“Әҙәби нағыш” марафоны республика буйлап сәфәрен дауам итә. Ошо көндәрҙә әлшәйҙәр уны Стәрлебаш районына тапшырҙы. Йәйҙең ҡыҙыу осоро булыуға ҡарамаҫтан, һәр төбәк тырыша, сағыуыраҡ итеп үткәрергә ынтыла. Стәрлебаштар ҙа был йәһәттән уңған булып сыҡты.Мәртәбәле сараның шартына ярашлы, танылған әҙиптәр төбәккә барып, йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә, кәңәшен әйтә, халыҡ менән осраша. Был юлы изге ғәмәлде үтәү бурысы ошо ерҙә тыуып үҫкән билдәле драматург, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаевҡа, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факил Мырҙаҡаевҡа, М. Аҡмулла музейы директоры, прозаик Фәнис Янышевҡа, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Римма Хәкимова иңенә төштө.
Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов һүҙ алып, әҙәбиәттең кеше тормошонда ни тиклем мөһим икәнлеген әйтеп үтте. Шул уҡ ваҡытта халыҡты дәррәү гәзит-журналдар алдырыуға әйҙәне. Ысынлап та, матбуғат һәр саҡ әҙәбиәттең терәге булып тора. Яҙыусыларҙың ижад емештәре тәүҙә гәзит-журналдарҙа донъя күрә. Шуға ла әҙәбиәткә ылыҡтырыуҙы матбуғатҡа һөйөүҙән башларға кәрәктер.
– Беҙҙең төбәк оло юл буйында урынлашмаһа ла, элек-электән мәғрифәтселек үҙәге булып торған, – тине район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров. – Бында белем алыу өсөн Ырымбур далаларынан, Ҡаҙағстандан, хатта Урта Азиянан килгәндәр. Яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыу көсө бөгөн дә һүрелмәгән. 2007 йылдан алып районда “Илһам шишмәләре” әҙәби ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Әҙәби мөхиттә яңы исемдәрҙең асылыуы, китаптары сығыуы ижадсыларҙы шатландыра.
Ысынлап та, Стәрлебаш төйәге XVIII быуаттан алып төрки донъяһында билдәле мәғариф үҙәге була. Бындағы мәҙрәсә иң алдынғыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Ул осорҙа шәкерттәрҙең һаны 900-гә еткән. 1917 йылда уның китапханаһында 65 мең самаһы әсбап булған.
Башҡорт һәм татар әҙәбиәте тарихында лайыҡлы урын алған өс мәғрифәтсе-шағир – Ғәли Соҡорой, Шәмсетдин Зәки, Мифтахетдин Аҡмулла нәҡ ошонда таныша. Хәтирәләр буйынса, Шәмсетдин Зәки шәкерте Аҡмулла менән сәхрәгә сығып, күңелдәре бушағансы бер-береһенә шиғыр уҡып ҡайтыр булған.
Шулай уҡ күренекле төрки мәғрифәтселәре Ғәбдерәхим Утыҙ Имәни, Һибәтулла Сәлихов, Мирсәлих Биксурин, Ғәли Рафиҡи, ҡаҙаҡ ғалимы Чокан Вәлиханов ошонда тормош тәжрибәһе туплаған.
Рухи сылбыр хәҙерге заманда ла өҙөлмәй. Был төйәктә тыуып үҫкән әҙиптәр һәм сәнғәт әһелдәре мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә үҙ көсөн һала. Атап әйткәндә, яҙыусылар Фәйзи Ғүмәров, Рауил Шаммас, Зиннәт Ғәлимов, Рәлиф Кинйәбаев, Флүр Ғәлимов әҙәбиәтебеҙгә яңы биҙәк өҫтәне. Шулай уҡ РСФСР-ҙың халыҡ артистары Хәй Фәхриев менән Шамил Рәхмәтуллин, танылған сәхнә оҫталары Әнисә Яхина, Риф Мозаһитов, Николай Голов (Наил Ғәлиев), Флүрә Арыҫланғолова кеүек шәхестәрҙең исеме һәммәбеҙгә яҡшы таныш. Стәрлебаш районында йәшәп, әүҙем ижад иткән ҡәләм эйәләре менән осрашыу ҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
– Егермеләп авторҙың ижад емеше менән танышып сыҡтым, – тине Рәлиф Кинйәбаев. – Араларында үҙ һүҙен әйтергә тырышып, яңылыҡ асырға ынтылған ҡәләм эйәләренең булыуы һөйөндөрә. Улар район менән генә сикләнмәй, республика баҫмаларында ла әҫәрҙәрен йышыраҡ баҫтырһын ине.
Осрашыуҙарҙан һуң шуға инандыҡ: стәрлебаштар элек-электән ижади сәм менән янып йәшәгән затлы яҡташтарының бәҫен төшөрмәй, уларҙың юлын дауам итә.