Ҡәләменән дары еҫе аңҡый02.06.2015
Ҡәләменән дары еҫе аңҡый Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин (Анатолий Генатулин) 1925 йылда Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда Үзбәкстанда ФЗО-ла уҡып йөрөгән була. Уны тамамлағас, заводта әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй: 1943 йылда ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана, батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнә.
1948 йылда демобилизацияланып ҡайтҡас, Талха Ғиниәтуллин Кавказ яҡтарында тоннель төҙөлөшөндә ҡатнаша.
Илленсе йылдарҙан бирле яҙыусыбыҙ Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа, әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре – туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.
“Мышағыр” (1969), “Айыу таш” (1975), “Алтын бишегем” (1984), “Тау артында ниҙәр бар?” (1997), “Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007) йыйынтыҡтарына тупланған хикәйә һәм повестарында, Рәсәй һәм Башҡортостан матбуғатында донъя күргән әҫәрҙәрендә яҙыусы гүзәл Башҡортостан тәбиғәтен, тау-ташлы, урмандары, ялан-ҡырҙары, инеш-күлдәре, Яйығы һәм мәғрур Ирәмәле менән данлыҡлы Учалы төбәгенең шифалы ерен ҡайнар һөйөү хистәренә һуғарып һүрәтләй.
Талха Ғиниәтуллин тыуған яҡтарына, Ураҙ ауылына йыш ҡына ҡайтып йөрөй, яҡташтары менән бәйләнеште өҙмәй. Ғәзиз еренең гүзәллеген, халҡының күркәм рухын, милли йөҙөн, күңел хазинаһын бөтә донъяға танытты. Әҫәрҙәре күп телдәрҙә баҫылған яҙыусының башҡорт рухлы, ихлас һәм рухи яҡтан бөйөк геройҙары меңәрләгән уҡыусы күңелендә һаҡланып ҡалырлыҡ сағыу буяуҙарҙа кәүҙәләнә.
Һеҙҙең иғтибарға әҙиптең бер хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.


Вернуться назад