“Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен...”22.05.2015
“Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен...” Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан һәр ерҙә мәҙәни кисәләр, осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы бәйгеләр үткәрелеп тора.

Дөйөм саранан Кушнаренко педагогия колледжы ла ситтә ҡалманы – I-III курс студентта­ры араһында ши­ғыр һөйләү­селәр бәйгеһен ойош­торҙо. Уның шарттарына ярашлы, һәр төркөмдән биш кеше ҡатнашты. Еңеүсе исе­менә Гүзәлиә Сәғ­ҙи­ева менән Дилара Афзалова лайыҡ тип табылды. Артабан улар “Тере һүҙ” район конкурсына юлланды.
Береһе – һуғыш, икенсеһе ирекле темаға арналған әҫәрҙе яттан һөйләү бәйгеһенең баһа­лама ағзалары сығыштың ике телдә яңғырауына, ту­лы йөкмәт­кене белеүгә, сәхнә оҫта­лығына, тейешле кейемдә булыуға айырым иғтибар бүлде.
Колледждың уңған ҡыҙҙары баш­ҡорт, урыҫ телендә шиғыр һөй­ләп, рәх­мәт хаттары менән бүләк­ләнде. Әйтергә кәрәк, Гүзәлиә лә, Дилара ла – уҡыу алдынғылары, йәмәғәт эш­тә­рендә лә әүҙем ҡатнашалар. Юғары белем алып, республика өсөн файҙалы белгес булырға хыяллана улар.






Вернуться назад