Был көндә сәхнә сәнғәтенең яңы формаһы тыуҙы тип әйтһәк, һис кенә лә шаштырыу булмаҫ, моғайын: Радик Динәхмәтовтың алтын юбилейын үткәргәндә тамашасыға күрһәткән ижад емеше ғәҙәти сиктәргә генә һыймай. Ул кешенең йәмғиәттә тотҡан урыны, әхлаҡи сифаттары, рухи көсө тураһындағы башҡорт һәм татар шағирҙарының ижадын, мөнәжәттәрҙе, йырҙарҙы эсенә алды. Бар яҡтан да уйлап эшләнелгән режиссура, башҡарыусының сәхнәләге хәрәкәте, экранда бер-бер артлы күренгән һүрәттәр һәм кино фрагменттары фекер һәм мәғәнәүи яҡтан берләшеп, күренеште спектакль тип ҡабул иттерә.Яңы алымды моноспектакль тип атау урынлы булыр кеүек — ул тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Бындайҙы күргән юҡ ине әле, тип тәьҫораттары менән уртаҡлашып таралыштылар.
Моноспектаклдең умыртҡа һөйәге шиғырҙарҙан тора. Уларҙы, башҡортса һәм татарсалары 16-шар булһын тип, Радик ике йылдан ашыу Өфөлә, Дүртөйлө, Ҡазан китапханаларында эҙләгән һәм тапҡан.
Бөтөн Рәсәйгә танылған йырсының шиғриәткә мөрәжәғәт итеүе сәйер тойолғандыр. Был беренсе ҡарашҡа ғына шулай. Төптән уйлап ҡараһаң, шиғыр — үҙе бер йыр. Уның үҙ моңо, үҙ көйө, ритмы, биҙәлеше бар. Шиғриәткә бер Пегас ҡына түгел, ә, Суфиян ағай Поварисовса әйтһәк, “Һүҙ — һүрәт”, “Һүҙ — фекер” һәм “Һүҙ – тойғо” тигән өс арғымаҡ егелгән. Ошо иҫ киткес матур “тройка”ға ултырһаң, йырлайһың да, көйләйһең дә, күккә лә осаһың, ергә лә төшәһең, бер ҡасан да уйламаҫ уйҙарға батаһың, әллә ниндәй сихри донъяларға күсеп, ожмахта йөрөгән кеүек булаһың. Шиғырҙарҙың нәҡ бына шундайҙарын һайлап алыу өсөн флейтасы, йырсы, мөнәжәттәр әйтеүсе Радиктың һиҙгерлеге, күңел байлығы, ижад йомартлығы кәрәк булған да инде.
Хәҙер йырсылар бик күп. Уларҙың концерттарына йөрөү түгел, хатта исемдәрен дә беҙ, тамашасылар, белеп бөтмәйбеҙ. Үҙенсәлекле конкуренцияла берәүҙәре тауыштарының матур тембры менән алдырырға тырышһа, икенселәре нота йырлай. Тамашасыны шаҡ ҡатырыр өсөн билдән түбән юмор менән публицистика алымдарын ҡушып ебәргәндәр ҙә осраштыра. Ә бына Радик тамашасының зауығын тәрбиәләү юлында сәнғәт төрҙәренең уңышлы алымын таба алған.
Радик тәҡдим иткән вариант ябай тамашасыға ла яҡын, аңлайышлы. Уны күрһәтер өсөн ҙур залдар, махсус сәхнәләр, тамашасыларҙан да күберәк артист һәм персонал йөрөтөргә кәрәкмәй. Бәләкәй генә ауыл клубында, мәктәп залында, китапханала һәм башҡа шундай урындарҙа күрһәтеп була уның моноспектаклен.