Уй-теләк уртаҡ булһа...23.06.2015
Уй-теләк уртаҡ булһа... Алтмыш йәшемде үткәрергә йыйынғас, уйға ҡалдым: ҡайһы режиссерҙы һайларға? Кем минең зауҡыма тура килер, ижадымды тулы сағылдырыр? Байрам шәп булырға тейеш — ул бит тамашасы өсөн уҙғарыла.

Төрлө кисәләрҙе күргән бар, уларҙың күбеһе бер төрлө, ялҡытҡыс уҙа. Хәҙер кешене йыйыуы ла ҡыйын. Иҫләйем, бе­рәү­ҙең кисәһе өс-дүрт сәғәткә һуҙылды, йон­сотто. Артистар бер сыҡ­ҡанда ике-өс йыр башҡара, өҫтәүенә хәбәр һөйләй. Бөтөн бәлә режиссерға бәйле, әгәр ул сәхнә дилбегәһен ҡулында ҡаты тотһа...
Бер нисә варианттан һуң миңә Франгизә Финан ҡыҙын тәҡдим иттеләр. Бәй, үҙе­беҙ­ҙең яҡ ҡыҙы, Салауат районынан бит! Уның менән 50 йәшемә телетапшырыу эшләгәйнек, тыуған ерҙә йөрөгәйнек. Режиссер Франгизә Илбәкова бала сағымды һынландырырға тырышып, эшкә күрше ма­лайҙы йәлеп итте. Бала урам буйлап йү­герә, биш тин биреп киноға инә... Тауҙарҙа йөрөй, күкте күҙәтә, уйға батып тора. Шунан Иҫке күл буйына төшә: шунда, Ҡыҙыл Балыҡта, һыу инә торғайныҡ...
Франгизә Илбәкова – Салауат районы­ның Юлай ауылынан. Тырыш ҡыҙ уҡыған са­ғында пионер дружинаһы рәйесе була, мәктәптән һуң үҙен пионервожатый эшендә һынап ҡарай.
Йыр-моңға бай, туған телгә иғтибарлы ерҙә үҫкән, бләкәйҙән шиғыр яҙған ҡыҙҙың күңеле сәнғәт донъяһына тартыла. Һөҙөм­тәлә Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына инә ул. Рифҡәт Ис­рафиловтың класына эләгә. Икенсе курс­тан күмәк сәхнәлә Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Хәй Фәхриев, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, уҡытыусылары Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова менән уй­най башлай. Мәскәү, Ленинград ҡала­ларында гастролдә була.
Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, 1987 йыл­да, Франгизәне Башҡорт дәүләт филар­мо­нияһындағы “Йәдкәр” фольклор ан­сам­бле­нә нәфис һүҙ оҫтаһы итеп эшкә алалар. Үҙаллылыҡ, туған тел өсөн көрәш йылдары, Рәми Ғариповтың ижады буйын­са “Халҡым хазинаһы”, аҙаҡ Рауил Бик­баевтың “Халҡыма хат” шиғырына бәйле тапшырыуҙар, күрше Ырымбур, Һарытау, Силәбе өлкәләренә сығыу... “Йәдкәр” ансамбле хатта Азербайжандың Таулы Ҡарабах еренә бара, Баҡылағы халыҡ-ара фестивалдә лауреат исемен яулай.
Шул осорҙа Франгизә Илбәкованың прог­рамма төҙөү, сценарий яҙыу һәләте асыла. 1992 – 1996 йылдарҙа ул Мәскәүҙә телевидение режиссеры һөнәрен алып, Башҡортостан телевидениеһына эшкә ҡай­та. “Тамаша” ижади берекмәһендә хеҙ­мәт итә, “Дарман”, “Ҡуласа”, “Йома” тапшы­рыуҙарын әҙерләй, “Алҡыштар”ҙы, “Ав­тог­раф”ты эфирға сығара.
Башҡорт әҙә­биәтен, фольклорын яҡшы белә Фран­гизә. Әҙиптәрҙең уй-ҡарашын, теләк-ынтылышын аңлай, улар менән уртаҡ тел таба. Ә был ижад эшендә үтә мөһим. Бер уйҙа, теләктә эшләү һөҙөмтәһендә яҡшы теле­тапшырыуҙар, телефильмдар, һүрәтлә­мә­ләр тыуа. Мәҫә­лән, Мостай Кәримдең “Мөхәббәттең дүрт миҙгеле” әҫәре буйынса ҡуйылған телефильм (сценарий авторы ла — Илбәкова) төбәк-ара бәйгелә төп бү­ләкте яулай. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡ­мул­ланың тормошона арналған “Илгиҙәр” телевизион фильмы, “Манара”, “Айгөл иле” тележурналы, “Аҡ тирәк, күк тирәк” телеуйыны, “Арҡайым” клубы, “Инсан” тапшы­рыуҙар шәлкеме ҙур иғтибарға лайыҡ.
Режиссер Франгизә Илбәкова тора-бара ижад кисәләре лә әҙерләй башлай. Унан Хөкүмәт кимәлендә үткәрелгән тама­ша­лар­ҙы ҡороуҙа ҡатнаша, ҙур байрамдар, йы­йын­дар сценарисы, режиссеры була. Те­левидениела Шәүрә Ғилманова менән берлектә “Мостайҙың алтын мираҫы” тап­шы­рыуын, Айгөл Әхмәҙиева менән “Шиғ­ри­әт минуттары” шәлкемен тыуҙыра. Икен­се­һендә Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәри­мов, Гөлфиә Юнысова, Гөлнур Яҡу­пова, Риф Мифтахов, Әнисә Таһирова, Ирек Кин­йәбулатов, Рауил Шаммас һәм башҡалар сығыш яһаны.
Бына шундай режиссер ул Франгизә Фи­нан ҡыҙы. Өҫтәүенә атаҡлы ҡурайсы Иш­мо­рат Илбәковтың ҡатыны. Ҡыҙҙары Зөл­хизә Илбәкова – йырсы. Кисәмдә, моғайын, Ишморат дуҫ та сығыш яһар, сәхнәне биҙәр.
Төрлө режиссерҙар бар, ләкин барыһын да, минеңсә, бер һыҙат берләштерергә тейеш: ул – сәхнәнең, тамашаның хужаһы. Үҙенсәлекле майҙанда, изге урында әйтел­гән һәр һүҙ, башҡарылған һәр эш ныҡлы уйланылған булырға тейеш. Быны режиссер яҡшы белә, тоя, тамашасы өсөн ул яуап­лы. Һиҙгер, нескә, талапсан етәксе һәр артистың мөмкинлектәрен белә, тейешле урынға ҡуя.
Хәл иттем: тамашама режиссер итеп Франгизә Финан ҡыҙы Илбәкованы һай­лайым!


Вернуться назад