Моң ҡыҙы13.05.2015
Моң ҡыҙы Күп яҡлы талант эйәһе Зәлифә Фәйзуллинаның “Йәшәүҙе яратам” тип исемләнгән ижад кисәһе ауылдаштарын ғына түгел, төрлө тарафтан дуҫ-иштәрен, таныштарын, ҡунаҡтарҙы бергә тупланы.

Мәктәпкә йәше-ҡарты йыйылды. Байрамса биҙәлгән залда әҙибәнең тормош юлына бағышланған стена гәзите, эш һөҙөмтәләрен дәлилләгән Маҡтау ҡағыҙ­ҙары, “Инйәр” һәм “Йәшлек” баҫмаларында донъя күргән әҫәрҙәренән, мәҡәләләренән торған стенд бигерәк тә йәш быуында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сара барышында слайдтарҙа ла барса мәғлүмәт сағылыш тапты. Шиғриәткә мөкиббән ғашиҡ педагогия хеҙмәте ветеранының йөрәктән сыҡҡан һүҙен, йыр-моңон тыңларға, күңел һыуһы­нын ҡандырырға теләгәндәр бында килгән­дәренә һис үкенмәне.
“Зифа” мәсетенең имам-мөхтәсибе Фән­зил хажи Хисаметдинов изге доғалар уҡып, ихлас теләктәрен еткерҙе:
– Хөрмәтле ауылдаштар, ҡунаҡтар, Зәлифә Вәлиәхмәт ҡыҙының ошондай матур байрам уҙғарыуы һөйөнөслө. Мин уға ябай ғына итеп, “апа” тип өндәшәм, сөнки ул — тәүге уҡытыусым. Беҙ уны хөрмәт итәбеҙ. Шиғырҙарын, таҡмаҡтарын, ҡобайырҙарын яратып уҡыйбыҙ. Ҡулынан килмәгән шөғөлө юҡ. “Ташҡын” төркөмөнөң башланғысында ла ул тора. “Ағинәйҙәр ҡоро”н етәкләй. Әле лә әүҙемлеген кәметмәй, һаман да тәрбиәсе ролендә. Үҙемдең маҡсатлы йәшәүемдә лә Зәлифә апаның дөрөҫ йүнәлеш биреүен билдәләр инем.
Ғәжәп моңло музыка ҡоралы – мандоли­наһын ҡулына алған Зәлифә Фәйзуллина “Күңелемде йырлап йыуатам” йыры менән осрашыуҙы асып ебәрҙе. Зәлифә Вәлиәхмәт ҡыҙы тәфсирләгән бала саҡ, йәшлек йылдары, ата-әсәһе, олатаһы-өләсәһе, туған­дары, ғаиләһе хаҡындағы яҡты хәтирә­ләрен, мәрәкә хәлдәрен зал йотлоғоп тыңланы. Ошо юҫыҡта фекер йөрөткәндә, бигерәк тә уҡыусылар үҙҙәренә фәһем алып ултыр­ғандыр, бәләкәйҙән яҡшылыҡҡа өндәгән саралар һис онотолмай бит ул.
Авторҙың илһөйәрлек, халыҡсанлыҡ рухында яҙылған әҫәрҙәре ысын мәғәнәһендә тамашасының күңелен байытты, иманын нығытты. “Ташҡын” төркөмө башҡарыуын­дағы таҡмаҡтарҙы ла ижад итеүсе – Зәлифә Вәлиәхмәт ҡыҙы. Уларҙың темаһы бөгөнгө көнүҙәк проблемаларҙы ла ситләп үтмәне: көрсөк, ғаилә мөнәсәбәттәре, пенсия, хаҡтар артыуы, халыҡ иҫәбен алыу, демографик хәл. Урындағы “Инйәр” һәм республиканың “Йәшлек” гәзитенең “Замана таҡмаҡтары” бәйгеһе еңеүсеһе исеменә лайыҡ булыуы ла юҡҡа түгел.
Шиғри күңелле Белорет ҡыҙының Муллаҡайға килен булып төшөүенә лә байтаҡ ваҡыт – 40 йыл самаһы. Был хаҡта ул үҙе лә, шулай уҡ Абҙандан Ғөбәй Усманов та шиғри шәлкемдәрендә телгә алды.
“Инйәр” гәзите мөхәррире Гөлшат Закирова, уның күп яҡлы ижадының әһәмиәте, халыҡ күңелен байытып тороуын, республика кимәлендә лә билдәлелек яулауын билдәләп, райондашыбыҙға рәхмәт бел­дерҙе.
Бер туған һеңлеһе Миңлегөл һәм кейәүе Ғәфүр Түләбаевтар апаларына йыр арнаны. Уларҙың:
– “Таш булып һеңһен”, ти халҡыбыҙ. Апайыбыҙ уҡытыусы булараҡ та, килен булараҡ та, әйтемдәге кеүек, төплө һеңде ошо ауылда. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бары бер генә яҙыу. Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған шәхес, – тигән һүҙҙәре менән ауылдаштары ла килешер.
Кешегә ниндәй генә наградалар бирел­мәһен, барыбер иң юғарыһы – халыҡ ихтирамы һәм һөйөүе. Хаҡлы ялдамын,тип ҡул ҡаушырыуҙы белмәгән тыуған яҡ йырсыһы – 58 йыр, 11 көй, бихисап ҡобайыр, мөнәжәт авторы. Ул һауаланмай, маҡтауҙарҙан башы әйләнмәй генә донъяһын да көтә, заман менән бергә атлай. Иң мөһиме – тормошто яратыуы, уны үҙенсәлекле итеп күрә һәм һөйә белеүе менән бәхетле.







Вернуться назад