Рәхмәт һүҙе18.02.2012
Етмеш йәшем тулыу айҡанлы миңә йәнде иретерлек иғтибар һәм хөрмәт күрһәткән Таулыҡайға — ҡәҙерле ауылдаштарыма, ундағы осрашыуға күрше ауылдарҙан килеп еткән яҡындарыма, дуҫтарыма; Иҫәнғолға — мине арғымаҡлы иткән Ейәнсура районы хакимиәтенә, үҙәк район китапханаһының затлы заттарына, район мәҙәниәт һарайының сағыу сәнғәтселәренә, йәмәғәт ойошмаларына — бигерәк тә аҡһаҡалдарға, Ейәнсура башҡорт гимназияһына; Өфөгә — Башҡортостан Яҙыусылар союзына, хәстәрлекле Әҙәби фондҡа, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана зыялыларына, “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек” гәзите, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Аҡбуҙат” журналы редакцияларына, Башҡортостан телерадиокомпанияһына; матбуғатта, шулай уҡ ижади кисәләрҙә баһалы, йылы һүҙ әйткән, юбилей сараларының мәртәбәһен күтәрешкән ҡәләмдәштәремә; төрлө тарафтарҙан изге теләктәрен еткергән шиғриәт һөйөүселәргә сикһеҙ рәхмәтемде, сәләмемде юллайым, йәнә лә ошо шиғыр юлдарын тағы бер иҫкә төшөрәм:
Шиғриәтем минең — тормош моңо,
Ул — аҡыл һәм йөрәк хәтере.
Һин ҡәләмдәш — тимәк, ҡәрҙәш иттең,
Һиңә, Ваҡыт, рәхмәт төшкөрө!
Хәсән НАЗАР,
Башҡортостан Республикаһының
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.


Вернуться назад