Йәйрәп ятҡан Ырымбур далалары буйлап барабыҙ. Юлдашыбыҙ Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы Дауытова ошо киңлеккә ҡарап: “Башҡорт йыры далалай киң, Урал тауҙарылай бейек, көмөш йылғаларҙай саф... Халҡыбыҙға моң тәбиғәтенән бирелгән!” – тип ҡуйҙы. Апайҙың был һүҙҙәре уйға һалды: башҡорттоң күкрәк тултырып оҙон көйҙәрҙе бар күҙәнәге менән йырлауы юҡтан түгел шул! Халҡыбыҙҙың йөрәге тыуған еренә тамырланған һәм ошо ғәзиз төйәген ҡурсалап, күпме яу сапҡан, тупрағын ҡайнар ҡаны, маңлай тире, күҙ йәштәре менән һуғарған!.. Бына ҡайҙан килә композитор, шағирә Фәниә Дауытованың йөрәктәрҙе өтөп алған, оран булып яңғырар моңо!Ырымбур далалары – Фәниә апайҙың тыуған төйәге. Башҡорттоң ошо төбәгендә ниндәй генә шәхестәр тыумаған: Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, Йыһат Солтанов, Зиннур Ураҡсин, Рауил Бикбаев, Рафаэль Аҙнағолов, Кәрим Ишбаев һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәрҙең рухи тамырҙары һут алған был бәрәкәтле тупраҡтан. Фәниә апайҙан да уларҙың йән ҡеүәте бөркөлә! Уның яҙған шиғырҙарынан азатлыҡ рухы, илгә, телгә, милләткә һөйөү хистәре аңҡый.
Фәниә Дауытова Ырымбурҙа тыуһа ла, яҙмыш юлдары уларҙың ғаиләһен Төркмәнстанға, аҙаҡ Үзбәкстанға алып килә. Бала сағы, үҫмер йылдары сит мөхиттә үтһә лә, туған телен онотмай ул. Өйҙә һәр саҡ башҡорт телендә һөйләшәләр, әсәһе халыҡ йырҙарын башҡара. Шул моңдар ҡыҙ бала күңелендә тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй, ҡасандыр иҫ белер-белмәҫ саҡта әкиәт донъяһы кеүек хәтергә уйылып ҡалған киңлектәргә тарта.
1965 йылда күптән йөрәген ашҡындырып торған хыялы тормошҡа аша Фәниәнең – Салауат ҡалаһындағы педагогия училищеһына уҡырға инә. Унан һуң Ташкент педагогия институтын тамамлап, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китә.
1990 йылдағы ығы-зығылы заман Фәниә Дауытованы Татарстанға алып килә. Ләкин бала саҡта уҡ ҡанына һеңгән тыуған ергә булған мөхәббәт уға һис кенә лә тынғылыҡ бирмәй. Башҡортостандың иркен далалары, мәғрур тауҙары, борғаланып аҡҡан йылғалары, сәскәгә төрөнгән болондары арбай уның күңелен. Ниһайәт, 2001 йылда ымһындырған хыялы тормошҡа аша – Өфөгә килеп, Республика иҡтисад лицейында урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Бында ул шиғырҙар яҙа, көйҙәр ижад итә башлай. “Туған халҡым янына ҡайтҡас, Урал ҡаяларынан бәреп сыҡҡан шишмә кеүек, күңелемдән моң урғылды”, – ти Фәниә апай.
Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы иҡтисад лицейында эшләгән осорҙа ҡыҙҙар ансамбле ойоштороп ебәрә, үҙе йырҙар яҙа. Улар Өфө ҡалаһының мәҙәниәт һарайҙарында уңышлы сығыш яһай.
Бөгөн композитор, хаҡлы ялда булһа ла, ижад шишмәһенән әленән-әле өр-яңы йырҙар урғылып сыға. Һигеҙ йыл эсендә уның ете музыкаль альбомы донъя күрҙе. “Сәскә ат, республикам, гүзәл Башҡортостан!”, “Башҡортостандың данлы улдары”, “Байрам менән, учалылар”, “Бүздәккә – 100 йыл”, “Еңеү көнө менән!”, “Дуҫлыҡта – көс”, “Һабантуй” тигән альбомдарын халыҡ йылы ҡабул итте.
Фәниә Дауытова яҙған йырҙарҙы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының танылған артистары башҡара, шулай уҡ радио һәм телевидение аша йыш ишетелә. “Башҡортостан – минең Ватаным”, “Ғүмер тигән океан”, “Еңеү көнө”, “Аҡ төндәрҙең шифаһы” кеүек йырҙары Мәскәү, Санкт-Петербург, Смоленск ҡалаһының сәхнәләрендә яңғыраған.
Ғөмүмән, Фәниә апайҙың булдыҡлылығына, етеҙлегенә хайран ҡалаһың. Байрам саралары булһынмы, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙар тиһеңме – барыһына ла өлгөрә ул. Мәҫәлән, март, апрель айҙарында 23-сө мәктәптең уҡыусылары менән Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы музейҙарҙа, “Йәштәр һарайы”нда сығыштар яһаны. Унда Фәниә Дауытова яҙған “Еңеү көнө”, “Шайморатов генерал”, “Генерал Кусимов”, “Муса Гәрәев”, “Александр Матросов”, “Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин”, “Башҡортостан” кеүек йырҙар башҡарылды. Йырҙарҙың исеме үк әйтеп тора: Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы – йәне-тәне менән үҙ халҡына, иленә тоғро хеҙмәт иткән ижадсы. Уйлап ҡуяһың, бәләкәй генә кәүҙәле был апайҙың йөрәгенә шул тиклем моң, Ватанға, кешеләргә булған мөхәббәт нисек һыя икән!? Шунда уҡ бөйөк шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың “Ниндәй ҙур ҙа барыбер һыя, ә ваҡлыҡ һыймай һис ҡасан ҙур донъяға” тигән ҡанатлы һүҙҙәре иҫкә төшә. Эйе, Фәниә апай кеүек мөләйем һәм ихлас күңелле кешенең йөрәге ҙур матурлыҡты һыйҙырыр өсөн яралғандыр, ваҡ-төйәккә унда урын юҡ!..
Фәниә Дауытованың фестивалдәрҙә, конкурстарҙа алған грамоталарын, дипломдарын ҡарап, ихлас күңелдән һоҡландым! Ошо ҡатырға ҡағыҙҙарға һеңеп ҡалған рәхмәт хистәрен күҙҙәрем ҡапшап ҡараны, күңелем тойҙо. Ниндәйҙәре генә юҡ унда: “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, Ленин районы хакимиәте, Өфө гарнизоны һәм башҡалар ихлас тәбрикләү һүҙҙәрен еткергән.
Был бәләкәй генә мәҡәләлә Фәниә апайҙың башҡарған изге эштәре тураһында барыһын да яҙып булмай, әлбиттә. Бер ниндәй маҡтауҙарға, данға өмөт итмәй, халҡыбыҙға хеҙмәт итә талантлы композитор. Шуныһын шикләнмәй әйтә алам: Фәниә апайҙың яҙмышы кешеләр йөрәгендә моңло бер йыр булып йәшәй!