Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...13.05.2015
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә... Урамда – яҙ! Әйләнә-тирәләге ығы-зығыға ла иғтибар итмәй, ҡанатланып, осоп көйлө-моңло һуҡмаҡтан Иҙел Нурғәлин килә. Ҡанатланмаҫлыҡмы ни һуң йәш йөрәккә?! Мөхәббәт, сафлыҡ, матурлыҡ менән һуғарылған көйҙәре, йырланыр йырҙары, йондоҙ булып тағы ла яҡтыраҡ балҡыры алда әле йәш егеттең!

“Каруанһарай” студияһы йырсыһы Иҙел Нурғәлиндең “Әсәйемә”, “Аҡлан­дарға кил”, “Ағиҙелдең буйҙарында”, “Рә­хмәт йыры”, “Иман бирһен Хоҙай”, “Ғүмерем”, “Дуҫтар”, “Сейәләрем”, “Ҡарлуғас” кеүек йырҙарын йәше лә, ҡарты ла ихлас яратып тыңлай.
Ғәҙәттә, кешенең булмышын һәм асылын хеҙмәт иткән һөнәре билдәләй. Һәр ваҡыт нимәлер менән мәшғүл, тик хәрәкәттә булған, үткер ҡарашлы, тынғыһыҙ Иҙел үҙен баянсы, композитор, йырсы итеп кенә түгел, һөйләһә теленән бал тамған һүҙ оҫтаһы – төрлө сараларҙа, юбилей, туй мәжлестәрендә шәп алып барыусы булараҡ та танытып өлгөрҙө.
Әйткәндәй, ул “Эх, йырлап йәшәү­ҙәре...” исемле дәртле концерты менән Башҡортостанды гөрләп урап сыҡ­ҡан­дан һуң, 16 майҙа Х. Әхмәтов исемен­дәге Башҡорт дәүләт филар­мо­ния­- һында йәнә үҙенең дуҫтарын, туған­дарын, яратҡан тамашасыһын йыя.
Сағыу тамашала уның ижадташ дуҫтары Венера Юлгилдина, Вилдан Яруллин, Юнир Һағынбаев, Алина Дәүләтханова, Таһир Шәһивәлиев, Лариса һәм Илдар Хәтмуллиндар ҡатнаша.
Иманыбыҙ камил, талантлы, ярҙам­сыл, эскерһеҙ, ябай, дуҫтары, тамаша­сыһы алдында һөйөү-хөрмәт яулаған Иҙел Нурғәлинде алда яҡты, өмөтлө юлдар, оҙон йылдар, үҙенә генә хас булған көйлө-моңло уңышлы ғүмер һуҡмағы көтә...





Вернуться назад