Алдынғылар Алтайҙы яулай16.06.2015
Алдынғылар Алтайҙы яулай [b]БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт филологияһы факультеты студенттарына төрлө яҡлап үҫешеү, камиллашыу, һәр көндө файҙалы итеп үткәреү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Йәштәр уҡыу программаһын үҙләштереү менән генә сикләнмәй, ә төрлө конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша. Дәрестәрҙән һуң студенттар “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре, “Йөрәктау” фольклор ансамблдәрендә шөғөлләнә, “Ашҡаҙар” әҙәби-ижади түңәрәгендә ижади һәләтен үҫтерә.[/b]


Яҙ һайын Таулы Алтай дәүләт университетында стажировка үтеү күркәм йолаға әүерелде. Сәфәр барышында беҙҙең студенттар был уҡыу йортондағы тиҫтерҙәре, уҡытыусылар менән аралаша, лекция тыңлай, төрки халыҡтарының мифологияһы, фольклоры, теленең сағыштырмаса грамма­тикаһы буйынса белемен камиллаштыра, экскур­сияларға йөрөй.
Йәштәр йәнә “Филология. Рәсәй халыҡ­та­рының телдәре һәм әҙәбиәте (төрки телдәр төркөмө)” тип аталған олимпиадала даими ҡатнашып, йыл һайын призлы урын яулай. Быйылғы сәфәр ҙә Стәрлетамаҡ филиа­лы­ның башҡорт филологияһы факультеты студенттарына ҙур ҡыуаныс килтерҙе – команда ғилми конкурста I урынды яуланы! Олимпиадала иң егәрле, белемле йәштәребеҙ – Гөлшат Ғәйнуллина, Алина Садиҡова, Лариса Хәмитова, Розалина Солтангәрәева һәм Нәғим Һөйөнов ҡатнашты. Ә миңә был кол­лективтың етәксеһе булыу бәхете тейҙе.
Танышыу кисәһендә һәр команда баш­ҡа­ларҙы үҙ халҡының мәҙәниәте менән таныштырҙы, тыуған төйәге, уҡыу йорто тураһында мәғлүмәт бирҙе, милли йыр-бейеүҙәрен башҡарҙы. Беҙҙең студенттар ҙа сағыу сығыш әҙерләгәйне. Мәҫәлән, Нәғим Һөйөнов ҡурайҙа башҡорттоң дәртле бейеү көйҙәрен башҡарһа, Розалина Солтангәрәева Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләне. Алып барыусы Лариса Хәмитова:
Бөйөк Рәми, башҡорт телен данлап,
Изге һүҙҙәр яҙып ҡалдырған.
Тыңла, Алтай, бағышлайбыҙ уны
Төрки ҡан-бабалар рухына! –
тигән юлдарҙы ҡәрҙәштәребеҙгә ихлас күңелдән еткерҙе.
Олимпиада ике көн барҙы. Тәүгеһендә төр­ки тел ғилеменең бүлектәре буйынса ун һо­рау­ҙан торған конкурс эше тәҡдим ителде. Икенсе көндә иһә фольклор һәм әҙәбиәт буйынса белем тикшерелде. Ә был арала төр­көм етәк­селәре “Юғары белем биреү өл­кә­һендә төрки халыҡтарының әҙәбиәте” тип аталған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты.
Стажировка программаһына ярашлы, студенттар А.В. Анохин исемендәге милли музейҙа, театрҙа булды, Тугая тигән тауға күтәрелеп, Таулы Алтайға һоҡланды, Чемал районының тәбиғи ҡомартҡыларын күрҙе.
Сәфәрҙең һуңғы көнөндә олимпиадаға йомғаҡ яһалды. Беҙ – беренсе! Командабыҙ дәррәү алҡыштар менән сәхнә түренә саҡырылды. Төп бүләктән тыш, команданың һәр ағзаһы төрлө номинацияла еңеү яуланы. Сарала өҫтәүенә студенттарҙың ғилми эштәренә конкурс иғлан ителгәйне. Был бәйгелә лә беҙҙең йәштәр барлыҡ призлы урындарҙы алды!
Юғары һөҙөмтә, әлбиттә, еңел бирелмәй. Студенттар был еңеүгә ҙур тырышлыҡ, ны­ҡышмалылыҡ, уҡытыусыларының намыҫлы хеҙ­мәте аша өлгәште. Олимпиадала ҡат­нашыу мөмкинлеге биргән, йәштәрҙе ярышҡа лайыҡлы әҙерләгән өсөн уҡыу йорто етәк­селегенә, факультет педагогтарына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

[b]Рәмзәнә ӘБҮТАЛИПОВА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры.[/b
]


Вернуться назад