Заманға йыр15.05.2015
Әгәр ҙә мин йылъяҙмасы булһам,
Яҙыр инем тарих саңына:
“Беҙ йәшәгән осор – постсовет һәм
Предкапиталистик замана!”

Һәммәһе лә бында – Кеше өсөн:
“Юҡ” тигәнде ул һис белмәһен,
Байҙар, әйҙә, йыһандарға осһон,
Фәҡирҙәре – астан үлмәһен...

Мәғлүмәтле булыу – донъя сире!
Телефонлы хатта бәпәйҙәр,
Ысын булһа, диплом менән, тиҙәр,
Йомортҡанан сыға сепей ҙә!

Башта түгел аҡыл, ул – экранда,
Төймәләргә баҫыу ғына көс.
Ни килтерһен яңы Яңы йылдар? –
Иҫән булһаң – үҙе ҡыуаныс!..

Уртаҡыл аң оло сәнғәт менән
Өйҙә ятып ҡына таныша:
Опера ул – йырлап хәбәр һөйләү,
Балет – бейеп ҡороу тамаша.

Тарих, илдәр, сиктәр бар ине, ти.
Хәҙер донъя – шаран-яран ул.
Мең-мең яҡтан яуа мең-мең хәбәр,
Шунда һеңә зарың:” Ҡарауыл!”...

Ә шулай ҙа, экрандарҙы байҡап,
Хәлем, тимен, шөкөр, шәп, имеш!..
Шуға ла дан һиңә, постсовет һәм
Предкапиталистик йәшәйеш! –

Әле тере, әле шартлатмайҙар,
Эсәр һыу бар, ашар икмәгем...
Уларһыҙ ҙа ҡалған быуын беҙҙе,
Ожмахсылар, тиеп иҫләһен...

Дамир Шәрәфетдинов.


ХИКӘЙӘСЕ

Әмир Ҡотлозаманға.

Күң(е)лем тарта гел маҡтарға
Заманымдың Ҡотло улын.
Һүрәтләй ул был тормошто,
Вәт таба бит хутлы юлын!

Әсеткеһе – тоҙ, боросло,
Уртаһына май ҙа төшә.
Геройҙарын яҡшы белгәс,
“Ҡоймаҡ”тары тәмле бешә.

Юморының самаһы бар
Геройынан көлгәндә лә.
Тел бай булғас, һүҙ табыла
Байына ла, бөлгәнгә лә.

Хикәйәсе тыуҙы, тиеп
Күтәргән бит уны заман.
Киләсәккә беҙҙе әйҙәй
Әмир ағай Ҡотлозаман.

Һикһән йәшлек яҙыусыбыҙ
Һынауҙарҙы аҙ үтмәгән.
Ә байлығы – алты китап!
Һис кем әйтмәҫ: “көс түкмәгән”.

Мәсетен дә һалдырған ул,
Батырлыҡ бит – был изгелек!
Хоҙай Тәғәлә бирһен һиңә
Оҙон ғүмер һәм киң ризыҡ.

Кәрим БУЛАТ.




Вернуться назад