Тыуған яҡтан ҡот алып13.05.2015
Тыуған яҡтан ҡот алып Илебеҙ буйлап Әҙәбиәт йылы атлай. Быны һүҙ сәнғәте тантанаһы тип атаһаҡ та, арттырыу булмаҫ, сөнки халыҡтарҙы берләштергән изге төшөнсәләр араһында әҙәбиәт үҙәк урынды биләй. Ташҡа сүкелһенме, туҙға яҙылһынмы, ҡағыҙға төшһөнмө — бындай яҙма ҡыҙыҡһыныу уята, һәр быуын улар аша үҙ асышын яһай. Алыҫ тамырҙарға, рухи ҡомартҡыларыбыҙға мөрәжәғәт иткәндә лә күп уртаҡлыҡтар табабыҙ. Бына шундай бағланыш, бына шундай мөнәсәбәт әле лә йәшәй. Тәржемәләр аша халыҡтар бер-береһенең донъяһына тотҡарлыҡһыҙ үтеп инә ала. Урал батырҙың “Изгелек булһын атығыҙ!” тигән ораны һәр бер әҙәм балаһы өсөн дә аңлайышлы. Тимәк, әҙәбиәт аша аралашыу – үҙе үк бәхет.


Йәнде сафландырыр тере һыу шикелле ул туған телдә яңғы­раған һүҙ! Китап менән танышыу күңелде хистәргә бай­ыта, ә автор менән күҙгә-күҙ ҡа­рашып һөй­ләшеү тураһында әйтергә лә түгел. Башҡорт дәү­ләт академия драма театры ди­рек­торы, Баш­ҡортостандың ха­­лыҡ артисы Хөрмәтулла Үтә­шев ойошторған “Ҡыҙҙар моңо — моңо хал­ҡым­дың” тип аталған әҙәби-музыкаль тамаша күңелдә тап ошондай уй-фекерҙәр уятты. Күмертау һәм Ишембай ҡалаларында ла шаулап-гөрләп үткән сара халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Ике талантлы шағирә — Тамара Fәние­ва һәм Тамара Искән­дәриә ши­ғыр­ҙарынан төҙөлгән композиция ҡуйылышы менән дә, йөк­мәткеһе менән дә тамашасы иғтибарын биләне.
Тыуған төйәк ижадсы өсөн илһам сығанағы булып тора. Сөн­ки тәүге шиғри юлдар унда яҙылған, күңелдәге бала саҡ һуҡ­мағы мәңгегә йәшеллек ме­нән ҡаймаланған, офоғо ла уның яҡты һәм киң. Та­ма­ра­лар­ҙың ниндәй хистәр сол­ға­ны­шында булыуын тамашасы ла яҡшы аңлағандыр, тим. Сәх­нәлә, күҙ алдында, хәтер те­релә, һәм бала саҡ, йәшлек йылдарының иң матур, иң ҡә­ҙерле мәлдәре, гүйә, һинең ҡар­шыңа килеп йылмая. Оло бы­уын үҙенең бала сағын күҙ алдына баҫтырҙы, йәштәр та­рих дәреслектәренә инмәгән тормош күренештәре менән танышты.
...Күмертау ҡалаһында үткән тәүге әҙәби-музыкаль тамаша, ысын мәғәнәһендә, тыуған ергә мәҙхиә ине. Шартына килтереп, Мәҙәниәт йортонда оло ҡунаҡ­тарҙы йыр һәм шиғыр менән ҡаршы алды күмертауҙар. Фо­йела Тамара Ғәниеваның китаптарынан төҙөлгән күргәҙмә иғ­ти­барҙы йәлеп итте. Улай ғы­на ла түгел, авторҙың гәзит-журнал биттәрендә сыҡҡан яҙ­малары ла хәс­тәр­ләп-бөр­төк­ләп тупланып тәҡдим ител­гәй­не. Уҡыусылар шағирәнән авто­граф алырға сиратҡа те­ҙелде. Талантлы әҙибә, журналист Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Күмертау һәм Көйөргәҙе хал­ҡын шулай тип сәләмләне: “Алтындарҙан-алтын, аҡыл­лы­ларҙан-аҡыллы минең яратҡан яҡташтарым! Башҡорт­остан тигән илдә бер ваҡытта ла нин­дәй һыуҙы эскәнемде, ниндәй тупраҡта үҫкән игенде икмәк итеп ашап кеше булғанымды, күңе­легеҙ­ҙәге йырҙарҙан һуға­ры­лып, моңло булғанымды, аҡылығыҙға һоҡланып, уйлы булғанымды, ҡайғы-хәсрәт­тәрегеҙҙе күреп, һағышлы булғанымды онот­ҡаным юҡ…”
Театрға ғашиҡ кеше ул Тамара Fәниева. Радиола эш­лә­гән йылдарында артистар ме­нән дә тапшырыуҙар ойош­тор­ған әүҙем журналист та. Тап­шы­рыуҙар ҙа, поэмалары бу­йынса эшләнгән композициялар ҙа “алтын фонд”­та һаҡлана. Тамара ханымдың драматургия жанрында уңыш­лы эшләүен дә әйтергә кәрәк. Шулай ҙа поэзия жанрына тоғро, уның бай һәм тос ижадын берәүҙеке менән дә бутау мөмкин түгел. Ә инде Хөрмәтулла Үтәшевтең Тамара Fәниеваның шиғырҙарынан тө­ҙөлгән спектакле авторға ғына түгел, ғөмүмән, һәр әҙәбиәт һө­йөү­се өсөн ҡыуаныслы бүләк булды. Академия драма театры артистары шағирәнең күңел тәрәнлеген, уй-маҡсатын, ынтылышын, ғәмен, һөйөүен сәхнәлә матур итеп күрһәтеүгә өлгәште.
...Ишембай ҡалаһында үткән шиғри спектакль шулай уҡ үҙен­сәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Хөрмәтле ҡу­наҡ­тарҙы нефтселәр, төҙөүселәр, игенсе­ләр ере ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Шуны ла әйтергә кәрәк: Ишембай — республикабыҙға иң күп яҙыусылар биргән төбәк, уларҙың исеме әҙәбиәт тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Тамара Искәндәриә лә ижадында ошо матур традиция­ларға тоғро, ул яҡташтарын Әҙәбиәт йылы, шиғриәт байрамы һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы менән ҡотланы: “Тыуған яҡ тигән ваҡытта иҫкә иң тәүҙә ошо ғәзиз еребеҙҙән тыныслыҡты яҡлап фашистарға ҡаршы көрәшкә киткән ата-бабалар иҫкә төшә...”
Сәхнәлә шағирәнең бәләкәй ватаны тарихына, йолаларына, ғаиләһенә бәйле шиғырҙары яңғыраны. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғри юлдар аша тамашасы ла шағирәнең ҡартатаһы һәм атаһы үткән ҡанлы-шанлы дәүер эсендә лә, тыныс тормош, хеҙмәткә ар­нал­ған йылдарҙа ла бергә бул­ды. Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары тап шундай ауыл тормошон ышандырырлыҡ итеп күрһә­теп, ата-бабаларҙың уй-ынтылышын тәрәнерәк аңларға ярҙам итте. Аныҡ ер-һыу төшөнсәһе менән бәйле был шиғырҙар бигерәк тә йәш быуын өсөн әһәмиәтле ине.
Ике шағирә лә — сә­сән­дәр­ҙең, йырауҙарҙың, ҡоба­йыр әй­теүселәрҙең һулышын ет­ке­реүселәр. Эйе-эйе, шиғ­ри тел аша әйтелгән спектакль үҙебеҙ хаҡында ла бара. Әйткәндәре замандаштарына төбәлеүе менән ҡиммәт. Тынғыһыҙ, мәшәҡәтле, ығы-зығы­лы мәлдәрҙә, әйтерһең, тере һыу бөркөлдө. Бына ниндәй ул һүҙ көсө!
Ике төрлө ижад, беҙ, гүйә, ике донъяға ҡунаҡ булып индек. Улай ғына ла түгел, үҙебеҙ белмәгән икенсе донъяларҙы асҡандай булдыҡ. Бер-ике минут эсендә той­ғолар менән тулыштыҡ. Хыя­лыбыҙҙа Заятүләк менән Һыу­һылыу янында булдыҡ, ысын­бар­лыҡҡа икенсерәк ҡараш ташланыҡ. Бөгөнгөбөҙгә яҡты хистәргә төрөнөп әйләнеп ҡайт­тыҡ. Хәйер, һәр шиғыр композицион эшләнеше менән ошондай маҡсатҡа хеҙмәт итте. Шиғри спектаклде ҡараған саҡта, ул тарихҡамы йә бөгөнгөгә ҡағы­ламы – бөтөн ваҡиғалар эсендә үҙең ҡайнаған һымаҡһың, һинең менән булған хәл бәйән ителәлер төҫлө. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Уянған кисерештәр – һағышы ла, үкенесе лә, ҡыуанысы ла, шат­лығы ла үҙебеҙҙеке бит. Барыһы ла беҙҙең менән ҡаласаҡ. Шиғри һүҙ фәҡәт уларҙы терелтте генә. Әҙәбиәт битарафлыҡтан ҡотҡара, һүҙ сәнғәте аша беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ. Тамара Fәниева әйтмешләй: “Әҙәбиәт йылында әҙәбиәткә иғтибар йүнәлтеү ине ниәтебеҙ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының Тамара Искәндәриәнең, минең шиғырҙарыбыҙҙан, йырҙары­быҙ­ҙан төҙөлгән спектаклен тыуған яҡтарыбыҙ тамашасыһына күр­һәтеү­ҙе ойошторған барса энтузиаст уҡытыусыларға, ҡоролтай ағзаларына, хакимиәт хеҙмәт­кәрҙәренә рәхмәт яуғыры тип, шатланып йөрөп ҡайттым”.
Ике шағирә лә тыуған яҡта­рынан рухланып, ҡояшлы-ям­ғырлы яҙҙан илһам алып ҡайтты. Йышыраҡ булһын бындай осра­шыуҙар!


Вернуться назад