Мәскәүҙе яулаған ҡыҙ17.06.2015
 Мәскәүҙе яулаған ҡыҙ Халҡыбыҙ араһында исемдәре Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, донъяла танылыу тапҡан шәхестәр байтаҡ. Спортсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр һәм башҡалар республикабыҙҙың данын күтәрә, милләтебеҙгә мәртәбә өҫтәй.
Бөгөн һеҙҙе яҡташыбыҙ, йәш кинорежиссер Кира Ғәйнетдинова менән таныштырабыҙ.


– Кира, һаумы! Халыҡ-ара кино фестивалендә бүләкләнгәнеңде ишеттек. Ҡотлайбыҙ! Әйҙә, гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үт.
– Мин Белорет районының гүзәл Инйәр ҡасаба­һынан. Бала сағым уның наҙлы тәбиғәт ҡосағында иркәләнеп үтте. Атайым Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Әсәйем Гөлназ төҙөлөш техникумында уҡыған. Әле улар эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл.
Әлиә апайым М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында психолог һөнәрен үҙләштерҙе. Игеҙәгем Эвита – менеджер, ул минең менән Мәскәүҙә йәшәй. Ул да ижад кешеһе – шиғырҙар яҙа.
– Мәскәүгә нисек барып юлыҡтың?
– Былтыр Санкт-Петербург мәҙәниәт һәм сәнғәт университетын тамамланым. Питерҙа һөнәрем буйынса эш табылманы, Мәскәүгә китергә тура килде. Кино сәнғәте донъяһында, бигерәк тә уҡыу йортон яңы бөтөргән кеше өсөн, ҡайҙалыр морон төртөүе ауыр.
Бәхеткә күрә, “Милли фильмдар үҙәге”ндә эш табылды, кино төшөрөү техникаһы цехына етәксе итеп тәғәйенләндем. Март айында беҙҙе М. Горький исемендәге киностудия менән берләштерҙеләр. Үҙ эшемде намыҫлы башҡарырға тырышам, бер юлы документаль фильмдар ҙа төшөрәм.
– Кинофестивалдә ниндәй уңышҡа өлгәштең?
– Македонияның Струмице ҡалаһында үткән “AsterFest” халыҡ-ара кино фестивалендә бик күп илдән ҡатнаштылар. Минең ҡыҫҡа метражлы документаль эшем бронза миҙалға лайыҡ булды.
– Киләсәккә хыялдарың менән уртаҡлашмаҫһыңмы?
– Әле икенсе документаль картина өҫтөндә эшләйем. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡорт театрын һаҡлап ҡалған ете актриса тураһында. Киләсәктә ошо тарих хаҡында нәфис фильм төшөрөргә хыялланам.
– Ниәттәрең бойомға ашһын, Кира һылыу.

С. НӘЗИРОВ һөйләште.





Вернуться назад