Бәләбәйҙә үҙешмәкәр художество ижад коллективтарының “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” IV республика фестивале башланды.
Ул өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Фестивалдә, театр коллективтарынан тыш, “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөткән үҙешмәкәр коллективтар ҡатнаша. Улар ҙур булмаған концерт программаһын тәҡдим итә.
Һәүәҫкәр артистарҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ коллективтарының художество кимәлен күтәреү, күп милләтле Башҡортостандың халыҡ ижады жанрҙарын, этник мәҙәниәтен үҫтереү фестивалдең маҡсаты булып тора. Үҙешмәкәр ижад коллективтарының йомғаҡлау концертын 22 ноябрҙә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткәреү күҙаллана.
М. МӨХӘМӘТОВА.