Яҡташыбыҙ — күңел түрендә26.11.2011
Яҡташыбыҙ — күңел түрендәОлуғ ғалим, башҡорттар араһынан сыҡҡан беренсе фән докторы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 100 йыллыҡ юбилейын республика йәмәғәтселеге киң билдәләне. Ошо көндәрҙә уның тыуған яғында — Ғафури районында үткән ғилми-ғәмәли конференцияла төрлө төбәктәрҙән мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Юбилей саралары Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә башланып китте.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғалимдың тормошона һәм ижадына арнап асыҡ дәрестәр күрһәтте. Ҡунаҡтар араһында ғалимдың кесе улы, социология фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Морат Кейекбаев та бар ине.
Жәлил Кейекбаевтың мәшһүр ғалим ғына түгел, сәсән телле, халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле башҡарыусы йырсы ла булыуы билдәле. Шуғалыр ҙа уның яратҡан йырҙарының береһе “Үткән ғүмер”ҙе Рәмил Ҡотдосов башҡарыуында халыҡ тын да алмай йотлоғоп тыңланы.
Ғилми-ғәмәли конференцияға билдәле әҙиптәр, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылғайны.
— Жәлил Ғиниәт улының тормошо ла, яҙмышы ла тыуған тупрағы менән бәйләнгән. Ул һәр ваҡыт яҡташтары араһында булды, тел байлығын һәм халыҡтың Яҡташыбыҙ — күңел түрендәйәнле һөйләү үҙенсәлектәрен бөртөкләп йыйып, юғары фән кимәленә күтәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға оҙаҡ йәшәргә яҙманы, әммә яҡташыбыҙ — беҙҙең күңел түрендә. Уның исемен мәңгеләштереү, ижади мираҫын өйрәнеү һәм пропагандалау өҫтөндә эшләгән хеҙмәттәштәренә, уҡыусыларына, туғандарына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Әле был йүнәлештә башҡарылаһы эш күп, — тине сәләмләү һүҙендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин Жәлил Кейекбаевтың педагогик эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтте, шулай уҡ алдынғы уҡытыусыларға Маҡтау грамотаһын, “Мәғариф отличнигы” билдәһен тапшырҙы. Профессор Ғиниәт Ҡунафин иһә төркиәтсе-ғалимды фән юлындағы бер маяҡҡа, яҡтылыҡ йырсыһына тиңләне. Сығыш яһаусыларҙың күбеһе йорт-музейы алдына ғалимдың бюсын урынлаштырыу, Башҡорт дәүләт университетына уның исемен биреү мәсьәләләрен кисекмәҫтән хәл итеү кәрәклеге хаҡында әйтте.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров ғалимдың исемен мәңгеләштереүгә индергән өлөштәре өсөн Жәлил Кейекбаев исемендәге район премияһын тапшырҙы. Быйыл уға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуңғы бер нисә йылда ғына 10 китап сығарған Вилдан Шәрипов, яҙыусы Лира Яҡшыбаева һәм шағир, драматург Кәбир Аҡбашев лайыҡ булды.
Артабан байрам Жәлил Кейекбаевтың тыуған төйәгендә — Ҡаранйылға ауылында дауам итте. Сәйетбаба менән Ҡаранйылға һәүәҫкәрҙәре бик ҡыҙыҡлы тамаша менән сығыш яһаны.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.


Вернуться назад