“Әҙәби нағыш” — Благоварҙа13.05.2015
Благовар районы элек-электән данлыҡлы ауыл хужалығы эшсәндәре, игенселәре менән хөрмәт ҡаҙанған. Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Йәһүҙә Баһауетдинов, Рауил Бәхтиәровтарҙың маңлай тирҙәре тап ошо уңдырышлы ерҙәрҙә тамған да инде. Сәрмәсән һәм Ҡармасан йылғаларын һыулаған утыҙ дүрт милләт халҡы берҙәм, татыу көн итә бында. Ҡәнзәфәр бейҙең вариҫтары – башҡорттоң мең ырыуы вәкилдәре менән бер үк тарихи яҙмышты уртаҡлашҡан улар. Районды киҫеп тигәндәй автомагистраль, тимер юлы үтһә лә, был яҡ кешеләренең күңеле заман шау-шыуҙарынан һис ҡатмаған, йыр-моңға бик ихлас. Райондың гербында иген башағы менән һабантурғай һүрәтләнеүе лә юҡҡа ғына түгелдер – бында булдыҡлы ла, илһамлы ла кешеләр йәшәүенә ишара ул!
Ошо ерҙәр башҡорт сәнғәтенә рәссам Ҡасим Дәүләткилдеевте, композитор Рим Хәсәновты, фоторәссам Рәмил Килмәмәтовты биргән. Әҙәбиәткә, шиғриәткә лә битараф түгел благоварҙар. Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Әмирхан Еники, башҡорт шағирәһе Фәндиҙә Харрасова ошонда тыуған.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға ҡәләмдәштәр ижадынан бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.



Серле донъя

Мин үҙемә яңы донъя ижад иттем,
Үҙем генә белгән яҡты төҫтәр һалып,
Фәрештәләр ҡанатынан ҡаурый алып,
Ул ҡаурыйҙы бәхет тигән нурға манып.
Теләйһеңме, һине шунда алып китәм,
Был донъяңа ҡайтаһың да килмәҫ бүтән.
Теләйһеңме, һине унда батша итәм,
Батшаларҙың батшаһы тип иғлан итәм.
Теләйһеңме, шатланырға өйрәнерһең
Һәм көлөргә өйрәнерһең саф күңелдән.
Теләйһеңме, аҡ болоттар ҡосағында
Әйләнерһең ул донъяның иң түрендә?
Ҡайғыларҙың ни икәнен оноторһоң,
Һыҙланыуҙар ғазапламаҫ һине бүтән.
Теләйһеңме, һин әйт кенә, һүҙһеҙ торма,
Етәкләйем, үҙем менән алып китәм.
Фәнирә ҒАЙСИНА.

Беләм һине

Юғалтыуҙан һағыштарға
Баш эйеп һығылмаҫһың.
Һыуһап-сарсап наҙҙарыма
Тупһамда йығылмаҫһың.
Юғалтыуҙан ғазаптарға
Бик артыҡ бирелмәҫһең.
Беләм, иңдәреңә ҡунған
Һағыштан бөгөлмәҫһең.
Йән әрнеүгә түҙә алмай
Сирҙәргә һабышмаҫһың.
Башҡаларға өмөт итмә,
Бәхеттә табышмаҫһың.
Ә үҙемдең беләм һине
Мәңгегә һөйөрөмдө.
Ятып күңел ярҙарыңа
Һағыштан көйөрөмдө.
Альбина ХӘЛИУЛЛИНА.

Яңышыма

Мәктәп юлым уҙҙы ошо ерҙә,
Һиндә миңә дуҫтар табылды.
Килен булып килдем тағы һиңә,
Иңдәремә аҡ шәл ябындым.
Ғүмеремдең матур миҙгелдәрен
Һин урланың, бары һин, Яңыш!
Шунда тыумаһам да, йәшәйем һиндә,
Ныҡ беркетте һиңә был яҙмыш.
Яңышыма рәхмәт, тием хәҙер,
Һөйгәнемде таптым ошонда.
Ҡыҙҙарымды таптым, бәхетемде,
Бурыслымын һиңә мин шуға.
Күңелдәрем һәр саҡ асыҡ булды,
Бар халҡыңды һөйҙөм мин, Яңыш.
Үҙ кешеңдәй яҡын иттең һин дә,
Тибәрмәнең ситкә һис яң(ы)лыш.
Һөйгән йәрем өсөн рәхмәтлемен,
Ҡыҙҙар өсөн тағы бер тапҡыр.
Эскән һыуым, ятыр ерем өсөн
Мин бурыслы һиңә күп тапҡыр.
Яңышыма килә тағы яҙҙар,
Тейәп килә барлыҡ-бәрәкәт.
Илһамланып һиңә шиғыр яҙҙым,
Рәхмәт һиңә, Яңыш, ҙур рәхмәт!
Әнисә ИМАЕВА.

Туй китә

Болоттарҙы ҡыуып ебәргән дә
Баш өҫтөндә ҡояш шаяра:
“Мине генә һөйгән ҡыҙсыҡ инең...
Ҡасан үҫеп еттең, ни ара?»
Туй бара...
Ҡоҙа йөрөй баш ҡоҙаны ҡыҫтап,
Һый-хөрмәттән тулған өҫтәле.
“Балаларҙың бәхетенә, тиеп,
Йәле, ҡоҙа, шуны өҫтәле!”
Аттар әҙер. Ҡыңғыраулы дуға
Йыр тарата ергә ел иҫкәс:
“Ир балалар ҡайта хеҙмәт иткәс,
Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс...”
Сатҡы ос(о)роп ҡарҙы иҙә аттар,
Ҡараштары, гүйә, моң һибә.
Китәһе ҡыҙ ҡасып йәшен һөртә,
Бер тибәһе йөрәк мең тибә!..
Туй китә...
Артлы сана һыҙған ике эҙгә
Күбәләк ҡар ята иркәләп.
Йыраҡлаша ҡыңғырауҙар сыңы:
“Йәшәһендәр һәр саҡ бергәләп.
Бергәләп,
Бергәләп...”
Хәмит БӘШИРОВ.

Әсәйем һүҙҙәре

Дуҫ башына дуҫ етә, тип
Ҡабатлай инең, әсәй.
Үтә ҡыҙыл дуҫлыҡты ла
Яратмай инең, әсәй.
Һинең әйткән шул һүҙҙәрҙе
Ҡабатлайым улыма:
Көнсөлдәрҙе, буш ҡыуыҡты
Юлдаш итмә юлыңда.
Дуҫ башына дуҫ етә, тип
Гел әйтә килдең, әсәй.
Ошо бер әйтемең менән
Һин һаҡлап ҡалдың, әсәй.
Баштарыма еткән сағы
Булып торҙо дуҫтарҙың.
Бер-бер артлы яуҙырҙылар
Вәғәҙәләрҙең буштарын.
Инандырҙы инде тормош
Һүҙеңдең хаҡлығына.
Алыштырмам мин был һүҙҙе
Дуҫтарҙың алтынына...
Нурлан ҒӘНИЕВ.

Ҡуян күстәнәсе

Бөгөн төндә ғәжәйеп төш күрҙем...
Бала саҡҡа, имеш, ҡайтҡанмын.
Һеңлем менән икәү йәйге кистә
Эй көтәбеҙ атай ҡайтҡанын.
Ҡараңғы төн. Күптән ҡояш батҡан.
Иген баҫыуҙары тын ҡалған.
Атай ҡайтты эштән арып-талып,
Күҙҙәренә туҙан, ҡом тулған.
— Ҡыҙҙарыма бөгөн ҡыр ҡуяны
Күстәнәсте күпләп ебәрҙе, —
Атай шулай көлөп һөйләй-һөйләй,
Ҡырҙан ҡайтҡан тәмле сәй бирҙе.
Беҙ эсәбеҙ сәйҙе тәмләп-тәмләп,
Әпәй киҫәген дә бүләбеҙ.
Гәзит араһынан алма сыҡһа,
Шатланышып икәү көләбеҙ.
Ҡуян күстәнәсе тәмле булды,
Рәхмәт беҙҙең уңған атайға.
Тағы ҡуян ниҙәр бирер икән
Күстәнәскә тиеп иртәгә?
Ашап-эсеп атай йоҡлап киткән,
Уятмаҫҡа ҡуша әсәйем:
— Иртә таңдан, һеҙ йоҡлаған саҡта,
Эшкә китә тағы атайың.
...Бала саҡҡа төштә ҡайтып килдем,
Белһәгеҙсе, нисек һағындым.
Ҡыр ҡуяны биргән күстәнәстең
Ҡабатланмаҫ тәмен татыным.
Филзә ҠОЛОЕВА.


Вернуться назад