Өфө районында үткән әҙәбиәт марафоны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткән көндәргә тап килеүе менән үҙенсәлекле булды. Сара Николаевка ауылындағы урта мәктәп янында Советтар Союзы Геройы Александр Михайловҡа бюст асыуҙан башланды.Уҡыусылар, ветерандар, ауыл халҡы, батырҙың туғандары тигеҙ сафҡа теҙелгән. Хатта алыҫ Калининград өлкәһенән батырҙың бер туған һеңлеһе Зоя Семак та килгәйне. Тантанала шулай уҡ мәктәптең IV класс уҡыусылары “Башҡортостан пионерҙары” сафына ҡабул ителде. Балалар тыуған илде яратырға, Александр Михайлов кеүек ысын кеше булып үҫергә, яҡшы уҡырға һүҙ бирҙе.
Александр Фадеевич 1925 йылда ошо ауыл Советына ҡараған Кручинино ауылында тыуа. Ете класты тамамлағас, Өфө педагогия училищеһында белем ала. 1943 йылда 18 йәше лә тулмаған егет Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ошо йылдың сентябрендә Украинаның Черкесск районы тирәһендә барған алышта бер үҙе егермеләгән немецты дөмөктөрөп, дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Ҡыйыу яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Александр Михайлов 1944 йылдың 2 ғинуарында батырҙарса һәләк булып, Житомир өлкәһенең Бердичев районында ерләнә.
“Әҙәби нағыш”ҡа килгәндә, бюст асҡандан һуң ауыл китапханаһында Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбай етәкселегендә ижад менән шөғөлләнеүселәрҙең ҡулъяҙмалары тикшерелде.
– Бындай саралар бик мөһим, – тип һүҙ башланы Наил Әсҡәт улы. – Уларҙың ижад итеүсегә файҙаһы ҙур. Һәр нәмәгә үҙ ваҡытында баһа, йүнәлеш биреү мөһим. Беҙҙә шиғыр, хикәйә яҙыусылар бихисап, әммә сифатты оноторға ярамай. Был йәһәттән тәжрибә уртаҡлашыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Осрашыуҙа Наталья Федорова, Кристина Андриянова, Зилә Шафиҡова, Светлана Баженеваларҙың шиғырҙарына күренекле драматург ғәҙел баһа бирҙе, хаталарын аңлатты. Поэзияны төшөнөп уҡырға кәрәк, тигән фекер әйтте.
– Барығыҙ ҙа шиғыр төҙөлөшөн яҡшы беләһегеҙ. Киләсәктә башҡаларҙы ҡабатламаҫҡа, үҙегеҙҙең генә метафораларығыҙҙы табырға тырышығыҙ, – тигән кәңәшен, моғайын, йәштәр хәтеренә һалып ҡуйғандыр.
Авдон урта мәктәбенән IV класс уҡыусыһы Артур Исмәғилев хикәйәләрен килтергәйне. Йәш автор тиҫтерҙәре тормошона арналған “Тикшереүҙе Василий алып барҙы” тигән мажаралы хикәйәне оҫта тел, ышандырырлыҡ итеп яҙған. Наил Әсҡәт улы уны хуплап:
– Хикәйәң бик отошло, идеяһы бар, уны гәзиткә бирергә кәрәк. Артабан да ошо юҫыҡта дауам ит, – тине.
Ауылдың мәҙәниәт һарайында дауам иткән тантанала Наил Ғәйетбай, сығыш яһап, залдағыларҙы Әҙәбиәт йылы, Еңеү байрамы менән ҡотланы.
– Әҙәбиәт әүәл-әүәлдән халыҡты тәрбиәләгән төп көс булды. Әҫәр геройҙары ярҙамында илебеҙҙе күтәрҙек, дошмандан һаҡлап ҡалдыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙ ҡорал тотоп та, ҡәләм менән дә фашистарға ҡаршы алышты. Киләсәктә лә йәш быуында әҙәбиәткә һөйөү уятыуҙы төп маҡсат итеп ҡуяйыҡ. Тыуған илебеҙҙе яратайыҡ, һаҡлайыҡ, – тине әҙип.
Йылъяҙма-китапты Кушнаренко районының хакимиәт башлығы урынбаҫары Рөстәм Шәрәфетдинов Өфө районының хакимиәт башлығы урынбаҫары Люцина Ризуановаға тапшырҙы.
Әҙәбиәт байрамы Николаевка урта мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары сәхнәләштергән “Тере хәтер” исемле спектакль менән тамамланды.