Сәсән телле быуын үҫә20.06.2015
Башҡортостанда “Урал батыр” сәсәндәр үҙәге эшен башланы. Уға республика Башлығының 90 мең һумлыҡ гранты бүленгәйне.

Республика халыҡ ижады үҙәге ҡара­ма­ғында асылған ойошма тәүге тапҡыр балалар проектына ҡушылды. Белгестәр “Арғымаҡ” балаларҙың ялы, уларҙы һауыҡтырыу һәм үҫтереү үҙәге эшендә ҡатнаша. Үҙәк Әбйәлил районындағы “Ирәндек” ял базаһында урын­лашҡан. Танылған уҡытыусылар, сәсәндәр оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, халыҡ ижадын пропагандалай, боронғо һүҙ сәнғәте әһелдәренең мираҫын йәштәргә еткерә. Балалар менән осрашыуҙарға республикалағы билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырыла. Ошо көндәрҙә улар янына ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, сәсә­ниәләр Гөлнур Мәмлиева менән Асия Ғәйнуллина, “Арғымаҡ” этнотөркөмө килде.





Вернуться назад