Бөйөктәрҙең эҙен һаҡлай был яҡтар16.06.2015
Бөйөктәрҙең эҙен һаҡлай был яҡтар Был төбәктә А. Чехов уҙған быуат башында ҡатыны менән туй сәйәхәтендә йөрөгән. Өс ай дауаланырға йыйына ижадсы, әммә йәш кәләш, актриса Ольга Книппер, бер айҙан кире үҙәккә алып ҡайтып китә һөйгәнен. Һүҙем Башҡортостандың йәмле төбәктәренең береһе – “Әҙәби нағыш” республика марафонының сираттағы байрамы үткән Әлшәй районы хаҡында. “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, күренекле прозаик Әмир Әминев етәкләгән ижади десантты ҡаршы алып, район хакимиәте башлығы Дамир Мос­тафин йылдың иң йәмле мәлдәре хаҡында һөйләне.
Район социаль-мәҙәни үҙә­ген­дә ойош­торолған әҙәби-мәҙә­ни сарала Дәүләкән районы ха­ки­миәте баш­лығы урынбаҫары Ғә­ри­фулла Ҡот­ло­­ғәл­лә­мов, яҡты те­ләктәрен еткереп, Әлшәй ра­йо­ны хакимиәте баш­лығы урын­ба­ҫары Закуан Әх­мә­товҡа йыл символын – Йылъяҙма-китапты – тап­шырҙы. Күршеләр буш кил­мәгәйне: Дәүләкән ша­ғирәһе Вера Скрипникова шиғри сә­лә­мен тап­шырһа, Башҡорт­ос­тан­дың халыҡ яҙыусыһы Ә. Хә­ки­мов­тың йорт-музейы ди­рек­торы Гөлүзә Арыҫ­ланова үҙе ижад иткән йырҙы баш­ҡарҙы. Ә. Вәлиди исе­мендәге Милли китап­хана директоры Айгөл Мора­това Әлшәй районы ха­ки­миәте баш­лығы урын­баҫары Закуан Әхмә­тов­ҡа, Ҡар­мыш ауылы ки­тап­ха­наһының баш ки­тап­ха­насыһы Мәрзиә Абдрах­­ма­но­ва­ға, Ниғмәтулла ауылы ки­тап­ха­наһының баш ки­тапханасыһы Гүзәл Әхмәҙи­ши­на­ға, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы ки­тап­ханасыһы Рәмзиә Иман­­ғоловаға рәх­мәт хаттары тап­шырҙы. Китап­ханаларҙың эш­мә­кәрлеге ха­ҡын­дағы ижади балаҫ та үҙенсәлекле бүләк бул­ды.
Бөйөктәрҙең эҙен һаҡлай был яҡтарСәсәниә Розалия Сол­тангә­рәева яңыраҡ үҙенең юбилейын бил­дәләп үткәйне. Яҡташтары уны ошо уңайҙан тәб­рикләп кит­те. Яуап һүҙе рәүешендә яңғы­раған ҡобайыр тыуған яҡҡа алғыш булып яңғыраны.
Райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Мирғәсим Әким­бәтов ҡу­наҡтарҙы социаль-мә­ҙәни үҙәк­тең бәләкәй залына саҡырҙы. Ун­да төбәк ижадсы­ла­рының ҡулъ­яҙмалары буйынса фекер алы­шыуға йыйылдыҡ. Рус телендә яҙы­шыусыларға шағир Владимир Денисов оҫталыҡ дәресе үткәрһә, баш­ҡорт те­лендәге ҡулъ­яҙмаларға әҙип­тәр Әмир Әминев, Гөлфиә Юнысова, Рәмил Йәнбәк, Земфира Мулла­ғә­лиева, ғалим Мирас Иҙелбаев ана­лиз бирҙе. Сарала ҡат­нашмаһа ла, шағирә Земфира Муллағәлиева Ридаль Ситдиҡов атлы егеттең яҙма­ларын ыңғай баһаланы. Гөлнур Ғиззә­тул­ли­на, Илфаҡ Фаризов, Лилиә Сә­лим­гәрәеваларҙың шиғырҙары ла ыңғай баһа алды. Шәлкемдәрен бө­гөндән рес­пубика мат­бу­ғатында баҫ­ты­ры­р­лыҡ. Клара Туҡаева “Йөрәктәрҙә – Имай Насыри” китабын баш ҡаланан кил­гән ҡунаҡтарға бүләк итте. Ша­ғирә Гөлфиә Юнысова: “Элек-элек­тән тө­бәк­тә әҙәби берекмә эшләп килә, уның эшен йән­лән­дереп ебә­рергә кәрәк. Үҙ ҡа­ҙаныңда ҡай­нау үҫеште тот­ҡарлай. Киләсәктә әҙәби осрашыуҙарҙа яңынан-яңы әҫәр­ҙәрегеҙҙе көтөп ҡалам”, – тине яҡташтарына.
“Аксен” станцияһына барып, рус классигы Антон Чехов булып киткән ерҙәргә сәйәхәт ҡылмаһаҡ, моғайын, дөрөҫ тә булмаҫ ине. Әҙәбиәт йылына арнап ойошторолған “Әҙәби нағыш” республика марафонының маҡсаты ла тап һүҙ сәнғәте менән бәйле урындарҙы барлау, ижади көстәрҙе һынау, профессиональ яҙыусының мәртәбәһен күтәреү бит.
Бөйөктәрҙең эҙен һаҡлай был яҡтарРайондың Ғәйниямаҡ ауылы – үҙенсә­лек­ле төбәктәрҙең береһе. Бында башҡорт­тар­ҙың боронғо ырыу вәкилдәренең береһе – ғәй­нә­ләр – көн итә. Сәсәниә Розалия Солтан­гәрәева уларҙың тормошон сағылдырып яҙған китабын яҡташтарына бүләк итте. Йола фольклорын ентекле өйрәнгән ғалимә ҡот ҡойоу йолаһын башҡарып, зал менән бергә изге теләктәр ҙә әйтте.
Мәктәптең музейында төбәк халҡының ҡул эштәре, боронғо ҡормартҡылар һаҡлана. Рәссам Р. Миһрановтың күсмә күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы яңы материалдар, уҡыусылар ҡыҙыҡһынып уҡыған баҫмалар менән таныштырҙы. Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Регина Камалова колле­галарының эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Шағирҙар Гөлфиә Юнысова, Рәмил Йән­бәк, Земфира Муллағәлиеваның шиғри сәләм­дәрен халыҡ бик йылы ҡабул итте. Ғалим Мирас Иҙелбаев тотош бер башҡорт ырыуының исемен йөрөткән ауыл халҡына тарихи мәғлүмәттәр биреп китте. Әлшәй райо­ны китапханасылары хоры, Зөлфиә Ғәниева, Мәрзиә Абдрахманова, Ольга Солдатова, Илмир Мөхәмәтйәнов, Аксен мәҙә­ниәт йорто хеҙмәткәрҙәре башҡарыуында йырҙар, Наил Садиҡовтың ҡурай моңо, Надежда Еремееваның “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе байрамға йәм өҫтәне.
А. Чехов булып киткән ауыл хәҙер яҙыу­сының исемен йөрөтә. Бында балалар өсөн һауыҡтарыу лагерь-шифаханаһы урын­лашҡан. Башҡорт мәҙәниәтен, әҙәбиә­тен өйрәнгән “Йәйләү” лагеры быйыл тап ошонда республика үҫмерҙәрен ҡабул иткән. Ҡымыҙ менән дауаланған рус прозаигы һәм драматургы А. Чехов үҙенең яҙмаларында төбәк хаҡында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаша. Бында яҙыусыға һәйкәл ҡуйыл­ған, йылға аша, ана, әҙиптең яратҡан урыны – ағастар араһында – урманға һыйынып, йәмле беседка тора.
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосының эҙҙә­рен һаҡлаған төбәктә әҙәби саралар төбәк әҙиптәренең бәҫен күтәреп, башлап яҙыусы­ларға ҡанат ҡуйҙы. Ижади усаҡтың осҡон­дары һәр кемдең күңелендә яңы яҡты ялҡындар ҡабыҙғандыр, моғайын.


Вернуться назад