Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр, серем ҡалыр, бәлки, күптәргә...16.02.2012
Мәшһүр шағир Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы, республика кимәлендә төрлө саралар ойошторолдо. Мәҫәлән, яҡташтары уның тыуған төйәге Салауат районында хәтер һәм ҡәҙер кисәһен уҙғарҙы.
Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында яҙыусы Зөһрә Бураҡаеваның “Февраль. Буран...” тигән премьераһына халыҡ эркелеп килде. Әйткәндәй, ул театрҙың репертуарына ингән.
– Ябайлыҡта — бөйөклөк, тиҙәр, – тип һөйләй Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева. — Башҡорт шиғриәтендә Рәми Ғарипов айырым урын алып тора. Туған теленең киләсәге өсөн тәрән борсолоуҙары ижадында ла асыҡ сағылыш тапҡан. Тамашасыларҙы, әҙипте күреп белеүселәрҙе лә, ижады аша ғына таныштарҙы ла, шағирҙың донъяһына сәйәхәт иттереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙым. Тәүҙә Рәми ағайҙың китаптарын ҡайтанан уҡып сыҡтым, бигерәк тә уның көндәлектәрен ентекле өйрәндем, балалары менән һөйләштем.
Театрлаштырылған тамашаға академия театры артистарының бөтәһе лә тиерлек йәлеп ителгән. Һәр кем үҙенә тәғәйенләнгән ролде оҫта башҡарҙы. Айырыуса шағирҙың йәш сағын һынландырған Фирғәт Ғариповҡа, өлкән Рәмиҙең образын күҙ алдына баҫтырған Артур Кәбировҡа “афарин”дан бүтән һүҙ юҡ. Ирада Фазлаева ла Надяны бик килештереп уйнаны.
Бәләбәй башҡорт гимназияһында уҙған “Киләсәк менән осрашыу” әҙәби-музыкаль кисәһен Рәми Ғариповтың баш ҡалалағы хәтер кисәһенең дауамы тип ҡарау дөрөҫлөккә тап килә. Белем усағының фольклор түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр әҙиптең тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны, шиғырҙарын яттан һөйләне. Был осраҡта ла Надежда менән Рәми Ғариповтарҙың роленә ингән Наҙгөл Гәрәева менән Булат Ноғоманов артислыҡ һәләтен күрһәтте.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дилбәр Фәтхетдинованың һүҙҙәренә ҡарағанда, шағирҙың йөрәге “телем”, “илем” һәм “халҡым” тип типте. Кәрәк икән, ҡыйыу итеп һүҙен дә әйтте, фекерҙәрен дә яҡлай белде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ҡәҙим Аралбаев Рәми Йәғәфәр улы иҫән сағында уға яҙған хатын ҡәҙерләп һаҡлай, уны уҡыусыларға ла уҡып ишеттерҙе. “Тотош республикабыҙ Рәми рухы менән йәшәй икән, тимәк, дөрөҫ юлдабыҙ”, – тип тамамланы сығышын шағир Ҡәҙим Аралбаев.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов әйтеүенсә, бынан күп йылдар элек Мәсәғүт педагогия училищеһында Рәми Ғарипов менән осрашыу кисәгеләй хәтерендә, әҙәби кисәнән һуң күптәр, шағирға эйәреп, ҡәләм тибрәтергә тотонған. Бәләбәй ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сәлих Хәйруллин шағир уҡыған мәктәп-интернатта (әле гимназия-интернат) белем эстәгән, был уның өсөн — ҙур ғорурлыҡ. Бәләбәй башҡорт гимназияһы директоры Гүзәл Имәнғолованың уҡыусыларға Рәми рухын күңелдәренә һеңдереү, яҙыусының ижадын тәрәндән өйрәтеү уйы менән яныуы, әлбиттә, һоҡланғыс күренеш. Йыл башында шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе ойошторолған, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.
Селлә булыуға ҡарамаҫтан, Өфөлә Мосолмандар зыяратында Рәми Ғариповтың ҡәберенә сәскәләр һалырға килеүселәр күп ине. Был күренеш үҙе үк шағирҙың халҡы менән мәңге бергә булыуына ишара түгелме?!
И. АҠЪЮЛОВ.


Вернуться назад