШОС һәм БРИКС илдәренең мәҙәниәтенә арналды. Атап әйткәндә, ҡәләмдәштәребеҙ Һиндостан, Ҡытай, Бразилия, Көньяҡ Африка, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан халыҡтарының рухи тормошо менән таныштырҙы. Ҡайһы коллектив ниндәй милләтте сағылдырасағы йәрәбә буйынса билдәләнде. Шунан башланды ла инде тамаша... Уны һүҙ менән генә аңлатып булмайҙыр! Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр тиҙәр бит. Шуға һеҙҙең иғтибарға журналистар фестиваленән фоторепортаж тәҡдим итәбеҙ.