Китаптан айырылмайыҡ16.05.2015
Китаптан айырылмайыҡ Сер түгел, хәҙер күптәр гәзит-журнал, китап уҡыуҙы Интернет һәм телевидение менән алмаштырҙы. Һөҙөмтәлә ҡайһы берҙә мәктәп уҡыусылары араһында йәш һәм урта быуын яҙыусыларын ғына түгел, хатта Александр Пушкин, Лев Толстой, Анна Ахматова, Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури кеүек киң билдәле әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен белмәгәндәр ҙә осрай.
Әҙәбиәт быуаттар буйы кешене күркәм өлгөлә тәрбиәләгән, кемгәлер йәшәргә көс биргән. Рухи аҙығыбыҙға иғтибарһыҙлыҡ күрһәтеү – әҙәпһеҙлек билдәһе.
Нефтекама үҙәкләштерелгән китапхана системаһы хеҙмәт­кәрҙәре, Әҙәбиәт йылы булыуын да күҙ уңында тотоп, йәштәрҙе, балаларҙы уҡыуға йәлеп итеү эшен төп бурыстары тип һанай. Беҙҙе, студенттарҙы, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан яңы китаптар менән таныштырыуҙы ла нәҡ ошо маҡсатта атҡарҙылар.
Тәжрибәле китапханасы Фәйрүзә Хужина ғилми һәм нәфис әҙәбиәт өлгөләре, Зекериә Аҡназаров, Гөлли Мөбәрәкова кеүек билдәле шәхестәргә бағышланған, балалар өсөн яҙылған китаптар тураһында һөйләне. Яңы баҫмалар ара­һында айырыуса халҡыбыҙ тарихына, башҡорт ырыуҙа­рына арналғандары беҙҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Йыл һайын республика Мәҙәниәт министрлығы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә уҙғарған “Иң яҡшы башҡорт китабы” конкурсында еңеүселәр араһында күптәребеҙ яратып өлгөргән йыйынтыҡтарҙың булыуы ҡыуандырҙы. Ысынлап та, Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесын, Барый Ноғомановтың спортсы Ирек Зарипов тураһында “Бәхетең һинең ҡулдарҙа” әҫәрен ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ.
Бөгөн китап уҡыу, мәғлүмәт туплау өсөн барлыҡ мөм­кин­лектәр булдырылған, төрлө сығанаҡтарға ҡытлыҡ кисермәй­беҙ. Миңә килгәндә, тормошомдо китапһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым, ул – яҡын дуҫ, кәңәшсе һәм тәрбиәсе лә.

Әлиә ТӘҠИУЛЛИНА,
БДУ-ның Нефтекама филиалы студенты.




Вернуться назад