“Көнгәк”ле ерҙән көс алып13.06.2015
 “Көнгәк”ле ерҙән көс алып Ҡала мәҙәниәт һарайында Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға VII төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре фестивале булды. Өс көн буйы барған байрамда республиканың төрлө район-ҡалаһынан 16 коллектив ҡатнашты. Һәр ансамбль өсәр композиция күрһәтте.


Бейеү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныш­тарға өлгәшкән баһалама ағзалары 48 композицияны ҡараны. Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтының халыҡ бейеүҙәре кафедраһы профессоры, Рәсәйҙең һәм Мари Иле Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, жюри рәйесе Геннадий Гусев тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Башҡортостанда уҙғарылған конкурстарҙа йыш булам. Төбәктәге ижади коллективтар мине һәр саҡ һоҡландыра. Беренсенән, бейеүсе парҙарҙың күп булыуы, егеттәрҙең сәнғәткә ынтылыуы — башҡа ерҙә һирәк күренеш. Икенсенән, һәр сығыш юғары хореографик кимәлгә еткән, милли кейемдең сағыулығы күҙгә бәрелә. Композицияларҙа сю­жет бар, музыкаль биҙәлеш тема­тикаға тап килә. Ансамблдәр кимәл буйынса бер-береһенән ҡалышмай, кемделер айырып ҡына билдәләп булмай.
Геннадий Петрович ҙур әһәмиәткә эйә фестивалде ойошторған район хакимиәтенә, урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт бел­дерҙе. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репетиторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың ха­лыҡ артисы Гүзәл Әбсатарова менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография кафедраһы профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Рим Әбделмәнов фестивалдең Мәләүез ерендә уҙғарылыуынан, коллектив­тарҙың көслө сығыштарынан ҡәнәғәт ҡалды.
— Өс йылға бер үткәрелгән конкурс ижадҡа, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ кешеләрҙе йыя. Коллективтар бер-береһенең сығышын ҡарай, аралаша, таныша. Быға тиклем фес­­ти­валь Өфөлә уҙғарыла килде. Беҙгә, ҡунаҡтарға, шуныһы бик оҡшаны: ойоштороусылар, куратор­ҙар төрлө мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итә, иғтибар бүлә, ихтирам күрһәтә. Башҡортостандың бейеү ансамбл­дәре республикала ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә лә сығыш яһай. Улар өсөн һәр саҡ ҡыуанам, ғорурланам. Афарин! – тине Республика халыҡ бейеүе үҙәгенең хореография буйынса баш белгесе, Башҡор­тостандың халыҡ артисы Рәфис Хәйруллин.
Гала-концертта Башҡортос­тан­дың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Мәләүез район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рита Сәмиғуллина фестивалдә ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе, киләсәктә үҫеш, еңеү, яңы үрҙәр яулауҙарын теләне.
Гран-приға районыбыҙҙың “Көн­гәк” халыҡ бейеү ансамбле лайыҡ булды. “Ирәндек” халыҡ бейеү коллективы (Өфө ҡалаһы) – I, “Контраст” (Күмертау ҡалаһы) һәм “Ирән­дек” (Баймаҡ районы) ансамблдәре II урынды алды, “Берғамыт” (Ишембай ҡалаһы), “Ҡояшҡай” (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), “АлАНТ” (Өфө ҡалаһы) хореография коллективтары III урынды яуланы.





Вернуться назад