“Серле сигналдар” серле булып ҡала15.05.2015
Балалар өсөн башҡортса беренсе фәнни-фантастик китап рус телендә донъя күрҙе
“Был повесть тураһында күп ишетергә тура килде. Кем генә уны уҡымаған һәм ҡайҙа ғына ҡулъяҙманы тикшермәгәндәрҙер. Улар араһында яҙыусылар, инженерҙар, астрономдар, хатта профессорҙар ҙа бар. Сөнки фәнни-фантастик жанр – башҡорт әҙәбиәтендә яңы күренеш”. Шулай тип башлай “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Хәким Ғиләжев Камил Хәмитовтың “Серле сигналдар эҙенән” повесы ҡулъяҙмаһына рецензияһын.

1958 йылда яҙылған повесть башта “Ағиҙел” журналында баҫыла, ә 1971 йылда, бик күп төҙәтмәләр һәм үҙгәртеүҙәр, өҫтәмәләрҙән һуң “өлкән йәштәге балалар өсөн фәнни-фантастик повесть” тип билдәләнеп, айырым китап булып сыға. Башҡорт әҙәбиәте өсөн ул бығаса күрелмәгән ваҡиға була, шуға ла 4000 дана тиҙ арала таралып бөтә. “Уҡыусы китаптың дауамын көтә!” – тип яҙа ул ваҡыттағы гәзиттәр. Әммә китап, икенсе өлөшө лә ҡушылып, был юлы 10 мең дана тираж менән 1978 йылда ғына нәшерләнә.
“Бындай китаптың сығыуы әҙәбиәтебеҙгә яңы жанр өҫтәр, ә уҡыусылар өсөн ул матур бүләк булыр”, – тип яҙа “Кинйә” романының авторы Ғәли Ибраһимов үҙенең рецензияһында.
Кем ул Камил Хәмитов? 1919 йылда Күгәрсен районының Ибрай ауылында тыуған егет һуғышҡа тиклем үк армияға алынып, данлыҡлы 25-се Чапаев дивизияһында хеҙмәт итә. Һу­ғышты тотош үтеп, капитан дәрәжәһендә Чехосло­ва­кияның Вестин ҡалаһы коменданты вазифаһында та­мамлай. Демобилизацияланғас, пединститутта уҡый һәм төрлө урында партия эшен баш­ҡара. Пенсияға ул Башҡортостан радиоһындағы пропаганда бүлегенең өлкән мөхәррире вазифаһынан сыға.
Камил Хәмитовтың ҡыҙы Тамара Ғәлиева, үҙе пенсияға сыҡҡас, Хәмитовтарҙың ҡалын нәҫелен барлау эшен башлай һәм иң беренсе сиратта атаһының китаптарын яңынан нәшерләү маҡсатын ҡуя. “Серле сигналдар эҙенән” китабының 1978 йылғы башҡортса вариантын руссаға Дамир Шәрә­фетдинов тәржемә иткән, нәшергә Нур Ҡәҙербаев әҙерләгән. Нәшерселәр повестың биҙәлешен таныш өлгөлә ҡалдырырға ҡарар итә, сөнки башҡортса вариант уңышлы булған. Был китапҡа тағы ла Камил Хәмитовтың ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған, русса яҙылған “Маргаританың осошо” тигән фантастик повесы ла индерелгән. 275 битлек был китап, һәр фантастик әҫәр һымаҡ уҡ, бөгөн дә уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала.
“Серле сигналдар эҙенән” повесында халыҡ-ара ас­тро­навтар экспедицияһы, башта Айҙа туҡталыш яһап, сит галактикалағы планетаға юлға сыға. Китаптың фантастик ҡына түгел, ә мажаралы икәнен дә иҫәпкә алғанда, оҙон һәм ҡатмарлы юлдарҙа был төркөмдө ниҙәр һаға­лағанын күҙалларға ғына мөмкин. Ә күп йыллыҡ дәғүә­се­лек арҡаһында шул уҡ яҡҡа саҡ ҡына алдараҡ Аржантея иленең ас­тронавтары ла юлға сығыуын иҫәпкә алһаҡ, көсөргәнеш арта ғына башлай...




Вернуться назад