Иҫке Собханғол мәҙәниәт һарайында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең район конкурсы булды. Унда 24 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан 55 бәйгесе көс һынашты. Сара район хакимиәте мәғариф идаралығының методика бүлеге етәксеһе Роза Ғүмәрованың тәҡдиме менән ойошторолдо.– Күләме, боронғолоғо, әһәмиәте буйынса айырым урын биләгән милли эпосыбыҙ мотлаҡ уҡыла торған 100 әҫәр исемлегенә ингән. Халыҡтың тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте, мәңгелек изге төшөнсәләр сағылған әҫәрҙе һәр кем белергә тейеш, – тине Роза Шәриф ҡыҙы конкурсты асыу тантанаһында.
Бәйгелә биш йәшкә тиклемгеләргә – 50 – 100, алты-ете йәшлектәргә 100 – 200 юл ятлау талабы ҡуйылғайны. Сығыштар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, тамашасы тын ҡалып тыңланы, ихлас алҡышланы. Йәш сәсәндәрҙең әҙерлек кимәле, сәхнәлә үҙен иркен тотоуы, эпостың ҡайһы бер урындарын йырлап-көйләп әйтеүе, төрлө хәрәкәт ҡушып ебәреүе, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡумыҙҙа уйнауы, бейеп китеүе һоҡландырҙы. Һөҙөмтәлә биш йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә төп бүләкте Яңы Собханғол балалар баҡсаһынан Динислам Кинйәбаев яуланы. Ә өлкәнерәктәр араһынан гран-приға Иҫке Собханғолдан Зилиә Ҡарамышева лайыҡ булды. Өс йәшлек иң бәләкәй бәйгеселәр – Килдеғол һәм Яуымбай балалар баҡсаларынан килгән Айсинә Фәтҡуллина менән Дилә Медаева “Иң йәш сәсән” булып танылды. Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияла билдәләнде.
Ер йөҙөндә яуызлыҡҡа урын юҡлығын иҫбатлаған ауыҙ-тел ижады өлгөһө “Урал батыр”ҙы бәләкәстәргә өйрәтеү, һис шикһеҙ, дөрөҫ. Күркәм башланғыс тағы ла киңерәк ҡолас алыр тигән өмөт бар.