Кешелектең хәтер һарайҙары19.05.2015
Кешелектең хәтер һарайҙары Өфөлә бишенсе тапҡыр “Музейҙар төнө” үтте. Акцияның төп маҡсаты – экспонаттар менән таныштырыу, улар аша күңелдәрҙә данлы тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләү, “хәтер һарайы”на йәш быуынды йәлеп итеү.


Акция 16 майҙа киске сәғәт 6-нан сәғәт төнгө 12-гә тиклем барҙы. Ошо ва­ҡыт эсендә Башҡортостандың Милли музейына – 5 556, Михаил Нестеров исемендәге дәүләт художество музейы­на 2 773 кеше килгән. Әлегә баш­ҡа­ла­рынан мәғлүмәт юҡ, ләкин телгә алын­ғандарына ҡарап, сараны ыңғай баһаларға мөмкин.
Милли музейға килгәндәр тарихи бе­йеүҙәрҙе тергеҙгән “Ассамблея” сту­дия­һы ағзалары менән “Май вальсы”н баш­ҡарҙы, “Партизан мәктәбе”ндә “сы­ны­ғыу дәрестәре” үтте. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы янын­да фотоға төшөргә, хәрби костюм кейеп ҡарарға теләгәндәр айырыуса күп ине. Шулай уҡ “Беҙҙең Еңеүгә – 70 йыл” тигән викторина мауыҡтырғыс булды. Музей хеҙмәткәрҙәре Вера Лаврищева менән Давид Давыдов башҡарған хәрби йырҙарға халыҡ ихлас ҡушылды. Му­зей­ҙа асылған “Фронт рәссамдарының һүрәттәре”, “Еңеү һалдаттары”, “Өфө – дан­лы хеҙмәт ҡалаһы”, “Һуғыш – плакат­тарҙа” исемле күргәҙмәләр күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.
Кескәйҙәр өсөн дә үҙенсәлекле сара ойошторолдо бында. Балалар “Еңеү салюты” тигән темаға һүрәттәр төшөрҙө, уларҙың эштәре шунда уҡ күргәҙмәгә ҡуйылды.
Был төндә республиканың Хәрби Дан музейы 15 “йәш”ен туйланы. Хәрби-патриотик клубтарҙың сығышын, театрлаш­тырылған тамашаларҙы халыҡ ифрат йылы ҡабул итте.
М. Нестеров исемендәге художество музейының да ишектәре ябылманы. Тәлғәт Мәсәлимовтың “Йыр”, Анатолий Баратынскийҙың “Ваҡыт тәгәрмәсе” тип аталған күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
М. Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында бөйөк башҡорт шағиры Шә­йех­зада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары күр­һәткән композиция бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын.


Вернуться назад