Ырғыҙ ҡыҙы иҫтәлегенә13.06.2015
Ырғыҙ ҡыҙы иҫтәлегенә Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында билдәле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 110 йыл тулыуға һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына арналған “VI Дәүләтшина уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Әҙибәнең ижадына бағышланған бындай күләмле сараларҙың тәүгеһе 1968 йылдың декабрендә юғары уҡыу йортоноң ул саҡтағы ректоры Камил Әхиәров һәм профессор Рәйеф Әмиров башланғысында ойошторолған булған.

Әлеге конференцияла Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Башҡорт дәүләт университеты, БДУ-ның Бөрө, Сибай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ филиалдары ғалимдары, аспиранттар, Башҡортостан һәм Һамар өлкәһе уҡытыусылары, шулай уҡ яҙыусының Баймаҡ районындағы Урғаҙа ауылынан килгән туғандары Ярулла Мөхәмәтйәнов, Надир Лотфуллин, Өфө ҡалаһынан ҡәрҙәше Мәрғүбә Дәүләтшина-Сынбулатова ҡатнашты. Конференция материалдары буйынса әҙерләнгән “Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы һәм хәҙерге филологияның көнүҙәк мәсьәләләре” йыйынтығына дүрт тиҫтәнән ашыу мәҡәлә тупланды.
Пленар ултырышта ҡат­на­шыу­сыларҙы сәләмләү һүҙе менән БДУ-ның Бөрө филиалы директоры Салауат Усманов, уның тәр­биә һәм социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Неля Белобородова, ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса урынбаҫары Александр Пономарев сығыш яһаны.
Һамар өлкәһендәге Оло Чернигов райо­ны­ның Украинка урта дөйөм белем биреү мәк­тәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Зөбәйҙә Хәмиҙуллинаның “Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса картиналар”, БДУ профессоры Ғиниәт Ҡуна­фин­дың “Ш. Бабич хитаптарының идея-­проб­лематикаһы, жанр һәм стиль үҙенсәлектәре”, БДУ-ның дөйөм һәм теоретик физика кафедраһы доценты Юрий Ергиндың “Тыуған илен һатыусының ғаилә ағзаһы” Һәҙиә Дәүләтшинаны тикшереү эше буйынса документтарҙың төп нөсхәһе”, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы мөдире Таңсулпан Бабичеваның “Башҡорт сәхнәһендә Һәҙиә Дәүләтшина образы” тип аталған докладтары тыңланды. Секция ултырыштарында юғары уҡыу йорттары профессорҙары һәм доценттары, аспиранттар, мәктәп уҡытыусылары әүҙем ҡатнашты. Барлығы ҡырҡтан ашыу сығыш тыңланды. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының йәш ғалимы, тарих фәндәре кандидаты Марсель Маннаповтың “Башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның бөрйән тамырҙары тураһында” тигән доклады бигерәк тә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда яҙыусының шәжәрәһе архив материалдары ерлегендә ентекле тикшерелә.
Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияла профессор Таңсулпан Бабичева һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт теле һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты Гөлсәсәк Саламатова башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен барлыҡҡа килтергән тәүге быуын башҡорт зыялыларына арналған “10 июль – Көн һәм быуат” әҙәби-тарихи драманың телевизион вариантын күрһәтеүҙе ойошторҙо. Спектаклдә Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндарҙың да яҙмышы сағылыш тапҡан. Тамашасылар иғтибарына тиҙҙән төшөрөләсәк “Ҡыҙыл Башҡортостан” тигән ете сериялы фильмдың видеопрезентацияһы ла тәҡдим ителде.
Яҙыусының әсәһе Гөлйәүһәр Ильясованы 15 йыл буйы ҡараған, һуңғы юлға оҙатҡан Мәрғүбә Дәүләтшина-Сынбулатова Бөрө институтында Һәҙиә Дәүләтшинаның 39 йыл элек үҙе һәм Гөлйәүһәр инәй тарафынан тапшырылған шәхси фотолары, кейемдәре, сигеү өлгөләре, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты дипломы, һаҡлыҡ кенәгәһе, шиғырҙары, «Ырғыҙ» романының машинкала баҫмаға әҙерләнгән биттәре һалынған дүрт папка һаман ҡәҙерләп һаҡланыуын күреп, ҡәнәғәтлеген белдерҙе. Мәрғүбә Абдулла ҡыҙы был юлы ла ҙур бүләк яһап, яҙыусының машинкала баҫылған 10 бит шиғырҙарын, бер нисә фотоһүрәттең төп нөсхәләрен, ҡайһы бер һауыт-һабаһын, әҙибәнең Ғәйнан Әмириҙән ҡабул ителгән архивының исемлеген һәм башҡа ҡайһы бер документтарҙы, Гөлйәүһәр Ильясованың пенсия кенәгәһен, Ғөбәй Дәүләтшиндың “Лениндың үлеменә донъя ни менән яуап бирҙе?”, “Хикәйәләр”, “Ҡуңалтаҡ тормош” исемле китаптарының титул биттәре күсермәләрен, режиссер Элла Дәүләтшинаның “Ошо һүҙҙе башҡортса әйт” фильмының яҙмаһын Һәҙиә Дәүләтшинаның музейына тапшырҙы.
Конференцияла ҡатнашыусылар йомғаҡлау ултырышында түбәндәге тәҡдимдәр индерелгән резолюция ҡабул итте:
1. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә билдәле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина тураһындағы иҫтәлектәр китабын һәм шиғырҙар йыйынтығын сығарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә.
2. Һамар өлкәһе башҡорттары һорауы буйынса, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриә­тенә яҙыусының “Ырғыҙ” романын башҡорт һәм урыҫ телдәрендә баҫтырып сығарыу мәсьәләһен тәҡдим итергә. Китаптарға иллюстрациялар рәүешендә рәссам Рим Йыһангировтың роман буйынса эшләнгән картиналар циклын ҡулланырға.
3. “Арҡаҙаш” фән һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк-ара фондының һәм “Йәнле таҫма” кинокомпанияһының күп сериялы “Ҡыҙыл Башҡортостан” тарихи фильмын төшөрөү тәҡдимен хупларға (етенсе серия Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндар тормошона арнала. – Авт.).
4. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына Баймаҡ районындағы Урғаҙа ауылының “Сиҙәм музейы”н һаҡлап ҡалыу буйынса эштәрҙе әүҙемләштереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә. Һамар башҡорттарының тоҡомо күпләп йәшәгән Урғаҙа ауылында был музейҙың Һәҙиә Дәүләтшинаның иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған берҙән-бер урын булыуын иҫәпкә алырға.
Халҡыбыҙҙа мәшһүр яҙыусыбыҙға һәм уның ижади мираҫына ҡарата иғтибар, шәхесе ме­нән ҡыҙыҡһыныу хисе бер ҙә кәмемәй, кире­һенсә, арта ғына бара. “Дәүләтшина уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһының алтынсы мәртәбә үткәрелеүе, күренекле әҙибәне яҡын­дан белгән кешеләрҙең уның тураһында өр-яңы, ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән ур­таҡ­лашыуы, яҙыусының ғаилә архив­та­рындағы фотоһүрәттәрен музейыбыҙ фондына тапшырыуҙары, беҙгә хаттар менән мөрәжәғәт итеүҙәре — үрҙә әйтелгәндәргә асыҡ дәлил.

Гөлнур ҠАСҠЫНОВА,
БДУ-ның Бөрө филиалы доценты.




Вернуться назад