Бер йыйынтыҡта – ун алты ижад20.05.2015
Шиғриәтте бөтә йәне менән аңлаған, уны яратҡан кешеләр арабыҙҙа һирәк кеүек миңә. Кемдәр уны аңлай – улар бәхетле. Тап шиғриәт, йыр тормошобоҙҙо сағыу төҫтәргә биҙәй бит. Бөгөнгө ҡатмарлы тормошта былар бигерәк кәрәкле тип һанайым.

Һуңғы йылдарҙа аҫыл шиғриәт ынйыларын халыҡҡа еткереү өсөн күпләп китаптар баҫтырыла башланы. Был йәһәттән, талантлы йырсы Радик Динәхмәтовтың яңы ғына сыҡҡан “Кеше” китабы иғтибарға лайыҡ. Был проект Башҡортостандың һәм Татарстандың иң күренекле 16 шағирының шиғырҙарын бер китапҡа йыйған. Төҙөүсеһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев китапты “Кеше” тип атаған. Йыйынтыҡҡа Ғабдулла Туҡай, Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Шәриф Бикҡол, Әнғәм Атнабаев, Роберт Миңнуллин, Ринат Харис, Салауат Әбүзәр, Фәнис Сирбаев, Эльмира Шәрифуллинаның шиғырҙары ингән. Китаптың консультанты, татар шағиры Ганс Хәкимовтың да индергән өлөшө ҙур. Ул Радик Динәхмәтовтың был эште башлауына этәргес көс тә булып тора.
– “Кеше” китабы – ике халыҡтың дуҫлығын нығытыусы рухи күпер. Киләсәктә уны әле күп ерҙәрҙә күрәсәктәр, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Ғ. Камал исемендәге татар драма театры был шиғырҙарҙы яҙҙырасаҡ. Әҙәбиәт йылы өсөн баҫма – бик кәрәкле һәм әһәмиәтле мираҫ, – тине Радик Динәхмәтов. Йыйынтыҡ бер мең дана тираж менән май аҙағында һатыуға сығасаҡ.




Вернуться назад