Шағирҙары тыуып тора был ерҙең19.05.2015
Шағирҙары тыуып тора был ерҙең Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы йәш ижадсыларҙың республика семинарын беренсе тапҡыр ойоштормай, шуға күрә Башҡортостан мәктәптәренә, уҡыу йорттарына мөрәжәғәт итеп ебәрелгән хаттарына, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге иғланға иғтибар иткәндәр, моғайын, бик күп булғандыр. Былтыр семинарҙа утыҙ йәш авторҙың ҡулъяҙмаһы тикшерелеп, өсөһө китап итеп сығарыуға фатиха алған. Быйыл осрашыу барышында йәштәрҙең ҡулъяҙмалары өс йүнәлештә – шиғриәт, проза, публицис­тика буйынса – тикшерелде. Ҡулына ҡәләм алған ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ҡанат ҡуйған ойоштороу комитеты менән дә таныштырып үтәйек: физика-математика фәндәре кандидаты, филиал директоры Алексей Ковальский, филология фәндәре докторы Зөһрә Сәләхова, фән кандидаттары Рәйсә Илешева, Рита Фәтҡуллина, Айнур Үтәев, Луиза Кирәева, өлкән уҡытыусы Илнур Дилмөхәмәтов, педагогия фәндәре кандидаты Фәүриә Аҡҡужина.
Пленар ултырышта ҡотлау сәләме ме­нән Стәрлетамаҡ филиалының баш­ҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире Рита Фәт­ҡул­лина сығыш яһаны. Са­ҡы­рылған ҡу­наҡ­тар – “Шоңҡар” жур­налының баш мө­хәррире, про­заик Мөнир Ҡунафин, “Аш­ҡаҙар” ҡала гәзите мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова, шағи­рәләр Рәмзәнә Әбү­талипова, Римма Ғә­ли­мова – рес­публи­каның төрлө тө­бәк­тә­ренән йы­йылған уҡыу­сыларға, уларҙың уҡы­тыу­сыларына ижади уңыш­тар те­ләп, шиғри сәләмдәрен еткерҙе.
Шағирҙары тыуып тора был ерҙеңАртабан эш секцияларҙа дауам итте. Проза, публицистика буйынса һөйлә­шеү­ҙә Мөнир Ҡунафин, Гөлнур Дәүләтйәрова кеүек ҡәләм оҫталары ҡатнашты. Улар­ҙың эш һөҙөмтәһе ме­нән дә танышыр­быҙ. Шәхсән шиғриәт секцияһының ижад емештәренә туҡ­тарға уйлайым.
Унда йәмғеһе 18 ҡулъяҙма тикшерел­де һәм еңеүселәр билдәләнде. Ун бер сту­дент һәм ете мәктәп уҡыусыһы тәнҡит­селәр алдына үҙ эштәрен һал­ған.
Шиғырҙарҙың ҡайһы берҙәренә туҡ­та­лып китәйек, сөнки, улым, һиңә әй­тәм, киле­нем, һин тыңла тигәндәй, был фе­кер­ҙәр йәштәргә генә ҡа­ғыл­май, ә гәзит уҡыу­сыларға, ҡулына ҡәләм алған һәр кем­гә фәһем булыр тигән уйҙамын. “Еңеү яҙы” шиғырында бына ошондай строфа бар:
Ут-һыу кисеп, олатайҙар
Данлы юлдар үткәндәр.
Шанлы йылдар онотолмаҫ тип,
Улар өмөт иткәндәр.
Ҡайҙа бында яңылыҡ? Яңы образ ту­раһында әйтеп тә тормайым. Етмә­һә, был яҙмалағы фекергә таянһаң, яугир ола­тайҙар онотолмаҫ өсөн генә алышҡа ингән кеүек килеп сыға. Ошо уҡ һүҙҙе “Хәтирәләр” шиғырына ҡарата ла әйтеп булыр ине. Хатта йыл башында яҙылған мәҡәлә үҙенән-үҙе иҫкә килеп төшә. Мәктәптә балаларға шиғыр төҙөлөшөн өйрәтәләрме, шиғри образ хаҡында һөй­ләйҙәрме икән тигән һорау ҡуяһың.
Раевка ҡасабаһынан М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыу­сы­һы Әлфинә Кашапованың ҡулъяҙ­ма­ларына күҙ һалайыҡ. “Урал”, “Ниңә илай бөгөн ололар?” тигән ижад емеш­тәре авторҙың нескә күңелен сағыл­дыра. Шиғыр – ул күңел торошо, кәйеф, фекер ҡойоно. Ши­ғыр – ул моң. Әлфинә ана шул моңдо тотоп ала белә, әммә хис ебе артынан эйәреп, эсендәге һыҙланыуҙарын тулы­һынса сығарып бөтмәй. Шундай матур, сағыу табыштарҙы күңел гәүһәрҙәре итеүгә өлгәшһәң ине, тип теләге килә уға. “Мәктәп юлы” тигән шиғырындағы “Аҡ хыялдар оҙаталар аҡ юлдан ҡыуа-ҡыуа” тигән табыштары шулай уҡ өмөт уята.
Красноусол башҡорт гимназияһынан Гүзәл Нәзированың “Әсә һағышы” исемле шиғырында тәрән тетрәнеү бар, әммә әҫәре еренә еткереп эшләнмәгән. Ишембай районының Маҡар ауылынан Азалия Ғилманованың яҙмаларына ҡарата ла ошо уҡ фекерҙе әйтеп булыр ине. Олата­һына арналған “Ул һаман да тере кеүек”, “1941 йыл”, “Өләсәйемә” шиғырҙарында эске кисерештең тәрәнлеге тойола, әммә әлеге лә баяғы шиғри формалар аҡһай, картиналар тулыһынса төшөрөлөп бө­төлмәгән.
Шиғыр – ул рухи тауар. Шуға күрә уның сифаты бик юғары булырға тейеш. Гәзит-журналда баҫылған бер-береһен ҡабат­лаған яҙмалар, бер ниндәй яңылыҡ алып килмәгән куплеттар халыҡта зауыҡлы “ру­хи аҙыҡ” тәмен юғалттыра, күрәһең. Шуныһы ҡыуандыра: йәштәр кисереш­тәрен ҡытай тауары һымаҡ итеп штампҡа һалмай, шиғриәттә иң ҡәҙерлеһе – йөрәк һүҙе!
Күмертау ҡалаһынан Юлай Аҙна­ба­евтың “Таш һәйкәл” шиғыры шундай тетрәндергес картинаны һүрәтләү менән башланып китә. Таш һәйкәл янында башын эйгән әсә, уның янында күбәләктәр гөлдәрҙе үбә – ошолар барыһы тәрән кисерештәргә әйҙәй. Әммә шиғырҙың аҙағы докладтағы һымаҡ, һығымта яһап тамамланып ҡуя. Был бит шиғыр, ә фән дә, журналистика ла түгел. Ана шулай һәр яҙмаһында тойғолары ҡайнай автор­ҙың, һүрәтләү сараларын оҫта ҡул­лана ул. Әммә шиғриәт өсөн генә тү­гел, ғөмүмән, ижадта һығымтаны автор түгел, уҡыған кеше яһарға тейеш.
Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Алһыу Аҙнабаева – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән ҡыҙҙары­быҙҙың береһе. Шуға күрә уның ижадына халыҡсан стиль, нәсихәт аша фекер еткереү хас. Кем белә, бәлки, киләсәктә ул ошо рәүешле әҙәбиәттә үҙ юлын табыр.
Ҡулъяҙмалар араһында бына ошон­дайыраҡ юлдар ҙа бар ине: “Хөкөм ит­мәм... Хатта ҡарғамам да, Хоҙай үҙе би­рер язаһын...” Аллам һаҡлаһын! Бындай шиғырҙар яҙырға ярамай һәм тағы ла бер тапҡыр ярамай! Һүҙ ҡөҙрәте көслө бит! Халҡыбыҙ ҙа, ниндәй генә ауыр хәлгә тарыһа ла, Хоҙайға тапшырам, ти, ә язаһын бирер, тип әйтмәй. Аллам һаҡлаһын, ундай һүҙҙәр менән эш итеү шиғриәттең төп бурысын аңламауҙан килә торғандыр. Донъяның ҡатмарлы булыуы хаҡында һөйләп берәүҙе лә аптырата алмайбыҙ. Әммә, тормош ниндәй ге­нә һынауҙар ебәргәндә лә, тап яҡты­лыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыу, өмөт нуры, ихласлыҡ – шиғриәттең төп функцияһы. Эйе, кешенең күңелен төрлө кисерештәр биләй, әммә тап асыу, ҡарғыш, рәнйеш кеүек хистәрҙе йүгәнләүсе лә ул шиғриәт! Ул үҙенә күрә күңел корректоры!
Мәләүез ҡалаһынан Фидан Йәрмө­хәмәтовтың үҙенсәлекле табыштары бик ҡыҙыҡлы тойолдо. “Бүлмәм – аквариум, мин – балыҡ. Үҙ дәүләтемдә үҙем – халыҡ. Мин яңғыҙ, миңә рәхәт. Йәшәйем күҙәтмәйсә сәғәт”, “Һин тыуҙың бөйөк илдә, Башҡортостан – һинең билдә” һәм тағы ла байтаҡ шиғырҙары эҙләнеүсән авторҙың күңел торошон заман шиғ­риәтенең формаһы аша бирә. Киләсәктә лә фекерле яҙмалары менән ҡыуан­дырһын Фидан! Роберт Мәүлитҡолов атлы егет сығышы менән Стәрлебаш районынан икән. Уның яҙмалары үҙенсә­лекле табыштары менән ҡыҙыҡлы. “Ҡылыс” шиғыры беҙҙе бик боронғо дәүерҙәргә әйҙәгәндәй:
Музей. Ҡылыс. Түгел ябай,
Мәңгелеккә ул тынған.
Ә ҡасандыр был ҡомартҡы
Батша ҡоралы булған.
Әллә инде уны бында
Фәрештәләр килтергән?
Биҙәктәр тулы ҡынында,
Тотҡаһы семәрләнгән.
Әйтерһең дә, заманында
Бер йәнде лә алмаған!
Тынған. Быуаттар ҡомары
Тәрән серҙәр һаҡлаған...
“Яу”, “Заманалар” шиғырҙары ла ана шулай һүҙҙәр аша картина яһай белеү менән әсир итә. Шағир тип таныным Ро­берттың асылын да. Үҙе уҡығандары та­ғы ла тәьҫирлерәк яңғыраны. Беҙҙе яңы шәлкеме менән шатландырһын был ижа­ди күңелле егет! Белорет районының Шы­ғай ауылы ҡыҙы Гөлкәй Шиһапо­ва­ның, Ләйсән Мәүлитҡолованың, Гөлназ Ямалетдинованың яҙмаларына ябайлыҡ, балалар шиғриәтенә хас булған сюжет ҡороу хас. Шуға күрә киләсәктә уларға бәләкәстәр өсөн яҙып ҡарарға кәңәш ителде.
Әлбиттә, был семинарҙа ла альбом шиғырҙары биш муҡсай булды. Эйе, һәр беребеҙҙең әсәһе, атаһы, ағаһы, апаһы, һеңлеһе, ҡустыһы, эте, бесәйе бар, тип әйтергә була. Уларға арнап шиғыр яҙыу һис насар түгел, әммә был ижад емеш­тәренең 99 проценты башҡорт әҙәбиәте күренеше була алмай. Шиғриәттә яҡын кешеләргә арнап яҙылған әҫәрҙәр бихисап, шуға күрә уларҙы ҡабатламай яңы фекер әйтеү – үҙе бер талант! Хатта семинарға ошондай шиғырҙар тәҡдим итеү ҙә шәптән түгел, альбом яҙмалары хаҡында ваҡытлы матбуғатта даими рәүештә фекер әйтелеп килә, шуға күрә ул тәнҡитселәрҙең, авторҙарҙың үҙҙә­ренең ваҡытын алыуға тиң булды.
Бына бер автор үҙенең шиғырында нимә тип яҙа:
“Һуғыш ваҡытында тыуғанғамы
Көн дә уйлай, көн дә һаташа.
“Яраланам!” – тиеп ҡарап тормай,
Төрлө һуғыштарҙа ҡатнаша”.
Беләһегеҙме был юлдар кемгә ба­ғыш­ланған? “Мостай Кәрим” тип атала был шиғыр. Ул үҙе һаташыу төҫлө: куплеттың бигерәк тә икенсе юлы ғәжәпләндерә, ә төрлө һуғыштарҙа ҡатнаша тигәне бө­төнләй ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ши­ғыр – хис донъяһы тип йыш ҡабатлаһаҡ та, кеше ышанмаҫлыҡ һүҙҙе ысын булһа ла һөйләмә тигәндәй, логика законына, теүәллеккә буйһона поэзия ла!
Семинарға тәҡдим ителгән мөхәб­бәт шиғырҙары үҙҙәре айырым бер һөйлә­шеүгә тарта. Күп әйтелде, күп яҙылды был хаҡта – көсәнеп яҙырға ярамай йәш­лектәге яҡты тойғолар хаҡында. Етмәһә, “һин яратманың, мин яраттым” тигән юл­дарға һыйған фекер аша, күрәһең, һәр йәш кеше үтә. Ошо хаҡта шағирә Рәм­зилә Хисаметдинованың шиғырҙарын уҡып ҡарағыҙ әле, хөрмәтле ҡыҙҙар һәм егеттәр! Һин һөймәнең, тип яҙмағыҙ, уның яратмауы хаҡында һүрәтләгеҙ, ки­се­рештәрегеҙҙе тасуирлағыҙ. Һеҙҙең ши­ғырҙарҙы уҡып, беҙ ниндәй тәрән һыҙ­ланыуҙарға дусар булғанығыҙҙы то­йорға тейешбеҙ! Рәмзилә апайҙың мө­хәббәт шиғырҙарын уҡып, күҙҙәргә йәш эркелә. Күңелдәге тәрән тойғолар бураны уҡыусы йөрәгенә күсә.
Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм иҡтисад колледжы студенты Данир Ғәйнет­динов семинарҙа ҡатнашҡандарҙы ҡыҙыҡлы табыштары менән ҡыуандырҙы. “Ҡәһәрле һуғыш” шиғырындағы
“Мәңге һүнмәҫ, онотолмаҫ
Батырҙарҙың дандары.
Иҫкә төшә баҫҡан һайын
Ергә һеңгән ҡандары”
тигән юлдар күңелгә үтеп инә. Филология юлын һайламаһа ла, кем белә, бәлки, Данир киләсәктә Дамир Шәрәфетдинов кеүек әҙәбиәткә башҡа өлкәнән килгән шағир булып танылыр! Гөлназ Искән­дә­рованың шиғырҙары үҙенсәлекле стилдә яҙылыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Башта уларҙы, Стәрлетамаҡ булһа, мот­лаҡ Ғилман Ишкинин йә Азамат Юлдашбаев кеүек шиғыр яҙырға тырышалар инде, тип уҡый башланым. Әммә яңы фор­ма аша яңы фекер әйтелеүе һиҫ­кәндерҙе. Хис менән фекер сыуалышы ла буталсыҡ замандың образлы сағы­лышы кеүек тойолдо.
Яңы китап
Астым.
Йыһандан төшкән
Китап,
Май шәм һүндереп
Ҡараңғы төштө
Татытып,
Илаһым.
Минең китап,
Тәү бите аҡ,
Нисә битлек?
Белмәйем.
Беләм
Бар битенә
Яҙмышым хаҡ.
Был – Гөлназдың исемһеҙ шиғыры. Ҡыҙыҡлы бит!
Шулай итеп, еңеүселәр менән таныштырыр мәл дә етте. Мәктәп уҡыусылары араһында шиғриәт буйынса I урынды Юлай Аҙнабаев, II урынды – Азалия Ғил­манова, Әлфинә Кашапова, Гүзәл Нә­зи­рова, III урынды Алһыу Аҙнабаева, Гөл­дәриә Вәлитова, Гөлминаз Сурина яуланы. Студенттар араһында урындар түбәндәгесә бүленде: тәүге баҫҡыста – Гөлназ Баймырҙина, Карина Ғәфүрова, Гөлназ Искәндәрова, икенселә – Лилиә Бикбаева, Гөлкәй Шиһапова, Фидан Йәр­мөхәмәтов, өсөнсөлә – Илгенә Бәхтийә­рова, Гөлсәсәк Вахитова, Мәүлиҙә Ғәлиева, Роберт Мәүлитҡолов.
Публицистикала мәктәп уҡыусылары араһында I урынға Гөлназ Ҡаһарманова, Рәйлә Хөсәйенова, студенттарҙан Гөлсә­сәк Ибраһимова, Гөлфинә Исламова лайыҡ булды. Прозала беренселек Илмира Заһиҙуллина менән Ғәлим Ҡәҙер­баевта (мәктәп уҡыусылары) һәм Гөл­нара Ғәлимуллина менән Тимур Рәхмәтуллинда.
Йәнле аралашыу, үҙ-ара фекер алышыу формаһында барған семинарҙа йәштәр Башҡорт дәүләт университе­ты­ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусы­ларынан, фән әһелдәренән кәңәштәр алды. Әйткәндәй, сарала ҡатнашҡан һәр кемгә Рәхмәт хаты тапшырылды. Унан тыш, студенттарҙың ижади эштәрен туплаған “Ашҡаҙарҙың йырлы ағышы” китабын ҡулға алып ҡыуандыҡ. Ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең әйтеүенсә, улар был ос­ра­шыуҙан шиғырҙың, хикәйәнең, мәҡәлә­нең нисек яҙылыуы хаҡында фекер ише­теп кенә ҡалманы, ә илһамлы ижад уты менән тоҡанып таралышты. Моға­йын, яҡын киләсәктә семинар асыштарын, ысын сәнғәт әҫәрҙәрен уҡып ҡы­уанырбыҙ. Аллаға шөкөр, йәштәр килә әҙәбиәткә, бәлки, рухи донъябыҙҙы ҡе­үәтле тулҡын булып та баҫмаҫтар, әммә заманы һүҙен әйтерҙәр, тип өмөт итәйек.




Вернуться назад