“Әҙәби нағыш” — Стәрлебашта!17.06.2015
Шиғыр яҙып ҡарамаған кеше бармы икән? Юҡтыр. Шиғыр яҙыусылар араһында шундай айырма бар: кемдер шиғриәт һуҡмаҡтарынан атлап Әҙәбиәт иленә килә, ғүмерен шуға бағышлай, икенселәре үҙе өсөн генә яҙыуға күсә, өсөнсөләре тормош шауҡымына бирелеп йәшәй, әммә әҙәм балаһы ғүмер буйына мөғжизәле илдән айырылмай, сөнки шиғриәт — йырҙың үҙе ул.
Әйткәндәй, йыр сәнғәтенең дә нигеҙендә шиғриәт ята.
“Әҙәби нағыш” әҙәби марафоны менән республикабыҙ буйлап йөрөгәндә беҙ кеше күңеленең был мөғжизәле халәтенә ныҡлап инанабыҙ. Туҡай хаҡ әйткән: халыҡ — шағир ул.
Бөгөн сара йәмле Стәрлебаш районында үтә. Һеҙҙең иғтибарға ошо төбәктә йәшәгән бер нисә ижадсының күңел емештәрен тәҡдим итәбеҙ.
МИН — ҠЫҘ КЕШЕ
Мин — ҡыҙ кеше, тимәк, миңә
Аҡыллы булыу зарур,
Һомғол буйым булмаһа ла,
Тәүфиҡлымын һәм ғорур.
Күңел — скрипка ҡылы,
Сиртһәң, иларға тора.
Тик аҡыллы, уңған ҡыҙҙар
Бәхетле ғаилә ҡора.
ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ
Йылы йәй үтеп китһә лә,
Ҡояш ҡыҙҙыра тағы.
Еткән әбейҙәр сыуағы —
Йылдың иң матур сағы.
Өй алдында эскәмйәлә
Ултыра өләсәйем.
Аяҡ аҫтында урала
Минең йомшаҡ бесәйем.
Әхирәттәре йыйыла
Өләсәйем янына,
Һөйләгәндә тауыштары
Йыр-моң кеүек ағыла.
Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
РОМАШКАЛАР
Яландарҙа сәскәләр күп:
Зәңгәре, ҡыҙыл, алы.
Минең күңелгә услап
Нурҙар һипкәне – ағы.
Уйҙарымды пакландыра
Теҙмәлә аҡ суҡтары.
Ҡояш нурында уйнай
Суғында ысыҡтары.
Ялан тулы ромашкалар
Ап-аҡ күлдәген кейгән.
Улар миңә бәхет теләп,
Наҙлы елгә баш эйгән.
Лилиә ЙӘҺҮҘИНА.
КӨҘГӨ УҢЫШ
Баҡса мәшәҡәте менән
Йәй ҙә үтте лә китте.
Үҫтерелгән мул уңышты
Йыйып алыр мәл етте.
Кишер, һуған, сөгөлдөрҙәр
Көҙ етеүгә өлгөрҙө.
Ҡыярҙар һәм помидорҙар
Үҙ муллығын белдерҙе.
Һәр йәшелсә, еләк-емеш
Беҙҙең һаулыҡ һағында.
Ауырыу һис яҡын килмәҫ —
Илдә уңыш уңғанда.
Әлфинур ҠОРБАНОВА.
ХӘЛЕКӘЙГӘ
Тыуған ауылым – Хәлекәй,
Йылғаһы уның – Күндерәк.
Һөйләп кенә аңлата алмам,
Килеп күрергә кәрәк.
Хәлекәй ул – ябай ауыл,
Һыйынған тау буйына.
Йылғалар ҙа, шишмәләр ҙә
Шунда инеп һыйына.
Иртән тороп тышҡа сыҡһаң,
Талда һайрай һандуғас.
Йәшел болон сәскә ата,
Япраҡ яра алмағас.
Бер ай түгел, бер көндә лә
Һинһеҙ торһам, һағынам.
Ситлектәге һандуғастай
Моңаямын, һағынам.
Лиана ӘХМӘРОВА.
ТЫУМАҒАН БАЛА
МОНОЛОГЫ
Мин бәхетле, әсәй! Мин бәхетле!
Яҡты донъя күрәсәкмен тиҙҙән!
Булырмын мин ҡыуанысың һинең,
Һаҡла, әсәй, мине сит-ят күҙҙән.
Йәшел болондарҙан сәскә йыйып,
Бүләк итәсәкмен һиңә, әсәй.
Һин бүләк ит миңә зәңгәр күкте.
Ниндәй оло һүҙ бит — ерҙә йәшәү!
Йөрәк тибешеңде тоям, әсәй,
Ниндәй шатлыҡ — һинең менән булыу!
Тик ниңә һуң йөрәккәйең бөгөн
Һағыш, борсоу, ҡурҡыу менән тулы?
Ниңә миңә бөгөн көн ҡараңғы?
Ниңә илай минең әсәйем?
Теймәгеҙсе миңә, эй кешеләр!!!
Әсәкәйем... Мин бит йәшәйем...
Гөлфиә БИКМӨХӘМӘТОВА.
ЙОНДОҘОМ
Ғүмеремдең асҡас ишектәрен,
Иҫтәр китерҙәй ҙә сер таптым.
Шул серҙәрҙе асырға бик теләп,
Һәр саҡ юлда һине осраттым.
Ауыр ишектәрҙе асыр өсөн
Көнөн-төнөн асҡыс эҙләйем,
Хәтәр яфаларҙан, хафаларҙан
Һаҡлай мине һинең күҙкәйең.
Ошо күҙкәйҙәрҙән нурҙар алам,
Һуҡмаҡ табам ғүмер юлымда.
Ҡара төндә яҡты йондоҙ булып,
Һин тораһың һәр саҡ янымда.
Шул йондоҙҙай, һин әйтәһең миңә:
“Бәхетле бул, балам-ҡыҙым”, — тип.
Мәңге рәхмәтлемен, әсәкәйем,
Һин балҡыған яҡты йондоҙ бит.
Юлиә ИҪӘНҒУЖИНА.
ҠУРАЙ
Көпшә — ҡурай, моңло тауышҡынаң
Әсир итте сабый күңелде.
Мин һуң нимә?! Һинең көс-ғәйрәтең
Хайран иткән бөтөн илемде.
Ҡурай һөйләй халҡым үткәндәрен,
Күргәндәрен һөйләй, бөгөндө...
Йәш быуынға еткерергә теләй:
Ҡәҙерен белһен улар һәр көндөң.
Шашынмаһын артыҡ... Рәхәт тормош
Ул ҡан менән яулап алынған.
Алынған да ҡурай өнө булып,
Моңо булып көйгә һалынған.
Гөлиә ИҪӘНҒУЖИНА.