“Әҙәби троллейбус”ҡа рәхим итегеҙ!30.05.2015
1 июндә төшкө сәғәт 1-ҙә Әҙәбиәт йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан “Башҡортостан” гәзите “Әҙәби троллейбус” акцияһына ҡушылып, баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ижади сәфәргә саҡыра.
Сара беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланып китә. Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев байрамға килеүселәрҙе сәләмләйәсәк. Артабан троллейбусҡа ултырған юлдаштарыбыҙ Сәйҙә Ильясованың, Радик Динәхмәтовтың йырҙарын, Салауат Әбүзәров, Лариса Абдуллина һәм Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын тыңлаясаҡ. Ошонда уҡ “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу ойоштороласаҡ.
Викторинала ҡатнашып еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән. Һорауҙар Әҙәбиәт йылына, Бөйөк Ватан һуғышына, “Башҡортостан” гәзите тарихына ҡағыла. Күңелле һәм фәһемле осрашыуҙар көтә һеҙҙе, дуҫтар!