Йөрәк тибеше менән үлсәп05.06.2015
Ялҡын телдәре төнгө ҡараңғылыҡты йыртырға теләп, берсә үрһәләнә, берсә ел ыңғайына тирә-йүнде ялмап-ялмап ала. Ҡыҙған күмер өҫтөндә бейегән йәш сиған ҡыҙын хәтерләтеп ҡуя. Арымай-талмай юғарыға ынтыла. Ләкин аяҡ аҫтындағы ҡуҙҙар көл өйөмөнә әйләнеп, ваҡыт уҡтарын һанай. Ҡыуыш янында усаҡ тирәләй йыйылған малайҙар төнгөлөккә аттарын тышаған да гәпләшеп ултыра. Ара-тирә ишетелгән ҡыңғырау, ҡолондар тауышы малайҙарҙың төнгө хәбәрен ҡеүәтләгәндәй. Ҡолаҡ төбөндә йонсотоп безелдәгән серәкәйҙәр ҙә, усаҡҡа атылған шайтан күбәләктәре лә, йылға аша ғына үҙ биләмәһен барлап гөрөлдәгән өкө лә, ҡыуыш янындағы шишмәнең наҙлы йыры ла малайҙарҙың иғтибарын йәлеп итмәй. Уларҙың “үҙ бише биш”: тирләп-бешеп, көнө буйы күгәүендән талана-талана бесән сабып арыһаң да, төнгө ҡыҙыҡлы, мөғжизәле, йә булмаһа тарихи ваҡиғалар тураһындағы хәбәрҙәрҙән нисек ҡолаҡ ҡағаһың?! Дамирҙың хәтеренә тап ошондай илаһи күренеш уйылып ҡалған. Улай ғына ла түгел, тәүге поэтик образдар, шиғри юлдар күңел ҡылдарын тирбәтеп, тос орлоҡтар булып тупланғандыр.
Тауҙар, урмандар араһында йәшәгән кешеләрҙең тормошо, йәшәйеше бер-береһенә ныҡ оҡшаш. Башҡортостаныбыҙҙың иң ҙур, күркәм районы Белоретта тыуып үҫкән Дамир Шәрәфетдиновтың да бала сағы, үҫмер йылдары тәбиғәт менән бәйле, уның эсендә үтә. Шуға ла малай саҡтан уҡ ҡоштар телен аңлап, урман моңон отоп, тирә-йүндең һулышын тойоп үҫә Дамир. Шуға ла ошо мәлгә айырым иғтибар биреп:
Бала саҡта – ишек алды
Ер шарылай иркен саҡта, –
тип иҫкә ала.
Эйе, уның күңел донъяһында – ваҡ мәшәҡәт, юҡ-бар түгел, ә офоҡтарҙы иңләр иркен ҡараш, тәрән фәлсәфәүи уйҙар.
Ишетһәгеҙ әгәр йылға йырын,
Тимәк, тарих һөйләй ҡаялар.
Шағир тауҙарҙың серен аңларға, яраларын күреп, дауаларға ла әҙер. “Ямантау” шиғырындағы һыҙланыуҙарында тарих шаңдауҙары ишетелә, киләсәккә борсолоуҙар арта бара. Кеше менән тәбиғәттең берлеге генә түгел, ә мәңгелек бәйләнештең диалектикаһы ла ижадында күп урынды биләй. Дамир Шәрәфетдиновтың гражданлыҡ лирикаһында бәләкәй Ватан образы үтә ентекле, ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләнгән. Шиғырҙарҙа типик образдар түгел, ә ижадсының офоҡ даирәһен билдәләр ҡараш өҫтөнлөк итә:
Иҙел башы, тиҙәр. Тыуған яғым,
Йүрүҙән дә һиндә, Инйәр ҙә.
Йәки:
Мин ғашиҡмын һиңә, тауҙар иле,
Ҡайындарҙың шаулы йырына.
Һөйгән йәреләй, ғәзиз әсәһеләй, шуҡ балалай күргән Инйәре шағир күңеленә дауа булып яғыла. Ошо ергә, төбәккә тамырҙары менән береккән халҡы яҙмышын уйлап хафаға сума ул:
Заман боҙған тәбиғәтле,
Ерһеҙ генә илле башҡорт
Үҙенә лә етмәгәнде
Башҡаларға йөрөй ташып...
“Башҡортлоҡ” шиғырында Рәйес Түләк башлап ебәргән идеяны дауам итә, өр-яңы яҡтарын аса.
Дамир Шәрәфетдинов шиғриәтенең лирик геройы – үтә тәбиғи һәм уйҙар даръяһында иркен йөҙөүсе лә. Һәр күренешкә, ваҡиғаға, тормошҡа ҡабатланмаҫ ҡараш менән баға:
Мәңгелеккә әйҙәй йор шаршылар,
Моңдарына сумам ҡыуанып.
Алып китһен ине уйҙарымды
Тормошомдоң шаян йылғаһы.
Шағир “Монар” шиғырында ғәҙәти форманан ҡасып, биш юллы строфаның “ааббб” рифмаһын оҫта ҡулланып, ғүмер миҙгелдәрен үлсәй.
Быуаттарҙың үле тынлығында
Өнһөҙ генә ҡарап торамын
Йөрәк аша ваҡыт уҙғанын.
Ваҡыт төшөнсәһе — автор өсөн бер мөғжизә лә, бәхәсләшер тәғлимәт тә. “Балам” шиғырында ваҡыттың әйләнмә уйнауы, ә “Сағыл таштан”, “Яҙ шаңдауы”нда лирик геройҙың һағыштары йәнде өҙгөләй.
Сөнки бында күптән яҙ яҙ түгел,
Йөрәк һыҡрандырмай йыр-моңдар...
Серле һағыш, тоноҡ шаңдау тоям
Тәбиғәттең яҙғы туйында, –
“Зыярат”, “Оран” шиғырҙарында заман зары, ҡотһоҙ ысынбарлыҡ быуар йылан кеүек быуһа ла, офоҡтағы яҡтылыҡҡа өмөт һүнмәгәндәй.
Яраланған йылдар ҡорбаны беҙ,
Тик йөрәк көс әле табырҙай –
Ауаздарын беҙҙең йотҡан сирҙең
Тоймай үҫһен тыуыр сабыйҙар!
Йә булмаһа:
Мине ерләр быуын үҫмәгән дә –
Сабырыраҡ, зинһар, ян, йөрәк...
Барыһы менән генә килешеп ҡалмай, үҙ дәғүәләрен дә фәлсәфәүи дөйөмләштерә:
Тоймай юлдың соҡор-саҡырҙарын,
Ҡамсылайһың заман-саптарың.
Белһәң ине: көтөү боролғанда
Алға сыға малдың аҡһағы!...
Ваҡыт, арауыҡ фәлсәфәүи төшөнсә булараҡ һәр кемде уйландыра, мәңгелек һорауҙар солғанышына сойорғота. Ә шағирҙың үҙ ҡарашы: ҡабатланмаҫ мәлде күрә лә, күрһәтә лә:
Ултырайыҡ. Уйлай күрмә,
Ҡушалыр тип туҡтарға.
Күреп ҡал, ана – был көн дә
Шым ғына китеп бара,
Ғүмерең үтеп бара.
Ғүмерҙең бөгөлдәре лә ҡәҙимге түгел, “малай сағы баҡсала ҡыяр урлаһа”, “егет уға бармаҡ янап, хаталар төҙәтә”. Ә “Йәшлек юлы” шиғыры — был миҙгелдең оло тантанаһы:
Иртәгәгә йыйған болом да юҡ,
Үткәндәр ҙә ятмай иңемдә, —
тип өндәшә икән, был битарафлыҡ түгел, ә шул осорҙоң иң шәп, иң оҫта һәм теүәл сағылышы бит! Шул мәлдә генә диңгеҙ тубыҡтан, донъя иңдәргә һыя.
Көнө буйы миндә даръя булып
Икһеҙ-сикһеҙ йыһан сайҡала, —
тип Дамир ғына әйтә алалыр.
Ҡыҫҡаһың, мәл, тип ҡыуанған күңел
Шулай ғүмер үтеүенә күнер,
— тип мәңгелек ҡаршылыҡ сиктәрен поэтик фекергә төйнәй. Шағирҙың ижадында ошо йүнәлештә тынлыҡ, мәл, мәңгелек кеүек төшөнсәләрҙең үҙенсәлекле балҡыуы — тағы ла бер яңылыҡ.
Шул саҡтарҙа уйсан күңелеңә
Тормош япҡан ҡырҡ ҡорама юрған
Асыла ла ҡапыл таң еленән,
Балҡып ҡуя алыҫ-алыҫтарҙан…
Минуттарҙы һанаған йөрәк эшмәкәрлеген ҡайһылай халыҡсан итеп биргән!
Ысын булһа, уҡ бит йөрәгеңә
Тейеш ине күптән атырға...
Йондоҙҙоңмо тыйып уҡталыуын,
Саҡыра ла кәкүк саҡыра? —
тип икеләнә лә ғүмер-саптарын ҡыуа ғына:
Йөрәк кенә, һәр аҙымды тойоп,
Ҡайтыр юлды, көндө гел һанай.
Күңелдәрҙә һаман — саң туҙҙырып
Сыбыҡ атта елгән бер малай.
Күңелендә сыбыҡ атҡа менеп, уй-хыялы менән бар йыһанды урап, йөрәк тибеше аша заман ағышын тойоп ижад итә Дамир Мөлкаман улы.
Дамирҙың шиғриәте тау-таш ҡаяларҙан селтерәп кенә сыҡҡан шишмәләй башлана ла киң даирәне, далаларҙы иңләр көскә әүерелә. Тема тәрәнәйә, проблематик киҫкенлек арта, өр-яңы идеялар менән байый. “Кәрәлек” шиғырында лирик герой ваҡыт һәм арауыҡ менән бик оҫта эш итә:
Быуаттарға быуындарҙы ялғап,
Йөрәгемә минең ул һуҙа
Ата-бабам бағышлаған йырҙы
Кәрәлеккәй менән Ырғыҙға.
Ябай ғына шиғри строфала эпик киңлекте сағыу картина итеп бирә:
Йәшәй дала.
Дүрт тарафҡа, иҙерәп,
Илаһи күк ҡоя зәңгәрлек.
Башҡортомдоң булмыштарын биҙәп,
Мәңге аҡ һин шулай, Кәрәлек!
Дамир Шәрәфетдинов ижадында эпик ҡоласлы әҫәрҙәр айырым урынды биләй. “Сәскәлек”, “Урман”, “Мөхәббәт йондоҙлоғо”, “Ташландыҡ баҡса”, “Барҡылдаҡ һәм балтырған” поэмалары, “Гармунсы” балладаһы тематик яҡтан бай, форма төрлөлөгө менән айырыла. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” әҫәренең жанрын яңы әкиәт тип билдәләй автор.
“Сәскәлек” поэмаһының композицияһы үҙенсәлекле, тәү ҡарамаҡҡа үтә нескә хис-тойғо ҡоршауында ҡалған кеүек булаһың. Үҙәктә – кеше менән тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәт. Сюжет һыҙығында лирик геройҙың сәскәләр иленә сәйәхәте һигеҙ төрлө сергә төрөп бирелгән. Пролог менән эпилог та кинәйәле фекерҙе башлап, кәрәкле урында төйнәп ҡуйған. Айырым бүлектәрҙәге һәр сер донъя классиктарының шиғриәтенән килтерелгән эпиграфтан башлана. Урта быуаттарҙағы фарсы шағиры Ғүмәр Хәйәм, төркмән Лахути, алтай Аржан Адаров, немец Гете, урыҫ әҙиптәре М. Лермонтов һәм Н. Заболоцкийҙың эпиграфтары серле донъяға ишек булып тора. Сәскәлектә донъя гөрләй. Лирик герой тәржемәсе кеүек сирендән мөхәббәт тарихын, күксиндән кешеләрҙең геноцид сәйәсәтен, аҡ сәскә менән миләүшәнең кешеләргә иҫе китеп аптырауын, ынйыҡайҙың мөхәббәт хистәрен, яран һәм һарынаның уйҙарын беҙгә еткерә. Сәскәләр тормошо ла кешеләрҙеке һымаҡ ҡатмарлы, мөғжизә менән тулы. Шағир уларҙың таңғы ысыҡтан сафланып, тәүге ҡояш нурҙарына ынтылып күҙен асҡанын, үҙ-ара серләшкәнен, донъяға матурлыҡ таратҡанын күреп, һүҙҙәрҙән илаһи донъя төҙөй.
“Мөхәббәт йондоҙлоғо” тигән поэмаға автор тормоштағы драматик ваҡиғаны нигеҙ итеп ала. Героиня Хәмәҙиәнең тормошондағы иң трагик мәлде яҡтырта ла уға үҙ мөнәсәбәтен автор сигенеүе аша бирә. Хәмәҙиәнең яҡты хыялдары, мөхәббәт караптары тормош ысынбарлығы тигән утрауға бәрелә. Ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡ героиняны ҡорбан итә, ләкин һөйөү көсө уны күккә йондоҙ итеп сөйә. Шуға ла автор был парадокстарҙы күңел донъяһының тәрән кисерештәре аша уҙғара. Поэманың формаһы ла йөкмәткегә тура килә, строфалағы төрлө үлсәмдәр берсә дауыллы тулҡынды, берсә һил саҡтарҙы төҫмөрләргә булышлыҡ итә.
Дамир Шәрәфетдиновтың “Урман”, “Ташландыҡ баҡса” поэмаларында лирик геройҙың тәрән уйланыуҙары, фәлсәфәһе урын алған. “Урман”дағы риүәйәт тетрәндерә, уйландыра. Шағир поэмала ваҡыт менән оҫта эш итә, шуға ла хронотоп бик ҡулай һәм уйланылған төҫлө. Лирик геройҙың тетрәнеүҙәре йә шартлап, йә һағыш булып тирбәлә:
Хатта рухы ҡалмаһын тип илдә,
Тотҡас та бит Себер һөргәндәр.
Рухты һөрөп буламы һуң инде?
Бәлки, ул – тап ошо имәндер.
Кеше мәңгелек көрәш юлында. Ҡайһы саҡ үтә үкенесле лә була:
Айыу ҙа сәп, һәм кеше лә
Тоғро ялсыға, –
тип ҡоллоҡ аңы биләгән әҙәм хаҡында уйлана. Ә беҙҙә күпме әҙәми зат ҡоллоҡ аңын шаршау итеп ғүмер итә?! Шағирҙың уйланыуҙары ла, раҫлауҙары ла бик урынлы.
“Ташландыҡ баҡса”ла автор баҡса, зыярат атамалары менән эш итһә лә, уҡыусыға йәмғиәттәге байтаҡ социаль күренеште поэтик образ аша еткерә.
“Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” әҫәре бик ҡыҙыҡлы. Ул композиция йәһәтенән ғәжәп бай, диалогтарға ҡоролған, сәхнә әҫәрен хәтерләтә. Йөкмәткеһендә заманыбыҙҙың сәйәси-социаль проблемалары бик йәтеш, уңай һүрәтләнә. Тәүҙә йәмғиәттә бер генә төрлө баһаланмаған һайлау осоро, артабан идара итеү, кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре тәбиғи рәүештә һүрәтләнә. Төп геройҙар Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыуҙан башҡа Алтынша, Баш вәзир, Сәркәтип, Мәскәй образдарының хәрәкәттәре сюжетты тулыландыра, байыта. Дамир яңы әкиәте аша ысынбарлыҡҡа, йәшәйешкә күҙ һалып ҡына ҡалмай, ә көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡабырғаһы менән ҡуя. Бына ҡайҙа ул шағир һиҙгерлеге, шағир тойомлауы!
Дамир Шәрәфетдиновтың шиғриәтендә тәбиғәт, ҡоштар һәм йәнлектәр донъяһы эпик киңлекте, тәрән фекер даирәһен барлыҡҡа килтерә. Уның “Барҡылдаҡ һәм балтырған” тигән әҫәре “күңелһеҙ проза” тип билдәләнгән. Лирик герой ҡоштар донъяһына эләгеп, хайран ҡалырлыҡ күренештәрҙе тасуир итә:
Күкте иңләр ҡоштоң ҡошон
Ерҙә һағалай хаслыҡ...
Йә булмаһа:
Һандуғасты төндә һайрай, тиҙәр,
Ғашиҡтарға арнап ул йырын,
Ысыҡ эсә аҡһыл иртәләрҙә.
Шикләнергә бар шул бер урын! —
ти.
Мин дә шулай, мөғжизәләр иңләп,
Таңғы ысыҡтарҙы ярған бар...
Ысыҡ түгел, ҡояшты ла күрмәй
Күңеленә биктәр һалғандар.
Йөрәктәре йырһыҙ ҡалғандар, —
тип бар кешелекте байҡап, хайран ҡала.
Ижадында тәбиғәт байтаҡ урынды алһа ла, шағир тормош ысынбарлығынан тайпылмай. “Гармунсы” балладаһында төп герой – замандашы. Ҡатмарлы ла, үҙенсәлекле лә заман бығауҙарына эләгеүҙән, һынып ҡалған герой яҙмыштары аша башҡаларҙың ауыр хәлен аңларға тырыша.
Дамир Шәрәфетдиновтың шиғырҙарына байтаҡ композитор мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, А. Ғайсиндың, Э. Шардиҙың моңло йырҙары эфирҙа әленән-әле яңғырап тора.
Шағирҙың холҡон, булмышын “Башҡорт ҡыҙы” тигән шиғырҙа шәйләргә мөмкин.
Ундай ҡыҙҙар ҡайҙан мине күрһен,
Яндарымда нисек туҡтаһын?
Ә бит күрҙем – ашай ине күҙем –
Ҡулында бит — минең китабым!...
– тип сәпкә тейҙерә. Эйе, һүҙҙә лә, эштә лә, ижадта ла маһир егет ул Дамир. Тик уның ҡәләменән генә:
Тынлыҡ булһа... Юҡ шул – әсе иңрәү:
Бында хужа булыр ҡол, ана,
Янда ғына көнлөк кәсеп менән
Хаслыҡ ҡыла ергә, халҡына, –
тигән юлдарҙы көтөргә мөмкин. Бөгөнгө башҡорт шиғриәтенә ул үҙ моңон, ҡабатланмаҫ тәрән поэтик фекерен өҫтәй. Заман ағышын йөрәк тибеше менән үлсәп, май иртәһендә таңғы ысыҡтарҙы кисеп, һандуғастай ҡанаттарын ҡағып моң өләшә Дамир.