Тәржемәлә ябайлыҡҡа ынтылыу зарур19.06.2015
Тәржемәлә ябайлыҡҡа ынтылыу зарур Заман алға барыу менән телебеҙ ҙә төрлө үҙгәреш кисерә, шуға күрә айырым һүҙҙәрҙең, терминдарҙың яҙылышын, ситтән ингәндәренең дөрөҫ тәржемәһен билдәләү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Проблеманы үҙ ағышына ҡуйыу аңлашылмаусанлыҡ, буталсыҡ тыуҙыра, рухи ҡиммәтебеҙҙе ярлыландырыуға килтерә. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Башҡортостан” гәзите редакцияһында республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәтенең эш төркөмө ултырыштары уҙғарыла башланы. Сираттағы осрашыуҙа ла мәсьәлә төрлө яҡлап тикшерелде.

Ултырышта Терминология хеҙ­мәте етәксеһе, Башҡорт­ос­тан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы Ишмө­хә­мәт Ғәләүетдинов, Рәсәй Фән­дәр академияһы Өфө ғилми үҙәген­дәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғил­ми хеҙ­мәткәре, филология фәндәре кандидаты Зиннур Сиражетдинов, Башҡортостан Фәндәр ака­демияһының Гуманитар тик­ше­ренеүҙәр инсти­ту­тын­дағы Лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары үҙәге мөдире Фәй­рүзә Ғарипова, БДУ-ның баш­ҡорт филологияһы һәм журналистика факультетындағы кафедра доценты, филология фән­дәре кандидаты Фирүзә Ис­ҡужина, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәренең баш мөхәр­рирҙәре Артур Дәүләтбәков менән Гөл­фиә Янбаева, билдәле милләт­тә­ше­беҙ, әүҙем йәмәғәт эш­мә­кәре Лә­лә Бейешева, “Баш­ҡортостан” гәзитенең баш мө­хәр­рире, Терминология хеҙмәте етәксеһе урын­баҫары Нияз Сә­лимов, баҫ­маның тәржемә бүле­ге мөдире Лилиә Дәүләтбәкова ҡатнашты.
Тәржемәлә ябайлыҡҡа ынтылыу зарурҺөйләшеү башында Ишмө­хә­мәт Ғәләүетдинов “Башҡорт те­лен­дә һөйләшәм, башҡорт те­лен­дә яҙам” тигән исем менән үткән төбәк диктантының һө­ҙөм­тәһе тураһында бәйән итте. Етәк­сенең әйтеүенсә, сарала 10 ҡа­ла, 15 район халҡы, был урын­дарҙағы 120 мәктәп уҡыусыла­ры­нан 3 500-ҙән ашыу кеше ҡат­нашҡан. Араларында хаҡлы ялдағылар ҙа байтаҡ булған. Күпселек “дүртле” һәм “бишле” билдәһенә өлгәшкән. Баһаларҙы regdict.bashedu.ru сайтына инеп ҡарарға мөмкин.
– Сарала ҡатнашҡан һәр кем­гә ҙур рәхмәт белдерәм, – тине Ишмөхәмәт Ғилметдин улы. – Эш һөҙөмтәһе күрһәтелгән отчетты республика Хөкүмәтенә ебәрҙек. Төбәк диктантын йыл да уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Ул киләсәктә тағы ла киңерәк май­ҙан йыйырға, сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге асы­лырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Терминология хеҙмәте етәк­се­һе белдереүенсә, өҫтәүе­нә киләсәктә “Грамоталы рес­пуб­лика” тип аталған акция уҙға­рырға ниәтләйҙәр. Ул әле ха­та­ларға ҡаршы башҡарылған эш­тәрҙе үҙ эсенә алырға тейеш. Халыҡты йәлеп итеү өсөн дәрт­ләндереү саралары ла буласаҡ.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатна­шыу­сылар артабан БДУ-ның Стәр­летамаҡ филиалы профессоры Рәмзәнә Әбүталипова төҙөгән “Телдәр уҡытыу теорияһы һәм методикаһының урыҫса-баш­ҡорт­са һүҙлеге”н тикшерҙе.
– Хеҙмәттең тәүге варианты беҙҙең университет ғалимдары тарафынан тикшерелде, – тине Фирүзә Исҡужина. – Хәҙер уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Һүҙлектәге тәржемәһе ҡат­мар­лылыҡ тыуҙырған ҡайһы бер терминдар эш төркөмө ағзалары тарафынан ҡаралып, төрлө вариант буйынса фекер алышын­ды. Араларынан бер нисәүһен гәзит уҡыусылар иғти­ба­рына тәҡ­дим итәбеҙ: благозвучность голоса – тауыш яғым­лылығы, аһәңлеге; орфографическое действие – орфографик ғәмәл; диалогическое единство – диалогик берлек; заимствование слов – һүҙ бай­лы­ғын ишәйтеү юлы, ысулы; закономерность усвоения речи – тел­мәр үҙләш­тереү эҙмә-эҙле­ле­ге; семантическое поле – семантик майҙан, киңлек, даирә һ.б.
Фекер алышыуҙа синыф, та­лип, талибә кеүек һүҙҙәрҙең класс, студент рәүе­шендә ҡул­ланылырға тейешлеге тура­һын­да әйтелде. Юғиһә ҡай­һы бер киң мәғлүмәт сараларында һаман да элеккесә яҙыу һәм һөйләү дауам итә. Яңы дә­реслектәр иһә үҙгәртеп сыға­рылды. Ғөмүмән, сит телдәрҙән ингән бөтөн һүҙҙәрҙе лә тәржемә итергә тырышырға ярамай. Ни өсөн тигәндә, мәғәнәнең тулы еткерелмәүе, шунлыҡтан аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал. Ошо урында “культура” ти­гән һүҙ хаҡында ла әйтеп кител­де. Уны “мәҙәниәт” тип тәр­же­мә итәбеҙ, әммә бөтөн ос­раҡ­та ла түгел. Мәҫәлән, лингво­куль­турология, физкультура кеүек һүҙҙәр шул килеш ҡалырға тейеш.
“Түңәрәк өҫтәл”дә, быға ҡә­ҙәр­ге һөйләшеүҙе дауам итеп, банк, танк, лизинг кеүек һүҙ­ҙәргә ялғау ҡушҡанда һуҙынҡы өн кә­рәкмәгәнлеге хаҡында әй­тел­де. Шулай уҡ ауыл, ер-һыу ата­ма­ла­рының, юл исемдә­ре­нең дөрөҫ яҙылыш мәсьәләһе тикшерелде. Мәҫәлән, Өфөләге Ново­мостовая урамының баш­ҡорт­саһы Яңы күпер тип яҙыл­ған. Ысынбарлыҡта ул “таш­лы юл” тигән мәғәнәгә эйә. “Урам­дың тарихын өйрәнеп, исемен дө­рөҫ итеп яҙырға кәрәк, – тинеләр ҡорҙа. – Бәлки, бөтөн­ләй башҡа атама бирергәлер. Мәҫәлән, берәй шәхесебеҙҙең исемен”.
Сарала ҡатнашыусылар сит телдәрҙән ингән бер төркөм һүҙ һәм терминды тикшереп, уларҙы башҡортса нисек тәржемә итеү кәрәклеге хаҡында фекер алыш­ты, варианттар тәҡдим ителде. Терминология хеҙмә­тенең эшен йәнлә­ндереүҙең дә төрлө ысулдары ҡаралды.


Гәзит уҡыусыларҙан тел мәсьәләһенә бәйле хаттар күп килә. Шуларҙың бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

“Банкыһына”, “танкыһы” тип яҙыуға ҡаршы­мын. Нисек һөйләйбеҙ, шулай булырға тейеш, тип уйлайым. Үҙем мәктәптә башҡорт те­ле­нән уҡытам. Һүҙҙәрҙең еңел, аңлайышлы яҙылы­уы эшебеҙгә ыңғай йоғонто яһай. Уҡыу­сылар ҙа телде ауырлыҡһыҙ өйрәнә. Ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы, әсбаптар ҡатмарлы, шуға күрә сит милләт балалары ғына түгел, үҙебеҙҙекеләр ҙә дәресте һәйбәтләп үҙләштерә алмай.

Ә. ВӘЛИЕВА.
Белорет районы.

“Башҡортостан” гәзите “рус” һүҙен “урыҫ”ҡа әйләндереп, һәйбәт эшләне. Мәғлүм булыуынса, “түңәрәк өҫтәл”дә шулай хәл ителде, мәсьәлә оҙаҡ ҡына өйрәнелде. Башҡа гәзит-журналдар ҙа “урыҫ” тип яҙа башлаһа, ул телебеҙгә ныҡлап инеп китер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Терминология хеҙмәте раҫлаған һүҙ һәм терминдарҙы ла һәр ерҙә төрлөсә ҡулланалар шул.

Р. НИҒМӘТУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.

Һәр тәржемә, һүҙ ябай булырға тейеш. Ҡат­мар­лылыҡтан ҡасырға кәрәк. Улар уҡыусыларҙы телдән өркөтә, һөҙөмтәлә беҙ, уҡытыусылар, ыҙалайбыҙ. Матбуғат баҫмалары, мәғариф уч­реж­­дениелары, нәшриәттәр бер төптән эш­ләр­гә тейеш. Шул уҡ ваҡытта сит телдәрҙән ингән барлыҡ һүҙҙәрҙе лә башҡортсаға мәжбүри тәржемә итергә ярамай. Һүҙҙең дөрөҫ мәғәнәһе юғала, ә был көндәлек тормошта аңлашыл­маусанлыҡ тыуҙыра.
А. РАФИҠОВ.
Нуриман районы.


Вернуться назад