“Ҡыҙҙар тауы ҡайындары йырлай, шиғыр һөйләй бында шишмәләр”26.05.2015
“Ҡыҙҙар тауы ҡайындары йырлай, шиғыр һөйләй бында шишмәләр” “Әҙәби нағыш” республика марафонының сираттағы аҙналығы уңайынан Шишмә районына юлландыҡ. Башҡорт әҙәбиәтен үҙ ижады йөҙөндә донъя кимәленә алып сыҡҡан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ауылы Келәштән башланды сәфәребеҙ. Өфөнән килгән әҙиптәр менән осрашыуға ауылдың моделле китапханаһына Кендек йәшендәге малайҙар, ҡыҙҙар йыйылғайны. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы делегацияһын етәкләгән шағир, “Тулпар” журналының яуаплы сәркәтибе Илдус Фазлетдинов балаларҙы әҙәбиәтте яратырға, китап уҡырға саҡырҙы, гәзит-журналдар таратты.
Райондың үҙәк китапханаһында төбәк авторҙарының ҡулъяҙмалары тикшерелде. Шуныһы ҡыуаныслы: төрлө те­маға, төрлө жанрҙа ижад иткәндәр ара­һында йәштәр ҙә бик күп ине. Ш. Ба­бич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, прозаик Фәрзәнә Аҡбулатова: “Һеҙҙең күптәрегеҙҙең яҙмалары тыуған яғығыҙға һөйөүҙән яралған. Әҙәбиәт, иң тәү сиратта, ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылырға тейеш, минеңсә. Бөгөн шундай ижад емештәренең яҙылыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Ватанына һөйөү тойғоһонан яҙған кешеләр үҙенең донъялыҡтағы асылын юғалта”, – тип Шишмә районы ижадсыларының ихласлығын, китап уҡыуы менән әҙәбиәт һағында тороуын юғары баһаланы.
“Ҡыҙҙар тауы ҡайындары йырлай, шиғыр һөйләй бында шишмәләр”Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, шағир Леонид Соколов рус телендә яҙышҡан авторҙарға шулай уҡ уңыштар теләне, шаярып-көлөп кенә әҙәбиәттең яҡтылыҡ сығанағы булыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Эйе, Шишмә районы сараларында ҡатнашып та, Мостай ағайҙың донъяның ҡояшлы яғы тураһында фекерен хәтергә алмау мөмкин түгел ине. Тап әҙәбиәтте ярат­ҡандар, китап уҡығандар үҙенең рухи та­мырҙарына тоғро ҡалыу менән бергә кү­ңел сафлығына ирешә торғандыр. Рус те­лендәге ҡулъяҙмаларға шулай уҡ “Истоки” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре, журналист Светлана Ғәфүрова анализ яһаны.
З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ваҡытлы матбуғат баҫмалары бүлеге мөдире Илвира Мөслимова уҡыусыларҙың китаптарға ғына түгел, киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа еткерелгән әҙәбиәткә лә битараф булмаҫҡа саҡырҙы.
“Ҡыҙҙар тауы ҡайындары йырлай, шиғыр һөйләй бында шишмәләр” Ҡулъяҙмалар хаҡында фекер алышыу бик йәнле барҙы. Илдәге сәйәсәткә мөнәсәбәт белдереп, рухи сығанаҡтарға мөрәжәғәт итеп яҙылған шиғырҙар профессионалдар тарафынан ыңғай баһаланды. Әҙип – ул заманының барометры, рухи табибы. Әгәр дәүер сырхауҙарына һүҙ ҡөҙрәте аша дауа таба алабыҙ икән, тимәк, кешелек бурысын лайыҡлы атҡарыу юлына баҫырбыҙ. Артабан ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең һәйкәленә сәскәләр һалды, Тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышты.
Райондың халыҡ менән тулы район мәҙәниәт һарайы беҙҙе йыр-моң менән ҡаршыланы, Фәниә апай Вәлиуллина “Әҙәбиәт йылы” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе:
Әҙәбиәт йылы быйыл,
Ҙур тантана Шишмәлә.
Китапхана тулы халыҡ –
Ҡыуанмайса нишләргә?
Әҙәбиәт, мәҙәниәт
Фәһем бирә кешегә.
Илаһи көс, дәрт алаһың,
Тормошоңа, эшеңә.
Нурлы әҙиптәр башлаған.
Был йыл уңышлы булһын.
Яңы повесть, хикәйәләр,
Шиғырҙар тыуып торһон.
Китапхана юлдарына
Берүк туҙан төшмәһен.
Рәхим итегеҙ, ҡунаҡтар,
Байрамға йәм өҫтәлһен.
Милли әҙәбиәт музейының күргәҙмәләр бүлеге мөдире Радмил Абдрахманов мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. Артабан Благовар районы хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов Шишмә төбәгенең етәксеһе Флүр Уразмәтовҡа йыл символы Йылъяҙма-китапты тапшырҙы.
Район мәҙәниәт һарайында үткән әҙәби-музыкаль кисәнең үҙенсәлеге шунда булды – Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Зиннур улынан алып бәләкәс кенә балаларға тиклем шиғыр уҡыны. “Һәр кем кәмендә 20-30 шиғыр белергә тейеш”, – тине етәксе һәм әҙәбиәт классиктарының әҫәрҙәрен яттан һөйләне. Был бит – иҫ киткес күренеш: әгәр һәр даирәлә етәкселәр һүҙен Есениндан, Бабичтан башлай икән, тимәк, доға һымаҡ, шиғыр юлдарына һалынған ҡеүәт тыңлаусыларҙың һәр береһенә рухи ҡалҡан булыр. Афарин, шишмәләр! Гөлназ Арыҫланова, Самира Хәбибуллина, Адэлия Яҡупова, Эмил Камалетдинов, Радмир Урманов, Руфина Нуғаева, Радмир Әлмөхәмәтов, Илнара Хафизова кеүек мәктәп уҡыусыларының оҙон-оҙон шиғырҙарҙы шул тиклем оҫта һөйләүе юҡҡа түгел икән – улар районда үткәрелгән шиғыр ятлаусылар конкурсында еңгән!
Айгөл Ғәзиева башҡарған башҡорт халыҡ йыры “Зөлхизә” күңелдәрҙе иретте. Ҡурайсы Салауат Ғилметдинов та һоҡланыу тойғоһо уятты. “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбле башҡарыуындағы “Сәскәйҙәрең толом-толом” йыры аша залдағылар ошо яҡта тыуған яугир-яҙыусы, шиғырҙар авторы Ғабдулла Байбуринды хәтерләне. Юнир Хисмәтуллиндың, Резеда Әхмәтшинаның, “Ләйсән” халыҡ ансамбленең сығышы тамашасыларға бик оҡшаны.
Төбәктәге ижад байрамынан һәр кем әҙәбиәт инешенән сафлыҡ уртлағандай таралышҡандыр, моғайын. Бында бит Ҡыҙҙар тауы ҡайындары ла йырлай, шиғыр һөйләй яҡты шишмәләр!


Вернуться назад