Асыҡ күк йөҙөндә паклыҡ бөрккән алмағас сәскәһе сайҡала... Тыныс, ҡояшлы бар тирә-яҡ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын тәбрикләй. Беҙгә ошо сикһеҙ бәхетте бүләк итеү өсөн ғүмерен аямай көрәшкән ир-азаматтарыбыҙҙың йөрәге лә алмағас сәскәһеләй саф, ҡыйыу, илһөйәрлек рухынан яһалған булғандыр ул. Яратҡан кешеһен, тотош ғаиләһен, тыуған ауылын ҡалдырып яу яланына юлланған батырҙарыбыҙ хаҡындағы иҫтәлек күңелдәрҙә ғүмер буйы йәшәргә, йәшнәргә тейеш.Был йәһәттән “Тамыр” телеканалы атҡарып сыҡҡан хеҙмәт оло ихтирамға лайыҡ. Ижади коллектив “Алмағас сәскәһе төҫө” исемле документаль фильм төшөргән, уның төп геройы – бала сағынан алма үҫтереү хыялы менән янған, әммә 18 йәшендә фронтҡа китеп, фашист танктарын тар-мар иткәндә һәләк булған Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмов.
Тәү ҡарашҡа ябай, әммә күңелгә үтеп инерлек тарихты иң беренсе булып журналист Фәрит Вахитов ишетә, ентекле өйрәнгәс, йәмәғәтселек иғтибарына сығара.
– Хәсән Әхтәмов минең журналислыҡ тормошома, эшемә 1965 йылдың яҙында килеп инде, – ти Фәрит Назар улы. – Тәүҙә Стәрлетамаҡ районындағы Аллағыуат ауылы уртаһында етемһерәп торған бюсын күрҙем. Артабан батырҙың тыуып үҫкән өйөнә барҙым. Ул ваҡытта әсәһе Мәғрифә, апаһы Мөғлифә иҫән ине әле. Бәләкәй, ыҡсым ғына өйҙәрендә улар менән һөйләшеп ултырҙыҡ, янғындан һуң ҡалған бер нисә документты ҡараныҡ. Байтаҡ яҙма юғалған булһа ла, Хәсәндең һуңғы хатын Мәғрифә яттан һөйләй. Әсә кеше күркәм, һоҡланғыс ҡатын булараҡ хәтерҙә ҡалған. Аралашҡан мәлдә ике ҡыҙыҡлы хәбәр иғтибарымды йәлеп итте: Хәсәндең һуңғы хаты һәм уның алмағастар ултыртыуы. Баҡтиһәң, егет һуғышҡа киткән йылда улар әҙерәк сәскә атҡан, әммә Хәсән һәләк булғас, берәмләп ҡороған. Ошо күренештә мин ниндәйҙер тәбиғи бәйләнеш барлығын һиҙҙем...
Журналист яҙған очеркка нигеҙләнеп, “Тамыр” телеканалы “Алмағас төҫө. Хәсән Әхтәмовтың хыялы” тигән тулы йөкмәткеле фильм төшөрә. Бер йылға яҡын һуҙылған ижад барышында герой һәләк булған Румыния еренә сәфәр ҡылына, ундағы Рәсәй илселеге, Оборона министрлығының хәрби-мемориаль эше белгестәре менән етди хеҙмәттәшлек булдырыла. Илселектең беренсе секретары Юрий Матвейчук Хәсән Әхтәмовтың ерләнгән урынын асыҡлауҙы ойоштора һәм уның исемен Яссы ҡалаһындағы зыяратта – мемориаль стенала – мәңгеләштерергә тәҡдим итә.
– Яссы ҡалаһында беҙгә фильмдың өлөштәрен төшөрөү генә түгел, Хәсән Әхтәмовтың хыялын тормошҡа ашырыу – алмағас аллеяһын ултыртыу – мөмкинлеге бирелде, – ти “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Мөхәррир Гөлфиә Раянова, режиссер Альмира Ахунова һәм Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре Фәрит Вахитовтан торған ижади төркөмгә алыҫ тарафтарҙа йөрөп ҡайтыу сығымдарын ҡапларға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ярҙам итте. Ғөмүмән, был фильмды булдырыуҙа Фәрит Назар улының һәм Сәлиә Шәрифйән ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Бер аллея Румыния ерендә урын алһа, икенсеһе Салауат ҡалаһындағы “Юрматы ере” мемориаль комплексы ихатаһында ултыртылған.
– Йәш, алдынғы фекерле белгестәрҙән төҙөлгән “Тамыр” студияһының был хеҙмәте хуплауға лайыҡ, сөнки һәр кемебеҙ үҙ нәҫелен, тарихын, мәҙәниәтен белергә бурыслы. Бөгөнгө тыныс, азат шарттарҙа йәшәү, камиллашыу мөмкинлеге биргән батырҙарыбыҙҙы иҫтән сығарырға ярамай, – ти Сәлиә Мырҙабаева.
Ысынлап та, “Алмағас сәскәһе. Хәсән Әхтәмовтың хыялы” тип аталған был фильм башлыса йәш быуынды рухландырыу, ил өсөн йәнен аямай көрәшкән батырҙарыбыҙҙан өлгө алыу, улар хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү маҡсатында төшөрөлгән. Проекттың премьераһы баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында үтте, ә иртәгәһенә Салауат ҡалаһы тамашасылары хөкөмөнә тәҡдим ителде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы уны 9 майҙа күрһәтте.