Әсәйем ҡулдары16.06.2015
Иген иккән — әсәм ҡулдары,
Сигеү сиккән — әсәм ҡулдары,
Урман киҫкән — әсәм ҡулдары,
Талмаҫ ҡанат — әсәм ҡулдары...
Сөйгән улар мине юғары!
Ярғыланған улар гел эштән,
Ҡаралғандар улар көмөштәй.
О, шәфҡәтле әсә ҡулдарын
Ниңә икән тормош ҡыҙғанмай?
Улар нескә, улар түҙем, тик
Һалдат яраһылай һыҙлайҙар.

Бала саҡ
(Ҡобайыр)

Әй, әкәмәт бала саҡ,
Әкиәт булып ҡаласаҡ.
Белгән нәмәм — гел уйын,
Күтәргәнем — саң-ҡойон.
Ауыҙ-морон бал ине,
Менгән атым тал ине.
Һоҡланғаным ай ине,
Ҡолағаным тай ине.
Күк күкрәгән мәлдәрҙә,
Аунаным үләндәрҙә.
Йомарландым йомғаҡтай,
Тәгәрләнем ҡамғаҡтай.
Үтте инде малай саҡ,
Ауыҙ-морон майҙа саҡ.
Хәҙер мин бит ир еткән,
Малай түгел иреккән!
Уралыма ул була алһам,
Илемә ҡул була алһам,
Миңә, дуҫтар, шул еткән,
Шул еткән, ау, шул еткән!

Тормош
Тормош беҙгә ауыҙ иттергәндә
Балын, тоҙон бергә әҙерләй,
Балын, тоҙон алмаш-тилмәш биреп,
Берсә ҡаға, берсә ҡәҙерләй.

Тоҙҙарынан ауыҙ иткән саҡта,
Әрней минең, әрней бәғерем.
Ә шулай ҙа тоҙон татымаһам,
Белмәҫ инем балдың ҡәҙерен.


Вернуться назад