Әҙип һүҙен – баннерҙарға15.05.2015
Әҙип һүҙен – баннерҙарға Ҡариҙел районына килеп инеү менән ошо төбәктән сыҡҡан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары Ғаян Лоҡманов, Рәйес Риян, Мөхәммәт Закировтың фоторәсемдәре ҡыуандырыуы хаҡында яҙып сыҡҡайным инде. Теләһә ниндәй реклама яҙмалары менән урамдарҙы тултырғансы, Әҙәбиәт йылы уңайынан һәр район үҙ шағирҙарының, прозаиктарының ялҡынлы һүҙҙәрен баннерҙарға яҙып элә ала бит.

Ыңғай күренештәр ҙә юҡ түгел. Баш ҡалабыҙ үҙе был йәһәттән үр­нәк күрһәтте. Донъя, Рәсәй, Башҡортостан яҙыусыларының фоторәсемдәре менән бергә әҫәрҙәренән өҙөктәр ҙә урын алды баннерҙарҙа. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ҙур һәм күҙгә күренгән эше был Әҙәбиәт йылында.
Күгәрсен районына ингән ерҙә лә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның шиғри юлдары ҡыуандырҙы беҙҙе. Ошондай уҡ матур күренеш Илеш районында ла күҙгә ташланды. Ринат Хәйриҙең ҡанатлы һүҙҙәре ҡаршылай сәфәрҙәгеләрҙе. Башҡа яҡтарҙа хәлдәр нисек икән? Әллә беҙ мейе сүбенә әйләнер һөйләмдәр генә уҡырға күнектекме баннерҙарҙан?






Вернуться назад