Ваҡытлыса эшләһәләр ҙә...16.02.2012
“Башҡортостан” гәзите үҙ тарихында байтаҡ мөхәррирен алмаштыра. Араларында ваҡытлыса, бер нисә ай ғына эшләп киткәндәр ҙә була. Шакир Хәбибуллин, Муса Йосопов, Кәрим Иҙелғужин, Харис Йомағолов, Булат Ишемғолов — шундайҙарҙан. Әммә был осраҡта уларҙың хеҙмәтен ваҡыт менән үлсәү урынһыҙ. Етәкселәрҙең һәр ҡайһыһы баҫманың абруйын күтәреүгә, уны уҡымлы, фәһемле итеүгә бар көсөн һалған.
Иғтибарығыҙға ваҡытлыса эшләгән мөхәррирҙәр тураһында мәҡәләләр тәҡдим итәбеҙ.

Ваҡытлыса эшләһәләр ҙә...Кәрим Иҙелғужин
(1895—1937)


Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин 1895 йылдың 2 октябрендә Ырымбур губернаһының Мерәҫ ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Новосергиевский районы) тыуған. 1912 йылда Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә, яҡшы уҡыуы менән айырылып тора. 1915 йылда хеҙмәткә алынып, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Тыуған төйәгенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, ауыл Советы секретары, 1918 йылда Ырымбурҙа сығарылған “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзитенең секретары, артабан атлы дивизия писары булып эшләй. 1919 йылда Тамъян-Ҡатай кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә.
1924 йылдың баштарында К. Иҙелғужин Мәскәүҙә үткән XI Бөтөн Рәсәй съезында ҡатнаша, унан ҡайтҡас, Арғаяш кантоны башҡарма комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1925 йылда “Башҡортостан” гәзитенең мөхәррире итеп ҡуялар. Был мәлдә ул башҡорт халҡы тарихын ныҡлап өйрәнә. Шуның һөҙөмтәһендә “1917—1919 йылдарҙа башҡорттар хәрәкәте” тигән хеҙмәтен яҙа. 1928 йылда халыҡ мәғарифы комиссары итеп тәғәйенләнгәс, Башҡортостанда аң-белемде үҫтереүгә ҙур көс һала. 1931—1934 йылдарҙа Ленинградта ғилми-тикшеренеү педагогика институтының аспирантураһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайтып, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү педагогика институтын ойоштороу һәм асыу эшенә тотона.
1936 йылдың сентябрендә К.А. Иҙелғужин, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, ҡулға алына. 1937 йылдың 10 февралендә биш йылға иркенән мәхрүм ителә, әммә бер аҙҙан эш яңынан ҡарала һәм ҡот осҡос хөкөм сығарыла: атырға! Башҡорт халҡының данлы улдарының береһе Кәрим Иҙелғужиндың ғүмере 1937 йылдың 8 декабрендә өҙөлә. 1956 йылдың июнендә аҡлана, яҡты исеме яңынан тарихҡа ҡайта.

Ваҡытлыса эшләһәләр ҙә...Булат Ишемғолов
(1900 —1938)

Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов (әҙәби псевдонимы — Булат Ишемғол) 1900 йылдың 16 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Ейәнсура районы) Яңы Себенле ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бер нисә йыл ауылдағы мәҙрәсәлә уҡый. 1916 йылдың көҙөндә Өфөгә килеп “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең әҙерлек курсына урынлашһа ла, оҙаҡ уҡый алмай: мохтажлыҡ уны ауылға ҡайтып китергә мәжбүр итә.
Бөйөк Октябрь революцияһын тыуған ауылында уҡытыусы булып ҡаршылай. Колчакҡа ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1919—1921 йылдарҙа Ҡыпсаҡ-Ете ырыу һәм Юрматы кантондарында хәрби комиссариаттың сәйәси бүлек начальнигы була, комсомол ячейкаларын ойоштороуҙа ҡатнаша.
Илде аяҡҡа баҫтырыу һәм нығытыу йылдарында партия һәм совет органдарында яуаплы эш башҡара. 1921—1924 йылдарҙа Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә комсомол өлкә комитетының сәйәси ағартыу бүлеге мөдире булып эшләй. 1924 йылдың аҙағында партия эшенә күсерелә. Партия өлкә комитеты, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты, ҡала комитеты ағзаһы булараҡ, күп кенә яуаплы эштәр йөкмәтелә. Башта партия Өлкә Комитеты инструкторы, унан матбуғат бүлеге мөдире, 1925 йылдан “Башҡортостан” гәзите мөхәррире, Ленин әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеү комиссияһының мөхәррире, Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире һәм бер үк ваҡытта уның директоры булып эшләй. “Йәш юҡһыл” тигән йәштәр гәзитен ойоштороусыларҙың һәм уның тәүге мөхәррирҙәренең береһе була. Утыҙынсы йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы төҙөлгәс, уның рәйес урынбаҫары, “Октябрь”, “Дәһри” журналдарының мөхәррире була.
Тәүге шиғырҙары 1917 йылда “Ҡармаҡ” һәм “Шура” журналдарында баҫыла. Егерменсе йылдар уртаһында комсомол шағиры булараҡ таныла. 1934 йылда сыҡҡан “Комсоколонналар” китабы — шуға асыҡ миҫал. “Юлдар”, “Трактористка Айһылыу”, “Ейәнсура” поэмаларында яңы тормош өсөн фиҙаҡәр көрәшеүсе комсомолдарҙың образдары тыуҙырылған. “Сабир мулланың ҡәберҙән яҙған хаты”, “Аллаһыҙ көлөү” кеүек памфлет, фельетон, хикәйә һәм пародиялары башҡорт сатираһында иң яҡшы әҫәрҙәр булып тора.
Булат Ишемғол — шәхес культы йылдарының ҡорбаны. Исеме Яңы Себенле урта мәктәбенә бирелгән, һәйкәл ҡуйылған, музейы бар. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Ваҡытлыса эшләһәләр ҙә...Харис Йомағолов
(1891—1937)


Харис Йомағол улы Йомағолов 1891 йылдың 3 ғинуарында Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең Имел олоҫо (хәҙер Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған. 1914—1916 йылдарҙа Мәскәүҙәге юғары ауыл хужалығы академияһында уҡый. 1917 йылдың ғинуарында Мәскәү прапорщиктар мәктәбен тамамлай. 1917 йылдың июлендә Башҡорт мәркәз шураһы, Башҡортостан хөкүмәте ағзаһы, Башревком рәйесе (1919 — 1920) итеп һайлана. 1919 йылда Әхмәтзәки Вәлиди Туған менән бергә Башҡорт милли фирҡәһен (“Ирек”) ойоштора һәм уның етәксеһе була. 1920 йылдың ғинуарында Башҡортостандан Мәскәүгә саҡыртып алына. Бында 1921 йылдан башлап Башҡортостан уҡытыусылары курстарының етәксеһе, БашЦИК-тың ВЦИК ҡарамағындағы вәкиле, Башҡортостан вәкиллеге хеҙмәткәре була.
“Башҡортостан” гәзите мөхәррире Төхфәт Йәнәби 1929 йылда баҫманың 10 йыллығы уңайынан яҙған “Башҡорт ваҡытлы матбуғаты” исемле брошюраһында “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзитенең тәүге һандарын мөхәррирләп сығарыусылар араһында Харис Йомағоловтың да исемен атап үтә.
1937 йылдың июлендә Советтарға ҡаршы милли ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына һәм ошо уҡ йылдың декабрендә атыла. 1956, 1959 йылдарҙа аҡлана.

Ваҡытлыса эшләһәләр ҙә...Муса Йосопов
(1896—1937)


Муса Абдрахман улы Йосопов 1896 йылда Ауырғазы районының Әпсәләм ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡый. Армияла хеҙмәт иткәндә сәйәсәт менән мауыға, депутат итеп һайлана. РСФСР-ҙың беренсе Конституцияһын ҡабул итеүҙә ҡатнаша. Ике йыл “Азат Себер” гәзитенә етәкселек итә. 1922 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, “Башҡортостан” гәзите мөхәррире урынбаҫары, “Яңы ауыл” гәзитенең беренсе мөхәррире була. 1926 йылда Башҡортостандың профсоюздар советы рәйесе итеп һайлана. Мәскәүҙәге коммунистик университеттың мөхәррирҙәр бүлеген тамамлағас, Өфөлә ВКП(б) Өлкә комитетының матбуғат секторы мөдире итеп ҡуялар. Ҡазан ҡалаһына күскәс, педагогия институты һәм Татар дәүләт драма театрының директоры булып эшләй. Ике вазифаһынан да ялған ғәйеп табып бушаталар. 1937 йылдың 12 февралендә ҡулға алып, Мәскәү төрмәһенә оҙаталар, 29 августа атып үлтерәләр. 1957 йылда аҡлана.


Вернуться назад