Бейегән кеше бай була…12.05.2015
Бейегән кеше бай була… Бейеү бәйгеләренең төрлөһө бар. Башҡорттоҡон башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика телевизион фес­тивале киң ҡолас ала бара. Бынан тыш, Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү бәйгеһе, «Сыңлы үксә» балалар конкурсы үтеп тора. Республикала тәүге тапҡыр уҙған башҡорт халыҡ бейеүе ярышының асылы иһә үрҙә аталғандарҙан айырыла. Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Әбйәлил районы хакимиәте тарафынан йыйылған майҙан үҙенә күрә милләттәштәребеҙгә оран һалыу, башҡорт халыҡ бейеүен ҡотҡарыу сараһы булды.

— Был – күптән уйланылған проект. Башҡорт халыҡ бейеүен хәҙер танып булмай. Ул башҡа милләттеке менән бол­ғана, лексикаһы бутала, сюжеты юғала, — тине ярыш проекты етәксеһе, күре­некле сәсәниә, «Башҡорт халыҡ бейеүе» һәм «Танцевальный фольклор башкир» китаптары авторы Розалия Солтангә­рәева. – Бер үк хәрәкәттәр ҡабатланған, исемдәре генә яңыртылған бейеүҙәр күбәйҙе. Әҙәбиәттең башы фольклор булған кеүек, бейеүҙең башы ла – халыҡ­санлыҡта. Һәр бейеүҙә үҙенең милләте танылып торорға тейеш. Мәҫәлән, “лезгинка”ны ҡарағанда уҡ уның лезгиндар­ҙың, Кавказ халыҡтарының сәнғәт ҡомартҡыһы икәнен таныйбыҙ. Итальян, испан бейеүҙәре лә айырыла. Ә башҡорт халҡыныҡы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп йоғонтоға бирелеп, миллилеген юғалтып бара. Сәхнәне бер-береһенә оҡшаған хәрәкәттәр баҫты, күңел, йөрәк бейемәй, сөнки халыҡ үҙенең асылынан, дәртенән айырылды.
Ярыш шарттары башҡорт халҡының боронғо йола талаптарына таянып төҙөлгән. Мәҫәлән, кантон бәйгеһендә йырсының тауышы ел ыңғайына биш саҡрымға яңғыраһа — ул йырсы, ҡурай­сының көйө ел ыңғайына 10 саҡрымға ишетелһә — ул ҡурайсы, әгәр ҙә бе­йеү­сенең хәрәкәттәрен баһалаусы­ларҙың һанауы буйынса 10 быуын баш­ҡар­һа, кешене, ҡошто, януар һәм баш­ҡаларҙы эләкләп, таҡмаҡлап та ебәрһәләр, ул ысын бейеүсе тип һаналған. Әле килеп яңы башланғыс алған республика бейеү бәйгеһе милли сәнғәтте үҫтереүгә элек-электән ҡуйылған шул талаптарға нигеҙләнде. Йәғни бер ниндәй турҙар юҡ, бейеүсе сәхнәгә сыға ла бөтә һәләтен ошонда уҡ күрһәтә. Тәүҙә әҙерләп килгән бейеүен башҡара. Ул режиссер йәки хореограф, йәғни профессионалдар, ҡуйған булмаҫҡа тейеш. Икенсе талап: бейеүҙе фонограммаға түгел, ә тере тауышҡа — ҡурай, ҡумыҙ, гармун, баян мо­ңона, биҙрә сиртеүгә – ҡушылып йә иһә үҙ яйыңа башҡарыу шарт.
Сығыштарҙы абруйлы жюри – Баш­ҡорт­ос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы, Фәйзи Ғәс­кәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе Филүс Ҡаҙаҡбаев һәм районы­быҙҙың билдәле сәсәниәһе Гөлнур Мәм­лиева – баһаланы. Бәйгеселәр, үҙҙәре әҙерләгән бейеүҙән тыш, бына ошо кү­ре­некле шәхестәр алдында өҫтәмә һынау тотто: тәүҙә кемделер эләк­ләне, төрлө сүрәт-образға инде. Ир-егеттең – әбей һәм, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бабай йә ҡәйнә, уңған-уңмаған килен рол­дәренә инеүе, айыу, болан, төлкө, ҡуян, әтәс, күбәләк, бөркөт һәм башҡа йән эйә­ләренең холоҡ-фиғелен сәнғәт теле аша кәүҙәләндереүе үҙе бер ҡыҙыҡ тамаша булды. Артабан бәйгеселәр бер нисә быуын тыпырҙаҡ эшләп күрһәтте, өсөнсө һынауҙа таҡмаҡҡа йә һамаҡлап бейене. Ансамбль менән сығыш яһаусылар ҙа етди имтихан үтте.
Ярыш, көноҙоно дауам итһә лә, ял­ҡыт­маны, сөнки майҙан тотоусылар ҙа, баһа­лаусылар ҙа, тамаша ҡылыусылар ҙа үҙҙәре өсөн иҫ киткес рухи хазина сығанағын асты. Бынамын тигән оҫта башҡарыусылар бар икән дә! Иң шәп бейеүселәрҙе йәнә бер тапҡыр гала-концертта бейетеү бәхете лә тейҙе.
Баһалаусылар рәйесе Розалия Сол­тан­гә­рәева бәйгене башлауға фатихаһын бир­гән­дә: “Ярышта отолоусылар юҡ, унда ҡат­на­шырға йөрьәт итеү – үҙе үк еңеү”, – ти­гәй­не. Ысынлап та, сәхнәгә сығыусы­ларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Башта әүҙем ҡатнашҡандарға дипломдар тапшырылды. Унан, номинациялар билдәләнеп, махсус приз­дар өлә­шелде.
Шулай итеп, район хакимиәте мәҙә­ниәт бүлегенең махсус призы менән Әбдрәштән Хәмиҙә һәм Шәрифйән Ғәбитовтар ғаиләһе бүләкләнде. “Тамашасы һөйөүе” призына Асҡарҙан «Урал ҡыҙҙары» бейеү ансамбле (етәксеһе – Мәҙинә Ибраһимова) лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙ образында килештереп сығыш яһаған Марс Сәйетғәлин (Байым) «Оҫта импровизатор» номинацияһында билдәләнде. Розалия Солтангәрәева иһә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитетының махсус бүләк­тәрен Гөлиә Сафиуллинаға (Асҡар), Әмирхан Шаһимәрҙәновҡа (Дәүләт), Хәмиҙә менән Шәрифйән Ғәбитовтарға (Әбдрәш) тап­шыр­ҙы. Гөлнур Мәмлиева үҙенең бүләген «Үтәгән ынйылары» фольклор ансамбленә инселәне. Район мәҙәниәт һарайының махсус бүләктәре Хөбәйбә Әминеваға (Үтәгән) һәм Баймаҡ бейеүселәре Зәлифә Мыр­ҙагилдина менән Әсғәт Нурмөхәмәтовҡа тапшырылды.
Өсөнсө урынға Әмирхан Шаһимәр­ҙәнов (Дәүләт), Ишбулды Хәсәнов (Исҡу­жа) һәм Айһылыу Юлдашбаева (Хәй­булла районы) сыҡты. Икенсе урын Таштимерҙән Сәғит Сафинға һәм Ҡаҙмаштан Хөбъямал Сәғә­ҙәтоваға бирелде. Беренсе урынға Аман­гилденән Сания Мортазина менән Баймаҡ райо­нындағы Билал ауылынан 11 йәшлек Айнур Әхмәтов лайыҡ булды. Әйткәндәй, ул – иң йәш бәйгесе. Гран-приҙы телгә лә, бейеүгә лә маһир сәсәниәбеҙ — Үтәгәндән Хәнифә Әбүбәкерова – яуланы.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлшат Лавренова: «Быға ҡәҙәр беҙҙә республика кимәлендәге Кейеҙ фестивале үткәрелһә, бөгөн Әбйәлил мәҙә­ниәте тарихында яңы бит асылды — I республика халыҡ бейеүе башланғыс алды», — тине ҙур ғорурлыҡ менән.
Ярыш тамам. Күңелдә бөгөн асылған рухи шишмәнең артабанғы юлы киң булыр, халыҡсан бәйгене бөтөн йәмә­ғәтселек, халыҡ күтәреп алыр тигән өмөт яралды.




Розалия Солтангәрәева, жюри рәйесе:
— I республика халыҡ бейеүе бәйгеһе ҡуйған маҡсатына өлгәште. Уның Әбйәлил ерендә үткәрелеүенең сәбәбе шунда: бында халыҡ башҡа төбәктәрҙәгегә ҡарағанда көслөрәк, дәртлерәк бейей, милләтенең асылын, мөмкинлектәрен һаҡлай. Әлегеләй ҙур эште башҡарыу, ойоштороу, майҙан йыйыу өсөн сәнғәт оҫтаһы, профессионал булыу ғына етмәй, илһөйәрлек тә зарур. Әбйәлил районы хакимиәтенә, мәҙәниәт бүлегенә рәхмәтлемен. Киләһе йылда бейеү байрамы тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә үтер, тип ышанам.
Филүс Ҡаҙаҡбаев, жюри ағзаһы:
— Беҙ, профессиональ бейеүселәр, бейеү нигеҙен — хәрәкәттәрҙе һәм көйҙәрҙе – халыҡтан отабыҙ, өйрәнәбеҙ. Артабан уларҙы байытып, һөнәри кимәлгә күтәреү — төп бурысыбыҙ. Үҙ ваҡытында Фәйзи Ғәскәров, халыҡ араһында йөрөп, бейеү сәнғәте ынйыларын йыйыу менән шөғөлләнгән һәм уның фиҙакәрлеге арҡаһында бөгөн классикаға әүерелгән мәшһүр бейеүҙәребеҙ һаҡланып ҡалған. Хәҙерге заман хореографтары һәм балетмейстерҙарының халыҡтан йыраҡлашыуы ҙур хаталар яһауға килтерә. I республика халыҡ бейеүе бәйгеһе – милли сәнғәтебеҙгә янаған һәләкәттән аралау сараһы ул. Әлеге ярыш минең өсөн ҙур асыш, табыш — бығаса белмәгән-күрмәгән бейеүҙәр булды. 70 – 80 йәшлек ололарҙың ойоҫҡотоп бейеп йөрөүе хайран итте. Күңел һалып, йөрәк менән башҡарылғанға халыҡ бейеүе көслө лә, дәртле лә. Бөгөнгө профессиональ бейеүселәргә нәҡ ошо сифат етмәй.


Вернуться назад