“Әҙәби нағыш” ижад донъяһын барлай19.06.2015
“Әҙәби нағыш” ижад донъяһын барлай Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған марафондың нисек үтеүе, ойошторолоуы хаҡында баҫмабыҙҙа даими яҙып киләбеҙ. Аллаға шөкөр, республикабыҙҙың яртыһын айҡап-байҡап сыҡтыҡ тиергә лә була – 20 төбәктә үтте ижади осрашыуҙар.
Ҡайһы бер яҡтарҙағы үҙенсәлек­тәрҙе иҫкә төшөрөп алғы килә. Нуриман районында сараны ойоштороусылар тө­бәк гәзитенең тарихын сағылдырған, иҫке, автографлы китаптар, уҡыу­сыларҙың эштә­ре, райондан сыҡҡан ижадсыларҙың хеҙ­мәт­тәре, шәжәрәләр ҡуйылған күргәҙмәләр менән таң ҡалдыр­ғайны. Урыҫ телендә яҙышҡан йәштәре лә үҙенсәлекле шиғырҙары менән хәтерҙә ҡалды. Архангел райо­нында бөгөнгә тиклем берәү ҙә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаһа ла, төбәк ижадсылары әүҙемлеге, яҙғандарына мөнәсәбәте менән әсир итте – бик күптәр шиғыр­ҙарын, нәҫерҙәрен, бәләкәй хикәйәләрен үҙнәшер юлы менән китап итеп сығарған.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: райондарҙа әҙип исеме менән бәйле һәйкәлдәр күп, тип маҡтанып булмай. Баш­ҡортостандың халыҡ шағирҙары Мос­тай Кәримгә, Назар Нәжмигә, халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовҡа, дан­лыҡ­лы прозаиктар Һәҙиә Дәү­ләтшинаға, Рәшит Солтангә­рә­евкә, Денис Бү­ләковҡа бюстар ҡуйылған, әммә Салауат Юлаевтыҡы кеүек мәшһүр һынлы сәнғәт әҫәрҙәре юҡ. Әйткәндәй, Әлшәй районында булып киткән урыҫ классигы Антон Чеховҡа бюст бар төбәктә (һүрәттә).
“Әҙәби нағыш” ижад донъяһын барлайДәүләкән районында сараны ойоштороусылар “Яҙыусы исемен йө­рөткән урамдар” баҫмаһын һәм исеме бил­дәле яҙыусылар менән бергә башлап ҡәләм тирбәтеүселәрҙең дә буклетын сығарып, йәштәргә байрам өҫтөнә байрам яһаны. Башҡортостандың ха­лыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында әҙипкә ҡуйылған бюст һаҡлана.
Төбәктә “Китап уҡығанда то­толған!” тигән уйынлы-ысынлы күргәҙмә лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Унда балаларына әҙәби әҫәр уҡыған йәки үҙе ҡулына китап алған кешеләр һүрәтләнгән.
Һәр төбәктә ижади асыштар, бәлки, булмаҫ та, әммә ке­ше­нең асылын өйрәнгән, яҡты­лыҡҡа хеҙмәт иткән әҙәбиәткә һыйынғандар үҙҙәре лә, Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Мос­тай Кәрим әйт­меш­ләй, донъяның яҡты яғында йәшәй.


Вернуться назад