Республикабыҙҙың бүтән ҡалаларында урынлашҡан филармония йәки театрҙарҙың Өфөләге сығышы — уларҙың һәр береһе өсөн оло мәртәбә. 16–17 февралдә баш ҡалала Нефтекама дәүләт филармонияһы артистарының гастроле була. “Йылдарҙан йырҙар ҡала...” тигән концерттың иң күркәм мәҙәниәт усаҡтарының береһе иҫәпләнгән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ойошторолоуы осраҡлы түгел.
– Филармонияның абруйы йылдан-йыл күтәрелә, был ҡыуаныслы хәл, – ти Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Исмәғилев. – Өр-яңы программаны олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә хуш килерлек, аҙаҡтан барыһы ла һағынып һөйләрлек итеп әҙерләргә тырыштыҡ. Тамашасылар өсөн халыҡ йырҙары, шулай уҡ күңеллеләре лә яңғыраясаҡ. Әлбиттә, бейеүҙәр ҙә алып килдек, нәфис һүҙ оҫталары ла майҙан тотасаҡ.
Филармонияның төп көсө – йырсылар. “Ҡайтауаз” менән “Ҡәрҙәштәр” эстрада төркөмдәренең дә кисәгә йәм өҫтәйәсәгенә шик юҡ.
И. МӨХӘМӘТОВ.