Ташбулатҡа ҡунаҡ килде...16.05.2015
Ташбулат урта мәктәбендә китапханасылар Әҡлимә Сәйәхова, Гүзәл Тававилова, тәрбиәүи эштәр буйынса етәксе Әлфирә Мортазина, әҙәбиәт уҡытыусылары Илсейә Баязитова менән Илсейә Билалова Әҙәбиәт йылы уңайынан районыбыҙҙың ижади шәхестәрен йыйҙы. Оло быуындың ғына түгел, балаларҙың да яратҡан әҙибәһе Айһылыу Йәғәфәрова, шағирәләр Зөлфирә Ҡарағужина, Гөлсөм Хисмәтова, Силәбеләге “Урал ынйылары” ижади берекмәһе етәксеһе Файза Мәғәсүмова уҡыусылар менән осрашыуға килде.
Сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәнле, ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Һәр ижадсының әҙәбиәткә илткән юлына, теге йәки был әҫәрҙең тыуыу тарихына байҡау яһанылар. Башлап ҡәләм тирбәткән балаларҙа ижадҡа ҡыҙыҡһыныу, ер-һыуға һөйөү, милли үҙаң уятыу кисәнең маҡсаты икәнлеге көн кеүек асыҡ ине.
Әҫәрҙәрен яттан һөйләп, пьесаларынан өҙөктәр сәхнәләштереп, уҡыусылар Айһы­лыу Йәғәфәрованы ҡыуандырҙы. Әҙибә уҡыу­сылар менән ихлас аралашты, һорау­ҙарға яуап бирҙе. А. С. Пушкинды башҡорт теленә тәржемә итеү хыялын тормошҡа ашырған Айһылыу апай, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡылыуҙан таушалып бөткән китапҡа ҡарап, уҡыусыларға рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ул урыҫ телендә ижад иткән Гөлсөм Хисмәтованың балалар өсөн яҙған шиғырҙарын башҡортсаға ауҙарған. Тәржемәселәрҙең ике телдә лә әҫәрҙәр уҡыуы оҡшаны.
Кисәнең икенсе өлөшөндә ошо юлдар авторының шиғри телдә яҙылған “Төлкө ҡунаҡ малайы...” исемле пьесаһы сәхнә­ләштерелде. Уны Лилиә Билалованың уҡыусылары уйнап күрһәтте.
Байрамға йыйылыусылар танылған шағирә Зөлфирә Ҡарағужинаның ғәзиз ер-һыуыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡларға, ҡәҙер­ләргә кәрәклеген төшөндөргән “Бизмәнсе”, “Суверенлы Башҡортостан” шиғырҙарын тыңлап уйланды. “Донъясығым” исемле шиғырҙар йыйынтығы, күләме бәләкәй булһа ла, уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә әһәмиәтле.
Файза Мәғәсүмова “Башҡортостан” исемле шиғырын уҡыны, әҙәбиәт юлын­дағыларға дин дә ярҙам итә, тип иманлы бу­лыр­ға саҡырҙы. Төрлө матбуғат бит­тәрендә мәҡәләләре даими баҫылған автор: “Яҡшы китап уҡымаған уҡыусының бер хәреф тә танымаған наҙандан бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгө юҡ”, – тип Марк Твендың һүҙҙәрен килтерҙе, бәләкәстән үк китап уҡыу мәҙәниәтен тәрбиәләргә кәрәк­легенә ишара яһаны. Ул уҡыусыларға “Дуҫлыҡ” хикәйәһен, “Тыуған илкәйем – аҫыл гөлкәйем!” шиғырын да уҡып ишеттерҙе.
Матур кисәне алып барған Илсейә Билалова ижад юлына баҫҡан уҡыусыларға уңыш теләне, ҡыйыуыраҡ булырға һәм матбуғатҡа мәҡәләләрен тәҡдим итеп торорға кәңәш бирҙе.
Мәктәп балалары, үҙҙәре йомшаҡ ҡағыҙҙан яһаған сувенир бүләк итеп, ҡунаҡтарҙы ҡыуандырҙы. Улар фәһемле осрашыу үткәргән ойоштороусыларға һәм тәмле табын әҙерләгән ашнаҡсылар Фәимә Баязитова менән Гөлсәсәк Ҡужинаға рәхмәт әйтеп таралышты.











Вернуться назад