XVIII быуатта ташҡа баҫылған китап – иң боронғо ҡомартҡы16.02.2012
XVIII быуатта ташҡа баҫылған китап – иң боронғо ҡомартҡыФондта ике миллиондан ашыу документ тупланған, шуның һикһән меңгә яҡыны – китап, брошюра, автореферат
Башҡортостандың Китап палатаһы хеҙмәткәрҙәре хан һарайындай йортта эшләй икән, тип уйлай торғайным. Октябрь проспектының осонда урынлашҡан бәләкәй генә ике ҡатлы бинаның ишеген асып ингәс, дөрөҫ килдемме-юҡмы, тип башта икеләнеп ҡалдым. Әллә күпме тарих, тотош дәүерҙәр ошонда ғына һыйһынсы!? Иҫ китерлек бит! Бүлмәләрҙең тарлығы, улай ғына ла түгел, елләтеү ҡоролмаларының юҡлығы ла аптырашҡа һалды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында һәр кем үҙенең эшен намыҫ менән башҡара.
“Башҡортостан Республикаһының дәүләт китап палатаһы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Айгөл УРАҠАЕВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Рәсәйҙә Китап палатаһы 1917 йылда төҙөлгән, ә Башҡортостанда был мәсьәлә 11 йылдан һуң ғына көн тәртибенә ҡуйылған йәки 1928 йылда БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары коллегияһы ултырышында республикабыҙҙа Китап палатаһы ойошторорға кәрәк тигән фекер яңғырай, – ти Китап палатаһы етәксеһе Айгөл Ураҡаева. – Унан инде Китап палатаһының положениеһы раҫланған, маҡсаттар билдәләнгән, кадрҙар туплау эше башланған. Ғилми-библиографик эшмәкәрлекте киңәйтеү өсөн “Башҡортостан үҙәк китап палатаһы” тип аталған ғилми-библиографик үҙәк төҙөлгән.
Халыҡта милли библиографик үҙәк тигән төшөнсә йәшәй. Республикабыҙҙың шундай үҙәге булараҡ, ул үҙенең эшмәкәрлеген Башҡортостандың дәүләт китапханаһында башлаған. Китап палатаһы бер йыл тирәһе үҙаллы ойошма була, ә киләһе йыл уны яңы ғына барлыҡҡа килгән Үҙәк республика китапханаһына ҡушалар. Ғәжәп, 1930 йылда бары тик китапхананың бүлеге итеп кенә ҡалдырыла, уның ҡарауы, етәкселек матбуғат өсөн айырым фонд булдыра, библиографик үҙәк сифатында киң танылыу яулауға өлгәшәләр, илдәге бүтән ойошмалар менән бәйләнеште нығыталар, ғилми-ғәмәли үҙәк ролен үтәгән Бөтә Союз Китап палатаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр. Ләкин китапхана ҡарамағында булыу һәр йәһәттән дә сикләүгә килтерә. Артабан мотлаҡ айырым предприятие төҙөү мәсьәләһе көн тәртибенә сығарыла. Шулай итеп, 1934 йылда учреждение Китап палатаһы исемен ала һәм хәҙер ҙә ошолай атала.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда төрлө тарафтан бихисап белем усаҡтары Башҡортостанға эвакуациялана, шул иҫәптән Украинаның китап палатаһы ла бында һыйына.
Республикабыҙҙың Китап палатаһы төрлө урынға күсеп йөрөү сәбәпле, ҡайһы бер баҫмалар таушала-туҙа, хатта юғала. 83 йыл эшләү дәүерендә республикабыҙҙың матбуғат архивы баҫма продукцияны ҡабул итеп теркәүҙән башлап дәүләт кимәлендәге ғилми-библиографик һәм статистик үҙәккә әүерелде.
Маҡсат – республикабыҙҙа нәшер ителгән бөтөн төр баҫмаларҙы библиографик теркәү, иҫәпкә ҡуйыу һәм һаҡлау. Шулай уҡ матбуғат статистикаһын алып барыу, библиографик күрһәтмәләр төҙөү кеүек бурыстарҙы ла ғәмәлгә ашырабыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, йылъяҙма яҙыу эшен теүәл алып барыусы ойошмаларҙың береһе исемлегендәбеҙ.
– Тимәк, Китап палатаһы республикабыҙҙың милли китапхана-мәғлүмәт фондын һаҡлау ролен үтәй тип әйтә алабыҙ.
– Ысынлап та, шулай.
– “Кәштәләрҙә тороп, бер ҡул теймәйенсә ялтырап ятҡан ҡупшы китапҡа ҡарағанда туҙып-таушалып бөткән уҡымлылары мең ҡат матур һәм бәхетле”, – ти күренекле әҙип Ғайса Хөсәйенов. Һеҙгә кеше күп йөрөймө, әллә зал бушмы?
– Бәләкәй генә булһа ла уҡыу залына майҙан бүленгән. Ғөмүмән, палатанан ҡарты ла, йәше лә өҙөлмәй. Китапханалар булғанда ниңә халыҡ беҙгә йөрөй һуң? Был хаҡта мин дә йыш уйланғаным бар. Тимәк, китапханала булмағанды беҙҙән табалар, ә Китап палатаһында бөтәһе лә бар. Оҙаҡ йылдар тикшереүҙәр халыҡтың әүҙемлеген күрһәтте, улар тарих менән тәрән ҡыҙыҡһына, гәзит-журналдарҙы аҡтара, бүтән баҫмалар менән таныша. Билдәле, йәй миҙгелендә – һиллек, ә инде берәй ойошманың юбилейы алдынан белгестәр мәғлүмәт юллап күп килә башлай.
– Китап палатаһына барып теләгән әйберҙе табыу мөмкинме? Мәҫәлән, миңә үҙем тыуған йылда ниндәй ваҡиғаларҙың теркәлеүе бигерәк тә ҡыҙыҡлы.
– Әлбиттә, һәр китап, һәр гәзит күҙ ҡараһылай һаҡлана. Әйтәйек, кемдер Китап палатаһына килергә теләй икән, ул кешенән иң беренсе етәксе исеменә ғариза яҙыу талап ителә йәки эш урынынан хат алып килергә тейеш. Өйгә бер әйбер ҙә бирелмәй, ултырып ҡына белем эстәйһең. Хеҙмәтләндереү бушлай. Әйткәндәй, Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә уларҙың барыһы ла түләүле.
Бер мөһим нәмәгә алдан аңлатма биреүҙе урынлы һанайым. Революцияға тиклем ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән төрки теле башҡорттарҙың яҙма әҙәби телен тәшкил итә, бер нисә йылдан уға әҙме-күпме үҙгәреш индерелә. Үҙ сиратында әсбаптар ҙа, гәзит-журналдар ҙа ошо яҙма нигеҙендә сыҡҡан, уларҙы уҡый белергә кәрәк тимәксемен. Һуңынан уның урынын латин графикаһы, артабан яңы төҙөлгән урыҫ алфавиты ала.
– Шул тиклем үҫешкән заманда йәшәйбеҙ, прогресс үҙенекен итә. Электрон архив тураһында хәҙер күп һөйләйҙәр...
– Был тәңгәлдә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Фондты электрон архивҡа күсереү 2009 йылда башланды. Бер урынға туплауҙы бер нәмә лә алмаштыра алмай. Юғиһә берәй материал кәрәк булһа, уны кәштәнән эҙләй башлайбыҙ. Республика баҫмаларын хәҙер электрон вариантта ла ҡабул итеүгә күстек. Күптән инде үҙебеҙҙең сайтты булдырҙыҡ, матбуғат йылъяҙмаһы унда тулыһынса сағылыш таба.
– Айгөл Азат ҡыҙы, китапхана йәки Китап палатаһы тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ күҙ алдына бай фонд килеп баҫа. Мине генә түгел, ә күптәрҙе элек сыҡҡан китаптарҙың ҡыҙыҡһындырыуына шигем юҡ. Ҡайһы китап иң боронғоһо?
– Гәзит, журнал, һирәк осраған китап һәм ҡулъяҙма, Филоненко фондтары (ғалим Виктор Иосифович Филоненко Пятигорск ҡалаһынан Башҡортостанға күсеп килгәндә үҙенең шәхси китапханаһын Китап палатаһына тапшырған. – Автор.) булдырылған. Ул, республикабыҙҙың милли архив фондының өлөшө булараҡ, халыҡтарҙың милли мираҫының, Ватан полиграфияһының айырыуса ҡиммәтле ҡомартҡыһы һанала. Сөнки XVIII–XXI быуаттарҙа нәшер ителгән ҡулъяҙмаларҙы һәм һирәк осраған китаптарҙы, ғөмүмән, баҫма продукцияның бөтә төрөн дә һаҡлау урыны тик ошонда ғына. Беҙҙә ғилми хеҙмәттәр байтаҡ: тарих, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡтар, Башҡортостан, шулай уҡ Өфө менән Ырымбур губерналары буйынса ифрат бай материал йыйылған. Һирәк осраған китаптар һәм ҡулъяҙмалар фондында иһә алты мең ярым ҡомартҡы һаҡлана. Фондта урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт һәм төрөк телдәрендә ике миллиондан ашыу документ ята, шуның һикһән меңгә яҡыны – китап, брошюра, автореферат. 300 йыл элек ташҡа баҫылған әҫәрҙәрҙең булыуы – республика өсөн ҙур табыш. Әйтәйек, иң боронғоһо – 1741 йылда сыҡҡан китап “Список с Новгородской писцовой книги Дмитрия Китаева двадцати семи погостов” тип атала. 1846 һәм 1861 йылдарҙа нәшер ителгән гәзит-журналдар ҙа күп кенә. Шул уҡ ваҡытта нота менән бирелгән әҫәрҙәр, карталар, афишалар, лозунгтар, һайлау кампанияһына бәйле бюллетендәр, саҡырыу ҡағыҙҙарын да таба алаһығыҙ.
Ҡыҫҡаһы, республикабыҙҙың ғына түгел, ә тотош дәүләтебеҙҙең тарихын аҡтарғанда, мәҙәниәтте өйрәнгәндә фондтар һәм каталогтар ҙур ярҙамсы, шуға фән юлын һайлаусыларҙың беҙҙә йыш булыуы ла тиккә түгел.
Башҡорттар, туҙға яҙмағанды һөйләмә ти. Ысынлап та, беҙҙә туҙға яҙылған ғына яҙмалар юҡ, ә бүтәндәренең барыһын да табырға мөмкин.
Төрлө ваҡытта етәксе булғандар тураһында бер кәлимә һүҙ. Китап палатаһының беренсе директоры Мөбәрәкйән Әмиров тураһында йылы хәтирәләр һаҡлана. Белеүемсә, ул директор булып тәғәйенләнгәс, тәүге көндәрҙән үк үҙе ауылдарға сығып, китап йыйыуҙы ойошторған. Ф.А. Хәбирова, Л.К. Иҡсанова, М.У. Мөхтәрова һәм башҡалар ҙа учреждениеның эшен киңәйтеүгә күп көс түккән.
Китап палатаһында 22 хеҙмәткәр иҫәпләнә, архив-белешмә, ғилми-библиографик һәм нәшриәт секторҙары бар.
Күршеләр менән бәйләнеш ныҡлы. Хәйер, Татарстанда ул Дәүләт матбуғат архивы тип атала, тәүҙә Сыуаш Республикаһындағы коллегаларыбыҙ ҙа архив ҡарамағында инеләр, аҙаҡтан яңынан Китап палатаһына күстеләр.
– Гәзит – замандың көҙгөһө. Гәзит фонды тураһында ла әйтһәгеҙ ине.
– Архив фондында гәзит һәм журналдарға ҙур майҙан бүленгән. Урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, мари һәм удмурт телдәрендә 1846 йылдан бөгөнгә хәтлем өлкә, республика, район һәм ҡала баҫмалары һаҡлана. Революцияға тиклем сыҡҡан “Уфимский край”, “Уфимский вестник”, “Уфимская земская газета”, “Правительственный вестник”, “Ваҡыт” тигәндәре – шуға асыҡ миҫал. Шулай уҡ “Красная Башкирия”, “Кызыл таң”, “Ленинсы”, “Йәш коммунар”, “Комсомолец Башкирии”, “Удар төҙөлөш”, “Уральский рабочий” гәзиттәре менән дә танышырға мөмкин. Шулар араһында бай тарихҡа эйә, быйыл 95 йыллығын билдәләйәсәк “Башҡортостан” гәзите лә бар. Элекке исемдәре – “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире”, “Башҡорт”, “Башҡортостан”, “Башҡортостан хәбәрҙәре”, “Ҡыҙыл ҡурай”, “Ҡыҙыл Башҡортостан”, “Совет Башҡортостаны”.
“Башҡортостан Республикаһының матбуғат йылъяҙмаһы” тигән белешмә сығарабыҙ. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына бағышлап тематик күрһәтмәләр нәшер ителде, был йәһәттән эш артабан да дауам итә.
– Һеҙҙең өсөн китап нимә, ул тормошоғоҙҙа ниндәй урынды биләй?
– Миңә яҙыусы Булат ағай Рафиҡовтың “Китапҡа туҙан ҡунмай, эсендә булһа кеше” тигән аҡыллы һүҙҙәре оҡшай. Тәүҙә ябай библиограф инем, бер йылдан һуң сектор мөдире итеп үрләттеләр, директор урынбаҫары ла булдым, ә дүрт йыл элек ошо яуаплы вазифаны ышанып тапшырҙылар. Быларҙы ни өсөн әйтәм? Бында эшләү өсөн бик төпсөр һәм иғтибарлы булыу зарур. Өҫтәүенә ниндәй ҙә баҫмаға һөйөү менән ҡарарға кәрәк. Бынан тыш, телдәрҙе белеү фарыз. Ғөмүмән, китап уҡырға әүәҫмен.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад