“Әҙәби нағыш” – Федоровкала!23.06.2015
Федоровка районы әҙәбиәтебеҙгә Хәмит Ирғәлин, Мөҙәрис Бағаев кеүек талант эйәләрен бирҙе. Уларҙың әҫәрҙәрен уҡыусылар яратып уҡый, пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр тамашасы күңеленә хуш килде.
Төбәктә бөгөн дә ижади ҡомар һүнмәй. Әҙәбиәткә бигерәк тә йәштәрҙең килеүе һөйөндөрә. Һеҙҙең иғтибарға уларҙың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!
Мин – тыныс заман ҡыҙымын,
Күргәнем юҡ һуғышты,
Киноларҙан ҡарап беләм
Үлем һәм ҡан ҡойошто.
Һуғыш хаҡында уйлаһам,
Йөрәгем һыҙлай минең.
Нисек итеп өҙмәк кәрәк
Ғүмеркәйен кешенең?
Һуғыш – ул ҡайғы, һәләкәт,
Утта янған бала саҡ.
Ер шарында һуғыш уты
Һүнер микән берәй саҡ?
Эй, ололар, бәләкәстәр,
Әйтәйек шундай теләк:
“Булмаһын ерҙә һуғыштар,
Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!”
Һәҙиә ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА.
Юлдаш ауылы.
Ошо ерҙә тыуҙым
Тыуған илем – минең ғәзиз ерем,
Һиндә үтте минең бала саҡ.
Уйлауымса, ҡалған ғүмерем дә
Һиндә генә инде уҙасаҡ.
Ошо ерҙә тыуҙым, аяҡ баҫтым.
Һөйләшәм мин әсәм телендә.
Туған телемдән дә ҡәҙерлерәк
Тел юҡтыр ул тыуған илемдә.
Тау, ҡырҙарын әйтеп тораһы юҡ,
Ағастары шаулай урманда.
Йылға-шишмәләре сылтырап аға,
Тыуған яғым буйлап уҙғанда.
Ҡояшы ла уның нурлы төҫлө,
Күктәре лә төндә яҡтыраҡ.
Йондоҙҙары, ынйы-мәрйендәрҙәй,
Күктә йымылдайҙар ялтырап.
Икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары
Йәйрәп үҫә илем ҡырында.
Шуға ла бит халҡым һине данлап,
Һине маҡтап йырлай йырында.
Әллә илай ине күңеле?..
Ҡурайыңдың моңон тыңлай-тыңлай,
Сал Уралдың мендем ташына.
Күҙҙәремде йомғас, килде кеүек
Салауаттың һыны ҡаршыма.
Моңһоу ине Салауаттың йөҙө,
Ҡурай тотҡан ине ҡулына.
Бик тә сәйер бер көй уйнаны ул,
Уҡ-һаҙағын һалып янына.
Күкрәгенән сыҡҡан һағыш ине...
Әллә илай ине күңеле?
Уралымды һалып көйҙәренә,
Халҡыма ул әйтә түгелме?
“Ерҙе, һыуҙы һаҡлап дошмандарҙан,
Тыуған төйәк өсөн йән аттыҡ.
Дошман менән яуҙа алышҡанда,
Еңеүҙәрҙе яулап беҙ ҡайттыҡ.
Беҙҙең төйәк – ул бит һеҙҙең төйәк.
Һеҙҙең өсөн үлдек беҙ яуҙа.
Илкәйемдең ҡотон ебәрмәйсә
Уны һаҡлаусылар, һеҙ ҡайҙа?
Йылғалары ниңә һайығайған,
Тауҙары һуң ниңә бик шиңгән?
Ата-бабабыҙ бит беҙҙең
Ауырлыҡты шунда кисергән.
Тәбиғәтте һаҡлай белегеҙ һеҙ,
Ҡул һуҙҙыртмай ғына яттарға!
Һоҡланмаған кеше ҡалмаҫ ине
Гүзәлдәрҙән-гүзәл яҡтарға!”
Уйға ҡалдым мин дә тау башында,
Икһеҙ-сикһеҙ донъя ҡаршында.
“Беҙҙе киләсәктә нимә көтә?”
Тигән бер уй ҡайнай башымда.
Әлиә АТЙЕТӘРОВА.
Юлдаш ауылы.
Дан һиңә,
Башҡортостан!
Башҡортостан – тыуған ерем
Ниндәй гүзәл, күрегеҙ!
Илебеҙҙең символдарын
Онотмағыҙ, белегеҙ!
Республикабыҙҙың флагы
Тора өс төрлө төҫтән:
Аҫта – йәшел, уртала – аҡ,
Зәңгәр төҫ тора өҫтән.
Йәшел – йәшәү мәңгелеге,
Аҡ – халыҡ ихласлығы.
Зәңгәр төҫ ул – изгелек,
Уйҙарыбыҙ сафлығы.
Флагтың тап уртаһында
Тора ҡурайҙың тажы.
Уны уратҡан түңәрәк –
Мәңгелек тормош яҙы.
Башҡортостан гербында
Ҡояш та килә ҡалҡып.
Уның нурында ҡойоноп,
Салауат тора балҡып.
Ил терәге – сәсәндәр –
Илебеҙҙе данлаған:
“Дан һиңә, Башҡортостан”, –
Тип уға гимн арнаған!
Ярһып сапһын толпарың
Тик бер аҙға туҡтатаһы ине,
Туҡтатаһы ваҡыт ағышын.
Бик тыңлайһы ине ләззәтләнеп
Көмөш ҡыңғырауҙың тауышын.
Теҙгенләйһе ине ваҡыттарҙы,
Теҙгенләйһе ине бер аҙға.
Аҡ алъяпҡыстарҙы кейергә лә,
Мәктәп вальстарында бейергә.
Ҡуй, туҡтата күрмә, һин, дуҫҡайым,
Ярһып сапһын йәшлек толпарың.
Ҡанатланып яҡты эҙҙәр ярһын,
Арымаһын, һис тә талмаһын!
Һағынғанда көмөш ҡыңғырауҙың
Йәшлек ауазының тауышын,
Һағыштарға төрөп һаҡлайыҡ беҙ
Арабыҙҙа йәйғор балҡышын!
Гөлназ ХӘЛИТОВА.
Батыр ауылы.