Ҡурай менән Йыһан бәйләнеше16.02.2012
Ҡурай менән Йыһан бәйләнешеРоберт Юлдашевтың өлгөрлөгөнә иҫең китерлек! Милли музыка ҡоралыбыҙҙың данын арттырыу өсөн ғәйәт ҙур эш башҡара. Бер ҡараһаң, Мәскәүҙең юғары сәхнәләрендә Рәсәйҙең билдәле сәнғәт йондоҙҙары менән сығыш яһай, сихри ҡурай моңо менән сит ил халҡын да әсир итә. Ә үҙебеҙҙә ойошторған хәйриә концерттары... Ул яңыраҡ ҡына ике көнлөк этнофестиваль үткәреп, баш ҡаланы дер һелкетте.
Ҡайҙан ала икән көс һәм дәрт? Ниндәй ижади пландар менән яна икән танылған ҡурайсыбыҙ? Йәштәр араһында милли музыка ҡоралына ылығыусылар бармы?
Этнофестиваль алдынан уҙғарылған матбуғат конференцияһында ошондай һорауҙарға Роберт Юлдашев, шулай уҡ Тыва Республикаһының “Хуун-Хуур-Ту” (“Ҡояш нурҙары”) этноколлективының музыканты Саян Бапа яуап бирҙе.
— Киң танылыу яулаған Тываның ижади төркөмө менән бер сәхнәлә сығыш яһарға күптән хыяллана инем, — ти билдәле ҡурайсыбыҙ. — Ниһайәт, был маҡсатымды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуҙы. Осраҡтан файҙаланып, саҡырыуыбыҙҙы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәтемде еткерәм.
Роберт Юлдашевтың әйтеүенсә, ҡурайҙы төрлө халыҡтарға еткереү — фестивалдең төп маҡсаты. Күркәм сараға йәм өргән Санкт-Петербургтың “Терем-квартет”ы, Тываның “Хуун-Хуур-Ту” коллективы һәм республикабыҙҙың “Ҡурайсы” төркөмө был йәһәттән ҙур аҙым яһаны.
— Заман технологияларына өҫтөнлөк бирмәйбеҙ. Халыҡтың күңелен арбарлыҡ бик шәп милли ҡоралдарыбыҙ бар ҙаһа. Уларҙан да яҡшыраҡ моң сығанағы юҡ, — ти Саян Бапа.
Һәр ижадсы өсөн үҙенә лайыҡлы алмаш әҙерләү изге бурыс булып һанала. Нисәмә быуын ҡурайсылар ҙа ошо традицияны дауам итә. Шуға ла Роберт Юлдашевтың республикабыҙҙың райондарында, мәктәптәрҙә бушлай сығыш яһауы, йәш таланттарҙы үҫтереүе — тәбиғи күренеш. Яҡын арала Интернет селтәренән видеодәрестәр ҙә бирә башларға иҫәп тота.
— Минеңсә, ҡурай моңо менән Йыһан араһында ниндәйҙер бәйләнеш бар. Уны уйнаған һайын, кешенең тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө икәненә инанаһың, — ти ул.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад