Әҙәбиәт йылыӘҙәбиәт, хәлең мөшкөл икән,
Шулай ти ҙә баһа бар йәмғиәт.
Һине әллә өшкөрөргә микән? –
Бөткән, тиҙәр, һинең әһәмиәт.
Шатлан, әйҙә, ошо йылды һиңә
Бүләк итте беҙҙең ҙур түрәләр.
Улар һине рухи ҡәлғә итеп,
Ярҙамсыһы итеп бит күрәләр.
О, аңланыңмы һуң ниндәй абруй,
Ниндәй хөрмәт һиңә, әҙәбиәт!
Хәҙер инде тыуыр яңы тормош,
Һәр кем белер нимә әҙәп, оят.
Элек уҡыусыңды эҙләп талһаң,
Ял итеп ал, хатта уйлама ла.
Һәр кем хәҙер китап яратыусы,
Тик бер йылға ғына булһа ла.
Тыныс ҡына үтеп бармай йылың,
Тегендә йә бында ҡайғы-зар.
Һине лә онотҡан заманыңа
Әллә инде ҡаты үпкәң бар?
Йыл да үткәс, оноторҙар тигән
Уйҙар мәллә һине яфалай?
Әҙәбиәт йылы... Ҡыҙыҡ үлсәм...
Йөрәгемдә ята хафалай.
ҠыҫҡарталарБөтә ерҙә бара ҡыҫҡартыуҙар.
Хәҙер – көрсөк. Кәрәк һаҡсыллыҡ.
Эш хаҡтарын, эш урынын
ҡыҫҡарт!
Бында урынһыҙҙыр ваҡсыллыҡ.
Беҙ ҙә шәп булайыҡ – заман заңын
Хуплап, оҙон шиғыр яҙайыҡ.
Яҙайыҡ та артыҡ юлдарҙы беҙ
Һыҙайыҡ та, әйҙә, һыҙайыҡ.
ДонбассКүп дуҫтар Донбасста...
Йә фронтта, йә тылда...
Йә ерҙең аҫтында...
Йөрәкте ҡан баҫа...
Йылыға ҡастың да!..
Ә дуҫтар Донбасста...
Хәбәре юл ала...
Хәбәрһеҙ юғала...
Дон баҫа! Дон баҫа!..
Ҡәләмем ояла...
Мин ҡурҡаҡ бер бала...
Күп дуҫтар Донбасста...
Киткәндәр ҡайтырға...
Киткәндәр ҡайтмаҫҡа...
Тик оран ағыла:
Дон баҫа! Дон баҫа!..
ВетеранЧита ҡалаһында йөҙ йәшлек
Бөйөк Ватан һуғышы
ветераны үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Ғәжәпләнмәй күптән минең
ҡәләм,
Ғәжәпләнмәҫ итте заманы.
Һәр көн юйғас яҡты юлдарын, һуң
Ғәжәпләнер урын ҡаламы?
Ҡалған икән. Хатта бына ҡәләм
Туҡталды ла тора уйланып.
Күпте күрҙең, күпте яҙҙың, ҡәләм,
Йөрәгеңде күпме һыҙлатып.
«Ветеран үҙенә ҡул һалған». – Был
Хәбәргә ышанманың мәллә?
Ҡағыҙы битенә текәлер шул
Күп күргән ҡәләмем был мәлдә.
Һуңғы көрәшең бит һинең,
ветеран,
Хәҙерге заманға ораның.
Әжәлде генә ишеткәс кеше,
Һин, үлеп, үтенеп һораның:
«Һатмағыҙ илде! Һатмағыҙ ерҙе!
Хәтерҙе һаҡлағыҙ, намыҫты!
Һатмағыҙ беҙҙең бөйөк Еңеүҙе
Һәм кеймәгеҙ ҡоллоҡ ҡамытын!»
«Еңелде», – тип аҡыл һатты
берәү,
«Был гонаһ!» – тип әйтте икенсе.
Юҡ!
Үлеме менән ул һеҙҙе еңде.
Ул һаман да – бөйөк еңеүсе.